«Закон менән «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем булдырылды, – тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ул күп йыллыҡ намыҫлы эше һәм шәхси ҡаҙаныштары өсөн дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәренә бирелә».
Маҡтаулы исем биреү дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттең абруйын күтәрергә булышлыҡ итер, йәмғиәттең дәүләт институттарына ышанысын нығытыр тип күҙ уңында тотола.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәйҙә «Атҡаҙанған урындағы үҙидара хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемен булдырылыуы тураһында хәбәр иткәйне.