Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
2 Август 2024, 06:18

Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне

Йыл һайын үткәрелгән «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә Бишбүләк районында «Сәләмәтлек поезы» йөрөй

Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләнеДим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостанда йәнә «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башланы. Был акция республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан алтынсы тапҡыр ойошторола. Ауыл халҡына бушлай медицина тикшереүҙәре үткәреү был сәләмәтлек акцияһының маҡсаты булып тора. Уның ярҙамында кешеләрҙең үҙҙәре лә белмәгән байтаҡ ауырыуҙары асыҡлана.  

Дим ауыл Советы биләмәһендә йәшәүселәр “Сәләмәтлек поезы”н көтөп алып, был форсаттан файҙаланып ҡалырға ашыҡты, сөнки уларға белгестәрҙән тикшереү үтеү өсөн һәр кем йыраҡта урынлашҡан район үҙәгенә барып йөрөй алмай. Әлбиттә, килеүселәр араһында күбеһенсә оло йәштәгеләр ине. Көн буйына ҡойма ямғыр яуып торһа ла, кабинеттар янында сират теҙелгәйне. Барыһынан да бигерәк, кардиологҡа керергә теләүселәр күп булды, сөнки пациенттарҙы Өфөнөң кадиоүҙәгенән килгән табип Роза Мөсәүир ҡыҙы Садиҡова ҡабул итте.

“Сәләмәтлек поезы” составында күсмә флюорография эшләне. Был көндө табип-терапевтар, табип-окулист, табип-гинеколог, акушер халыҡты ҡабул итте, уларға шәфҡәт туташтары ярҙам итте.

Был көндә берәүҙәр анализдар өсөн ҡан тапшырҙы һәм уның һөҙөмтәһе шунда уҡ әҙер ҙә булды. Кемдер флюоораграфия үтте. Әгәр ҙә, сир асыҡланһа, табиптар дауаханаға юллама бирҙе.

- “Сәләмәтлек поезы” беҙҙә графикка ярашлы, ике көн  (30-31 август) эшләне. Аҙнай, Тулбай, Хомутовка, Дим, Ольховка ауылдарынан тәүге көндә 60-лаған кеше килһә, икенсе көндә 45-ләп кеше тикшеренеү үтте. Күптәр ҡәнәғәт булды, сөнки ауылдан ситкә сығып медицина тикшереүе үтергә һәр кемдең мөмкинселеге юҡ, - тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша Дим ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Фәүзиә Минәхмәт ҡыҙы Мөҙәрисова.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– Беҙҙең «Сәләмәтлек поездары» тотороҡло рәүештә һөҙөмтәләр бирә. Бер яҡтан, улар борсоулы, сөнки һәр диагнозға кеше яҙмышы бәйле. Икенсе яҡтан, был акцияны төпкөл ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙең тикшереү үтеү һәм, кәрәк икән, артабан дауаланыу өсөн мөмкинлеге булһын тигән маҡсатта ойошторҙоҡ.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.  

Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Дим ауылында «Сәләмәтлек поезы» эшләне
Автор:Гумерова Л
Читайте нас