Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хуҗабикәләргә: ҡара ҡарағаттан желе яһайбыҙ

Желе бик тәмле килеп сыға. Ҡыҙыл ҡарағаттан да ошо рецепт буйынса желе яһарға мөмкин.

Хуҗабикәләргә: ҡара ҡарағаттан желе яһайбыҙ
Хуҗабикәләргә: ҡара ҡарағаттан желе яһайбыҙ

Желе өсөн барыһын да стаканлап үлсәгеҙ. 10 стакан ҡарағат, 4 стакан һыу, 14 стакан шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ.

Йыуып, таҙартылған ҡарағат өҫтөенә һыу һыу һалып, уртаса утта ҡайнатып сығарырға һәм 7 минут бешерергә. унан һуң шәкәр ҡомын да ҡушып, тағын 5 минут ҡайнатырға. Шуның менән желе әҙер була.

Стерилләштерелгән банкаларға тултырып ҡапҡас менән ябып ҡуйырға. Һыуынғандан һуң ҡайнатма желе сифатына керәсәк.

Желе өсөн икенсе рецепт: 1 кг ҡара ҡарағат, 1,5 кг шәкәр ҡомо, 200 мл һыу.

Эш барышы: сүп-сарҙан таҙартабыҙ һәм яҡшылап йыуабыҙ. Артабан кәстрүлгә бушатып, өҫтөнә 200 мл һыу һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уртаса утта бер нисә минут ҡайнатып алабыҙ. Әлеге массаны һөҙгөс аша үткәрәбеҙ. Шәкәр ҡомо ҡушып ҡайнатып сығарғас уртаса утта ярты сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ.

Ҡайнатма (варенье) өсөн: 2 кг ҡара ҡарағат, 2 стакан һыу, 3 кг шәкәр ҡомо кәрәк була.

Ҡара ҡарағатты һыуға һалып 15 минут ҡайнатып алырға, һүндерергә. Ҡайнатмаға шәкәр ҡомо һалырға һәм эрегәнсе 10 минут самаһы болғатырға, Ҡайнар килеш банкаларға тултырырға, ҡайнатма һыуынғас ҡапҡасын ҡапларға.

intertat.tatar

Хуҗабикәләргә: ҡара ҡарағаттан желе яһайбыҙ
Хуҗабикәләргә: ҡара ҡарағаттан желе яһайбыҙ
Автор:
Читайте нас: