+30 °С
Болотло
Бының өсөн бер валериана менән 1 аш ҡалағы шыйыҡ һабынды 3 литр һыуға һалып бутарға. Уны кәбеҫтәгә һибергә.
Уңыш йыйырға бер ай ҡалғас, 5 литр һыуға 40 мл нашатырь спирты, бер нисә ҡалаҡ шыйыҡ һабын бутап, һиптерергә кәрәк.
70 процентлы аш һеркәһе лә ҡоротҡостарҙан ҡотолорға ярҙам итә. 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып һиптерергә.
Туҡландырыу өсөн йод иретмәһе һибергә мөмкин.
Тумалаҡлана башлағанда һалыу яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә берәр литр иретмә кәрәк.