Район үҙәгенең мәсетенә йөрөүселәр күптән инде махсус хәрби операцияла йөрөгән яҡташтарыбыҙ өсөн әленән-әле посылкалар әҙерләп ебәрә. Ҡоро душ булһынмы, йәки туҡмас киҫеп ебәрһендәрме, йылы кейемдәр ҙә бер нисә тапҡыр оҙатылған. Туҡмас булғас, ит тә кәрәк. Ошондай уйҙар менән улар һарыҡ ите һатып алып, тушенкалар әҙерләйҙәр. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары бер ыңғай төрлө тәмләткес үләндәрҙе лә турап һәм киптереп контейнерҙарға тултыра. Кемдрҙер ойоҡбаш, эске кейем, гигиена кәрәк-яраҡтары алып килә. Бына шулай бергәләшеп әҙерләгән посылкалар алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.
- Әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ яугирҙәргә барып етһен, ауыр минуттарҙа уларға ярҙам итһен, ризыҡтарына яҙһын, тип доғалар ҡылдыҡ, - ти ауыл ҡатын-ҡыҙҙары.
Изге йөрәктән атҡарылған бындай ярҙам яугирҙарыбыҙҙың тормошон бер аҙ ғына булһа ла еңеләйтеп, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуға булышлыҡ итһә икән.