Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
15 Август 2024, 02:38

Бишбүләктә тротуарҙарҙы яңырталар

Йәйәүлеләр юлына капиталь ремонт Бишбүләк ауылының Yҙәк урамынан башланды

Бишбүләктә тротуарҙарҙы яңырталарБишбүләктә тротуарҙарҙы яңырталар
Бишбүләктә тротуарҙарҙы яңырталар

Республикала төбәк башлығы сифатында эшләй башлағанда, Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программа- ларын тормошҡа ашырғанда, тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөhим, hәм уңайлы, комфортлы ҡала  мөхитен булдырыу — иң мөhим бурыстарҙың береһе, сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне.

— Район үҙәгендә йәшәүселәрҙең күбеһе йәйәүлеләр өсөн тротуар юлдарының торошо алама, булыу-булмауы тураһында Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһe хакимиәтенә күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итте, — ти Бишбүләк ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Александр Семенов. — Граждандарҙың һүҙҙәренә һәм талаптарына беҙ ҡолаҡ һалдыҡ һәм айырым контролгә алдыҡ. Проект-смета документацияһын төҙөү һәм подрядсыны эҙләү уҙған йылда башланды. Беҙ «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ҡушылдыҡ. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 4 млн. 300 мең һум аҡса алдыҡ. Тендерҙы Бәләбәй ҡалаһы «Техстрой» йәмғиәте подрядсыһы еңде. Тротуарҙың киңлеге 1,5 метр тәшкил итәсәк. Бордюрҙар hәм асфальт ҡатламы бер тигеҙлектә буласаҡ, асфальт ҡатламы үҙе
ҡабарып торған формала һалынғас, тротуарҙа һыу йыйылмаясаҡ. 2024 йылда тротуар хәрби комиссариат бинаһына ҡәҙәр  һалынасаҡ, эштәрҙе 2024 йылдың октябрь аҙағына ҡәҙәр тамамлау планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта тротуарҙың «Огонек» магазинынан Еңеү паркына тиклемге участогындағы эштәрҙең бер өлөшөн 1 сентябргә тамамларға ниәтләйҙәр. Төҙөлөш бригадаһы инде автовокзалдан Үҙәк урам буйлап үҙәккә табан тротуарға капиталь ремонт яһау эштәрен башҡара. Район үҙәгендә яңы тротуарҙарҙы ремонтлау hәм һалыу эштәре артабан да дауам итәсәк.
Район үҙәгендәге йәйәүлеләрҙең һәм Үҙәк урамдан үтеүсе машина йөрөтөүселәрҙең күбеһе тротуар эшләүсе оҫталарҙың эштәренә ҡәнәғәтлек белдерә. Бында алдан уҡ улар тарафынан төҙөлөш материалдары — ҡырсынташ һәм тротуар бордюрҙары килтерелгән, ремонт эштәрен башҡара торған техника ла бар.
— Минең бригадам 2012 йылда Бишбүләктәге бер объектта төҙөлөш эштәрен алып барҙы, — ти бригада мастеры Самвел Бадалян. — Бишбүләктә йәшәмәгән сит кешегә бында булған ыңғай үҙгәрештәр яҡшы күренә. Бишбүләк ауылы яңыртыла һәм төҙөкләндерелә. Минең бригадала ундан ашыу кеше эшләй. Әлеге ваҡытта беҙ бында өсөү эшләйбеҙ: урынбаҫарым Вачик Бадалян hәм йәш экскаваторсы Рәзиф Сөнәғәтуллин. Һауа шарттары яҡшырыр, hәм беҙ үҙ эшебеҙҙе күрһәтелгән ваҡытҡа сифатлы итеп башҡарып сығырбыҙ, тип өмөт итәбеҙ.

Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.

 

 

Бишбүләктә тротуарҙарҙы яңырталар
Бишбүләктә тротуарҙарҙы яңырталар
Автор:
Читайте нас