Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
11 Июль 2024, 06:16

Башҡортостанда Бәләбәй — Туймазы юлын ремонтлай башланылар

Йәйге ремонт-төҙөлөш эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарыла. 

Башҡортостанда Бәләбәй —  Туймазы юлын ремонтлай башланыларБашҡортостанда Бәләбәй —  Туймазы юлын ремонтлай башланылар
Башҡортостанда Бәләбәй — Туймазы юлын ремонтлай башланылар

Подрядсылар Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы юлдарын төҙөкләндереү эшенә тотондо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығында.

Бәләбәй районындағы трассала 7 саҡрымлыҡ участка ремонтлана.

Әлегә юл хеҙмәттәре иҫке асфальтты һүтә. Эштәрҙе III кварталға тамамлау планлаштырыла. Дәүләт контрактының хаҡы, дәүләт һатып алыуҙары документтары буйынса, яҡынса 202,7 миллион һум.

Шулай уҡ ошо юлдың тағы бер нисә участкаһын: Бәләбәй районында — 3 саҡрымлыҡ, Туймазыла — 4 һәм 1,6 саҡрымлыҡ һәм 71-се саҡрымдағы күперҙе ремонтлау өсөн килешеүҙәр төҙөлгән.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостанда Бәләбәй —  Туймазы юлын ремонтлай башланылар
Башҡортостанда Бәләбәй — Туймазы юлын ремонтлай башланылар
Автор:
Читайте нас