Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты

Дәүләкәндәр “Киленгә һыу юлын күрһәтеү” йолаһын үтәне.

Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты
Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты

Уҙған аҙнала Дәүләкән егете Илнар Ғәбдрәхимов менән Өфө һылыуы Аделина Низаметдинованың никах туйы уҙҙы. Милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ихтирам иткән йәштәр уртаҡ тормошто матур йолаларға таянып башлаған.

– Былтыр һәм быйыл уҙғарылған төҙөкләндереү эштәренән һуң Дим буйы күркәмләнгән, ҡаланың ғына түгел, тотош райондың ылыҡтырғыс урынына әүерелгән. Туйға Башҡортостандың алты районынан ҡунаҡтар йыйылғайны, барыһы ла ярҙың уңайлы һәм йәмле булыуын билдәләне. Беҙҙең килендең төҙөкләндерелгән яр буйлап беренсе булып һыу алып ҡайтыуы – айырыуса тулҡынландырғыс ваҡиға, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты туй сараларында ҡатнашҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Закирова.

Дим буйы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” (“Формирование комфортной городской среды”) федераль проектына ярашлы төҙөкләндерелгән. Һөҙөмтәлә йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, тирә-яҡты күҙәтеү майҙансыҡтары булдырылған, скәмйәләр ҡуйылған, яҡтыртыу һәм видокүҙәтеү системаһы ҡоролған.

Ғөмүмән, 2019 – 2024 йылда республикабыҙ ҡаларында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Проекттарҙың күп өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларға тормошҡа ашырылған.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (“Жилье и городская среда”) милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитен халыҡ өсөн уңайлы һәм ҡулайлы итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: Сәлимә Закирова.

bashgazet.ru

 
Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты
Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты
Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты
Килен беренсе булып һыу алып ҡайтты
Автор:
Читайте нас: