Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән

Ҡасҡын ауылы халҡы яугирҙәргә маскировка селтәрҙәре әҙерләй

Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән
Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән

Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды ал­дарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йә­шерергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙәр өсөн мотлаҡ кәрәк. Бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр был эш менән күптән шөғөлләнә. Илдәге хәлдәргә битараф булмаған Ҡасҡын ауылы халҡы ла ошо изге эшкә ҡушылды. Ни тиһәң дә, күп кенә ирекмәндәрҙең туғандары хәрбиҙәр, кемдең кейәүе СВО-ла, кемдең туғаны, кемдең ҡустыһы хеҙмәт итә.

Хәҙер яу яланында хәрбиҙәргә йыл миҙгеленә ярашлы эшләнгән маскировка селтәрҙәре талап ителә, ҡышҡылары инде тейешле функцияны үтәй алмай, шуға күрә эш барышында күбеһенсә йәшкелт-һоро төҫтәр ҡулланыла.

- Беҙ 2023 йылдың авгусында ауыл клубында селтәр үрә башланыҡ. Ҡышҡыһын бында йөрөүселәр күберәк булһа, йәйге ваҡытта кәменек. Әлеге мәлдә үҙ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, 5-6 кеше йөрөй. Бында йөрөүселәрҙең иңөлкәне Зөһрә Хәбироваға 71 йәш булһа, иң кесеһе Рәмилә Хәбироваға – 18 йәш. Июнь айында башҡа ауылдар кеүек, биш селтәрҙе тиҙ арала әҙерләп ебәрҙек һәм хәҙер ҡалған бишәүһен үрәбеҙ.  Беҙҙе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын бер маҡсат өсөн берләштерә -  барыһы ла Еңеү өсөн.

Ошондай ярҙамсыл заттар булғанда, яугирҙәргә үтә лә кәрәкле, мөһим әйберҙәр ваҡытында барып етер. Яҡташтарының йөрәк йылыһы, изге теләктәре ҡушып үрелгән селтәрҙәр ир-егеттәрҙе хәүеф-хәтәрҙән аралаһын!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА. 

 

Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән
Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән
Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән
Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән
Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: