Дим буйҙары
+28 °С
Облачно

Еләкле һәм эремсекле бәлеш

Кәрәк: 500 грамм эремсек, 400 грамм баҡса еләге, 300 грамм он, 250 грамм шәкәр ҡомо, 200 грамм аҡ май, 2 йомортҡа 1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 1 грамм ванилин.  

Еләкле һәм эремсекле бәлешЕләкле һәм эремсекле бәлеш
Еләкле һәм эремсекле бәлеш

Әҙерләү: он менән разрыхлителде иләк аша үткәреп, шаҡмакҡап туралған аҡ майҙы һәм 1-2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушырға һәм бергә ыуырға. Эслекте әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып тороу яҡшыраҡ.

Һауытта эремсек, шәкәр һәм ванилинды һалып бутарға, унан һуң йомортҡа өҫтәргә һәм блендер ярҙамында бер төрлө масса барлыҡҡа килтерергә.

Формалағы пергамент ҡағыҙына (йәки табаға) майлы-шәкәрле ҡамырҙың бер өлөшөн йәйергә. Икегә бүленгән еләктәрҙе теҙергә, өҫтөнә эремсекле эслекте һалырға һәм ҡалған еләкте теҙеп бөтөрөргә. Артабан ыуылған ҡамырҙың икенсе өлөшөн еләкле эремсек өҫтөнә һибергә.

180 градусҡа ҡәҙәр ҡыҙҙырылған мейестә 1 сәғәт тирәһе бешерергә. Пирогтың өстө ҡыҙарырға тейеш. Мейестән алып, тулыһынса һуынғанын көтөргә һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 http://yashel-uzan.ru

 

Еләкле һәм эремсекле бәлеш
Еләкле һәм эремсекле бәлеш
Автор:
Читайте нас