Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Күңел ҡушыуы буйынса

Бишбүләк ауылынан Венера Шәрипова оҙаҡ йылдар дарыу үләндәре йыя

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса

Элек-электән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик күп үләндәрҙе белгән һәм уларҙы файҙаланған. Йылдар дауамында кешеләр уларҙың шифалы яҡтары тураһындла бай мәғлүмәт туплаған.

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең районда дарыу үләндәре менән ҡыҙыҡһыныусылар һәм уны йыйыусылар бермә-бер артты. Кемдәрҙер был шөғөлдө аҡса эшләү ысулы итеп күрһә, икенселәр дауаланыу өсөн йыя. Һүҙебеҙ – Бишбүләк ауылында йәшәүсе Венера Мулланур ҡыҙы тураһында.

- Беҙҙең, ауыл балаларының, әгәр берәй ере киҫелһә, ата-әсәйҙәр юл япрағы яба ине, ә инде һалҡын тейҙереп йүтәлләй башлаһаҡ, мәтрүшкә, йүкә сәйе эсерәләр ине. Мин йәш саҡта етди сир белән ауырып киттем. Минең курсташ ҡыҙ атаҡлы үлән белегесе М.Гордеевҡа мөрәжәғәт итергә ҡушты. Ул миңә  был йәһәттән  кәңәштәрен бирҙе һәм “дарыу йәки  үлән  эсәһең, һайла”, тине.  Уның ҡушҡандарын теүәл үтәп, хәтһеҙ ваҡыт үләндәр эстем һәм ай һайын уның янына барып торҙом.

Венера Мулланур ҡыҙы башта бик ышанмайынса ғына дауалана башлай һәм бер нисә сеанс эскәндән һуң, сир сигенә башлай һәм ул үҙе лә дарыу үләндәре менән ныҡлып ҡыҙыҡһына . Михаил Гордеев менәән атабан да бәйләнеше өҙмәй, уға ярҙам йөҙөнән ул дарыу үләндәре йыйып тапшыра башлай.

Дарыу үләндәре –ул беҙҙең тирә-яҡтағы сәскәләр генә түгел, шулай уҡ үҫемлектәрҙең бөрөләре, тамырҙары, емештәре лә файҙалы. Хужабикә әйтеүенсә, һәр дарыу үләненең үҙенең йыйыу ваҡыты бар. Файҙа килтерһен тиһәң, дарыу үләндәрен ваҡытында һәм дөрөҫ итеп йыя һәм киптерә белергә лә кәрәк.

- Яҙ башынан нарат бөрөләре, шунан ҡайын бөрөләре бүртү менән уларҙы йыя башлайым. Бәпембә һәм дегәнәк тамыры файҙалы икәнен белмәгәндәр һирәктер, ә шулай ҙа күптәребеҙ файҙалы үләндәр янынан үтеп китә, йәки сүп үләне тип йолҡоп ырғыта. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ бик бай, хатта беҙ сүп үләне һанаған сәрҙә (сныть), бәпкә үләнең (спорыш) шифалы булыуын белмәйбеҙ ҙә. Йәшел үлән ҡалҡҡас, май айының яңы морон төрткән кесерткәне, ҡайын алҡалары һәм япраҡтары, адонис (һары умырзая), уның артынса сират елбәгәй, ландышка сират етә. Үләндәрҙе ҡоро һәм аяҙ көндә, иртәнге сәғәттәрҙә йәки киске яҡта йыйырға тырышам. Туҡранбаш, еҙ төймә, һуҡыр кесерткән (пустырник), меңъяпраҡ, йүкә кеүек үләндәрҙе сәскә атыу осронда әҙерләйем, ер еләге япрағы, шалфей үләнен күпләп йыям.

Яңы урмандан йыйып алып ҡайтҡан үләндәрҙе ул иң тәүҙә сүп-сарҙан таҙарта һәм һарғайған япраҡтарын алып  ташлап, киптерергә ҡуя. Баҡсала үҫкән пион һәм роза сәскәләре таждарын асып, ҡойола башлау менән уларҙы ла әрәм итмәй. Өй иҙәнендә роза сәскәләре йәйеп ҡуйылһа, тартмала инде киптерелгән туҡранбаш, еҙтөймә һәм башҡа –ләндәр күренә.

- Һәр нәмәнең үҙ яйы бар, тигәндәй, яңы йыйылған үҫемлектәрҙе тоҡта йәки кәрзиндә ҡалдырырға ярамай, был уларҙың яныуына килтерә, – ти үләндәр йыйыусы. – Үҫемлектәрҙе киптереү бик яуаплы момент, ул дарыу сеймалының ҡиммәтенә йоғонто яһай, мәҫәлән, ҡанлы үлән һәм туғай яранын ваҡлап киптерәм, сөнки дөрөҫ киптермәгән хәлдә, ул төҫөн һәм файҙалы сифаттарын юғалта.

Венера Мулланур ҡыҙы һөнәре буйынса – уҡытыусы. Эшләгән осоронда күңеленә ятҡан шөғөл өсөн ваҡыт еткерә алмаһа, хаҡлы ялға сыҡҡас, ул йәнә үләндәр йыйырға керешә.

- Нәҫел тамырҙары беҙҙең Бишбүләк районынан булған М. Гордеев элек тә килеп, беҙгә райсовет зданиеһында дарыу үләндәре тураһында лекция уҡый торғайны. Танымаған үләндәрҙе фотоға төшөрөп ебәрәбеҙ, белмәгәндәрҙе бер-беребеҙҙән һорашабыҙ. Бөгөнгө көндә беҙҙең төркөмдә йөҙләгән кеше тора, хатта Миәкә районы кешеләре лә бар. Үҙем иһә, үлән йыйғанда, барыһын да йолҡоп бөтөрмәгеҙ, тим.  Бишбүләктәрҙән Рәзилә Шәйәкберова, Вәсиля, Минегөл, Лира Горяйнова, Гөлсимә Нуриева һ.б. бик күптәр актив рәүештә дарыу үләндәре йыя. Беҙ 140  төрлө үлән йыйып тапшырабыҙ. Элек йыйған сеймалды үҙебеҙ Өфөгә  илтеп тапшырһаҡ, хәҙер махсус машина килеп ала, - ти күңел ҡушыуы буйынса был шөғөлгә өҫтөнлөк биреүсе Венера ханым. 

Хаҡлы ялдағы Венера һәм Валерий Шәриповтар бал ҡорттары ла үрсетә. Умарталыҡта һәм тәбиғәттә булыуҙан улар күңелдәренә ысын ял ала. Балалары тыуған йортҡа ҡайтҡанда, шифалы бал һәм тыуған яғыбыҙҙа үҫкән файалы үләндәр менән сәй эсергә ярата.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.  

Күңел ҡушыуы буйынса
Күңел ҡушыуы буйынса
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: