Асылыу тантанаһында республика Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашты. Ул сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәламләү һүҙен еткерҙе.
"Ураҡ байрамы тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм ижад, тыуған яҡҡа мөхәббәт символына әүерелде. Был көндә хеҙмәт кешеһен, үҙ эшенең оҫталарын, үҙ ерендә эшләүселәрҙе, уны ҡулдарына ҡорал тотоп һаҡлаусыларҙы хөрмәтләйҙәр", - тиелә сәламләүҙә.
Андрей Назаров билдәләп үтеүенсә, Һабантуй милли сығанаҡтарға, ижади хеҙмәт традицияларына хөрмәтле һәм һаҡсыл мөнәсәбәтте сағылдыра. Шуға күрә сәсеү тамамланғандан һуң күп быуаттар дауамында байрам ителә. Башҡортостан ауыл хужалығының дөйөм продукцияһы күләме буйынса төбәктәрҙең беренсе унлығына керә: уҙған йылда ул 226 млрд һум тәшкил итте. Ауыл хужалығы билдәләнешендәге ерҙәр - 7 млн гектар.
- Беҙҙә төп аҙыҡ-түлектең бөтә ассортименты тиерлек етештерелә. Беҙ йыл һайын 4 млн тоннаға ҡәҙәр иген етештерәбеҙ. Илдә ҡымыҙ һәм бал етештереү буйынса беҙ - лидер. Һыйыр ите етештереү, һыйырҙар һәм аттар башы буйынса - 2-се, һөт һауыу буйынса 3-сө урында. Башҡортостан илдең аҙыҡ-түлек именлеген нығытыуға лайыҡлы өлөш керетә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең аграрийҙар үҙ продукцияһын донъяның 44 иленә экспортлай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хөкүмәт Рәйесе.
Премьер-министр Һабантуй ҡунаҡтарын башҡорт этноауылына барырға, музыкаль традициялар менән танышырға, милли ярыштарҙа көс һынашырға, Башҡортостандың данлыҡлы шифаханаларының береһенә йүнәлтмә уйнатыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
Мәскәү Һабантуйында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары хөкүмәттәре вәкилдәре, күренекле сәйәси һәм ижтимағи вәкилдәр ҡатнашты. Быйылғы сараның хөрмәтле ҡунаҡтары - СВО геройҙары.
Сара бер нисә майҙансыҡта уҙҙы.
Мәҫәлән, төп сәхнәлә иртәнән кискә ҡәҙәр Рәсәйҙең төрлө халыҡтарын тәҡдим итеүсе милли коллективтар, эстрада йондоҙҙары сығыштары уҙҙы. Милли көрәш майҙансығында тамашасыларҙы билбау көрәше буйынса Донъя Кубогының финал көрәштәре көттө, традицион ат ярыштары ла үтте.
Мәскәү Һабантуйы йыл һайын 250 меңдән артыҡ кешене йәлеп итә.
kiziltan.ru