Дим буйҙары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл hәм фермерлыҡ — берҙәм

Михайловка ауыл Советы ауыл биләмәһендә  фермерҙар тораҡ пункттарҙы үҫтереүҙә hәм төҙөкләндереүҙә ярҙам ҡулы һуҙа

Ауыл hәм фермерлыҡ — берҙәм
Ауыл hәм фермерлыҡ — берҙәм

Михайловка ауыл Советы территорияһында төрлө милек формаһындағы ете ауыл хужалығы предприятиеһы (кyбеһе фермер нигеҙендә) үҙҙәренең ауыл хужалығы эшсәнлеген алып бара, үҫемлекселек hәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Беҙҙең район ауыл хужалығы районы булып һанала, унда hәр ваҡыт иген, көнбағыш, һөт, һыйыр ите, бал hәм башҡа ауыл хужалығы продукттары етештереүгә баҫым яһала.

— Халыҡ әйтеме бар: «Ни ҡәҙәри ҡала кешеһе булһаң да, тыумышың менән барыбер ауылдан!», — ти Михайловка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Сергей Никитин. — Шуға күрә беҙ  тамырҙарыбыҙҙы, бигерәк тә кесе ватаныбыҙҙы онотмаҫҡа hәм ауылдарҙың тормошона, уларҙа социаль-иҡтисади инфраструктура үҫешенә ярҙам итeргә тейешбеҙ. Шуныһы һөйөндөрә, бөгөн ауылда дәүләт ярҙамы менән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тотороҡло үҫешә. Yҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, тап бына ошо крәҫтиән-фермер хужалыҡтары беҙҙе транспорттары hәм игене, бағыусылыҡ  финанстары менән йыллыҡ сараларҙың күпселен уҙғара. Ҡышҡыһын улар урамдарҙы hәм юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә. Һөрөлгән, төрлө ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыуҙарҙы күреп, ауыл кешеһе һөйөнә. Ә был ауыл йәшәй һәм үҫеш ала, тигән һүҙ. Унда эш ҡайнай, унда даими рәүештә механизаторҙарҙың, һыйыр һауыусыларҙың эшсе ҡулдары кәрәк. Шуға күрә мин фермерлыҡ hәм теләһә ҡайһы ауыл хужалығы етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек итеү яҡлы. Ауыл биләмәһе етәксеһе әйтеүенсә, Михайловка ауылында йәшәүсе, БР атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре hәм Бишбүләк районының Маҡтаулы гражданины, намыҫлы хеҙмәте өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнгән 96-сы йәшен билдәләгән Александр Демьянович Леонтьев та ҡушыла.:

— Мин ҡырыҡ йылға яҡын райондың алдынғы колхоздарында ла, совхоздарында ла етәксе булдым. Шуға күрә мин ерҙең унда эшләүселәргә булған барлыҡ байлыҡтарын ҡайтарасағын беләм. Ауыл хужалығы — беҙҙең дә-ләтебеҙҙең стратегик тармағы. Башҡа дәүләттәр беҙҙе ашатмаясаҡ. Шуға күрә ауыл хужалығын дәүләт дәрәжәһендә үҫтерергә һәм уға ярҙам итeргә кәрәк.

Беҙ әлеге ҙур тораҡ пункттың үҙәк усадьбаһы янында урылашҡан ҙур булмаған, ләкин тотороҡло үҫә торған хуgалыҡта булдыҡ. Был хужалыҡ менән күп йылдар Василий Иванович Ефремов етәкселек итә.

— Беҙҙең хужалыҡта 120 баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуларҙан 54 — һауым һыйыры. Малсылыҡта минең уң ҡулым — Эдуард Алексеевич Данилов (фотола). Ул намыҫлы hәм хеҙмeт һөйөүсән хеҙмәткәр. Беҙ уны район һабантуйҙарында, ауыл хужалығы hәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә лә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары hәм Рәхмәт хаттары менән билдәләп үттек. Аға тәгәрмәсле МТЗ-82 тракторы беркетелгән. Уның етeкселегендә hәр көндә өс һыйыр һауыусы һәм ике мал ҡараусы эшләй. Улар hәр көндә 700 литрҙан артыҡ юғары сортлы һөт һауып Бәләбәй һөт заводына тапшыра, — тип һанап китә «Олвас» йәмғиәте етәксеһе. — Yҫемлекселектә лә хәлдәр насар түгел. Хәҙер һыйырҙар hәм быҙауҙар өсөн бесән әҙерләйбеҙ. Яланда эшләү өсөн кәрәкле техника бар, ул төрлө дәүләт программалары, субсидиялар, ташламалы кредиттар ярҙамында һатып алына. Шулай итеп, 2022 йылда хужалыҡта «Нью-Холланд» ашлыҡ йыйыу комбайны һатып алынды, ә былтыр ҡеүәтле К701 Р тракторы һатып алдыҡ. Быйыл — күп функциялы сәсеү комплексы hәм баҫыуҙа, үҫемлектәргә ҡоротҡостарға ҡаршы һиптергес. Ошо көндәрҙә көҙгө культураларҙы йыя башлайбыҙ. Беҙҙә тәжрибәле механизатор Андрей Мазжерин эшләй. Башҡа механизаторҙарҙы урып-йыйыу осорона сезонлы хеҙмәткәрҙәр булараҡ йәлеп итәсәкбеҙ. Беҙ элек барлыҡ ауыл хужалығы эштәрен алданыраҡ башҡарып сыға торғайныҡ, был юлы ла һынатмаҫбыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

Ауыл hәм фермерлыҡ — берҙәм
Ауыл hәм фермерлыҡ — берҙәм
Автор:
Читайте нас: