Башҡортостан — иң һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәте ғәмәлгә ашырыла торған төбәк. Сәнәғәт үҫеше мәсьәләләре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә. Башлыҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың барлыҡ циклдарында ла теләктәшлек белдерә, кәрәкле ресурстар менән ваҡытында тәьмин итә. Комплекслы hәм системалы эш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Санкциялар hәм баҫым шарттарында лидерлыҡты һаҡлап ҡалыу ауыр, әммә Башҡортостан быны булдыра.
Башҡортостан Республикаһы инвестиция комитеты ултырыштарында 2024 йылда сәнәғәт линияһы буйынса «Инвестиция сәғәте» форматында республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 31,4 миллиард һум булған 15 проект ҡаралды һәм индерелде. Быйыл 15 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу башланды, шул иҫәптән «Бишбуләк водоканал сервис» йәмғиәтенең «Ағас ярыу предприятиеһын ойоштороу» проектын ғәмәлгә ашыра (10 млн. һумлыҡ, проект 2028 йылда тамамланыр, тип көтөлә).
Бөгөн сауҙа баҙары төҙөлөш өсөн заманса материалдарға бай. Ләкин ағас ауыл кешеһе өсөн иң кәрәкле hәм йыш ҡулланыла торған материал булып ҡала. Былар — бура өсөн бүрәнә, иҙән, түшәм hәм түбә өсөн таҡта, шулай уҡ мунса өсөн утын.
— Пилораманың сәнәғәт продукцияһы тәү сиратта осһоҙ хаҡҡа өйҙәр һәм йорт яны биналары төҙөлөшө өсөн ҡулланырға әҙер материалдарҙы һатып алырға ярҙам итәсәк, — тип һөйләй пилорамала эште ойошторорға ярҙам итеүсе Валерий Витальевич Михайлов. — Бөгөн беҙ заказға ҡайын hәм имән таҡталарҙан өрлөк, бәпкәлек, тораҡ йорт hәм мунса буралары, шулай уҡ утын әҙерләйбеҙ. Барлыҡ материал үҙебеҙҙеке. Беҙ урман делянкаһы яҙҙырып алабыҙ,
уны киҫәбеҙ, ә унан һуң, пилорамаға алып килеп, эшкәртәбеҙ. Бының өсөн барлыҡ кәрәкле техникабыҙ бар — прицеплы hәм төрлө маркалы алты трактор. Урман делянкаһында бүрәнәләрҙе тарттырыу менән беҙҙә Т-150 К тракторы шөғөлләнә, ҡалған техника, үҙ эшенә ҡарап, ташый hәм пилорамала эшләй. Барлыҡ эштәр ҙә алты кешенән торған ҙур булмаған коллектив тарафынан башҡарыла. Беҙҙә ситтәрен киҫеү станогы менән йыһазландырылған таҫмалы пилорама эшләй. Заказ биреүселәр беҙҙең продукциянан ҡәнәғәт. Ошо көндәрҙә тағын бер ангар hәм техниканы һаҡлау өсөн ҙур гараж төҙөй башларға теләйбеҙ.
— «Бишбүләк водоканал сервис» йәмғиәте тарафынан ғәмәлгә ашырыла торған «Ағас ярыу (ағас материалдары етештереү) предприятиеһын ойоштороу» проекты өҫтөнлөклө инвестиция проекты булып тора. Проект сиктәрендә ағас материалдары етештереү өсөн 800 кв.м майҙанлы етештереү майҙансығы төҙөү план- лаштырыла. Әлеге проектты ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә өс яңы эш урыны булдырыласаҡ, шулай уҡ төп капиталға 10 млн. һум күләмендә инвестициялар индереү, муниципаль район бюджетына һалым керемдәрен арттырыу күҙҙә тотола, — тип һөйләне Бишбүләк районы хакимиәтенең инвестициялар, иҡтисад hәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе Елена Александровна Захарова.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.
Валерий Михайлов hәм...
+ Хәбиров фотоһы.
Сәнәғәт етештереүе hәм иҡтисад беҙҙең республика хөкүмәте өсөн — төп hәм мөһим бурыс. Һеҙ булмаһағыҙ — һалымдар, социаль үҫеш, башҡа нәмәләр булмаясаҡ. Шуға күрә сәнәғәт үҫеше менән бәйле бар нәмә туранан-тура минең шәхси иғтибарым үҙәгендә. (Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың XIX Рәсәй сәнәғәтфорумында сығышынан, 2020 йылдың 26 феврале).