Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы

Быйыл яҙғыһын республикала етем балаларға «кеҫә аҡсалары» сифатындағы түләүҙәр тураһында закон ҡабул ителде

Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамыКүп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы
Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы

8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде.

 Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, республикала йәшәүсе күп балалы ғаиләләрҙең республика йәиһә муниципалитет милке булып һаналған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай инеү хоҡуғы бар.

         Шулай уҡ 2024 йылдың 1 сентябренән республика ҡалаларында күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе мәктәп уҡыусылары автомобиль транспортында (таксиҙан тыш) һәм ҡала электр транспортында бушлай йөрөй ала.

         Бынан тыш, ағымдағы йылдың 1 июленән күп балалы ғаиләләр республика колледждарының көндөҙгө түләүле бүлектәрҙә уҡыусы балалары өсөн компенсация һорап мөрәжәғәт итә алалар. Компенсация күләме уҡыу хаҡының 50 процентына тиң, ләкин уҡыу йылы өсөн 30 мең һумдан артыҡ була алмай.

         2024 йылдың 1 ғинуарынан етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүселәргә түләүҙәр күләме 18,5 процентҡа арттырылды.  Быйылдан алып һәр бала өсөн айлык түләү 8 953 һумдан 11 172 һумға ҡәҙәр тәшкил итә. Түләү күләме ғаиләгә ҡабул ителгән баланың йәшенә, һаулыҡ торошона бәйле һәм ул ай һайын түләнә. Шулай уҡ быйыл апрелдә республикала етем балаларға «кеҫә аҡсалары» сифатындағы түләүҙәр булдырыусы закон ҡабул ителде. Был ярҙам сараһы 7-нән 18 йәшкә тиклемге 432 балаға ҡағыласаҡ. 

Фото: funik.ru

Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы
Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы
Автор:
Читайте нас