+30 °С
Болотло
Башгидрометеоүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбелә, йәғни 5 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуасаҡ, көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа боҙ ҙа яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса, көндөҙ йәшен ваҡытында секундына 18 метрға ҡәҙәр етеүе бар. Һауа температураһы +21,+26 градус тәшкил итәсәк.
Шишәмбе һәм шаршамбы, 6 һәм 7 августа, шулай уҡ ямғырҙар көтөлә. Урыны менән көслө. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан уртаса, йәшен ваҡытында киҫкен. Һауа температураһы төндә +13,+18, көндөҙ +23,+28 градус булыуы көтөлә.
Башинформ.