Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы

Аҙнай ауылының "Мәрйәм" мәсетендә ҡорбан ғәйетен ҙурлап билдәләнеләр

Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы
Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы

Бөгөн дин ҡәрҙәштеребеҙ иң оло байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйетен билдәләй.  Ул районыбыҙҙың барлыҡ мәхәлләләрендә лә күтәренке рухта уҙҙы. Аҙнай ауылының түбәтәй кейгән ир-атлар һәм мосолманса кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар иртән иртүк байрамса кейнеп, Үҙәк урамдағы мәсеткә ашыҡты.

Алдағы Ураҙа байрамын ойоштороуға өлөш индергән кеүек, әлеге Ҡорбан ғәйетен уҙарырыу өсөн Илшат һәм Гөлназ Миһрановалар ҡорбан салдырғайны.

 Күркәм мәжлесте ауыл муллаһы Борис ағай Буҙанов алып барҙы. Күмәкләшеп ғәйет намаҙы уҡығандан һуң, ул вәғәз уҡыны, ҡорбан байрамының асылы менән таныштырып үтте һәм дин ҡәрҙәштәребеҙҙе иманға өндәне.  

-Ошо изге байрам көнөндә барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ил-көндәребеҙгә бәрәкәт теләйем. Салған ҡорбандарығыҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан ҡабул булһын. Һәммәгеҙҙе лә йома намаҙҙарына саҡырып калам, хаҡ юлда булайыҡ, - тине ул.

Артабан байрам сәй табыны янында дауам итте. Изгелекле эш-ғәмәлдәре, тирә-йүндәгеләргә мәрхәмәтле булыуҙары булыуҙары менән айырылып торған Миһрановтар ғаиләһе мәсеткә килеүселәрҙе ҡорбан итенән ауыҙ иттереп, тәмле аш һәм ҡайнар сәй менән һыйланы. Әйткәндәй, байрам табынын әзерләүҙә килендәр һәм башҡа ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡатнашты.

Миһрановтар ғаиләһе район халҡына яҡшы таныш. Милли һый-ниғмәттәр менән тулы табын артына йыйылған дин ҡәрҙәштәребеҙ әлеге мәжлесте ойоштороусы Гөлназ һәм Илшатҡа, уның әсәһе Рәфиә апайға һәм атаһы Мәжит ағайға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Был сарала уларҙың балалары ла ҡатнашты, ә был үҙе үк, уларҙың иманлы һәм кешелекле булып үҫеүҙәре тураһында әйтеп тора.

«Ҡорбан» һүҙе Аллаһы Тәғәлә ризалығына яҡынайыуҙы аңлата. Ярҙамға мохтаж булғандарға, төрлө бәлә-ҡазаларға юлыҡҡан кешеләргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә кәрәклекте иҫкә төшөрә әлеге байрам. Белеүебеҙсә, ҡорбан байрамы өс көн дауам итә, йәғни ҡорбанды 18 июнгә ҡәҙәр (ахшам намаҙына ҡәҙәр) салдырырға мөмкин.

 

Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы
Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы
Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы
Миһрановтар ғаиләһенән – ҡорбан ашы
Автор:
Читайте нас: