Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
19 Август 2024, 07:08

Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды. 

Уны Өфөләге Заһир Исмәғилев һәйкәле, «Ете ҡыҙ» фонтаны авторы Хәниф Хәбибрахманов эшләгән.   

Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды.Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды.
Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды. 

Йомабай Иҫәнбаев һәйкәленең авторы —  билдәлелек яулаған башҡорт скульпторы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов (Өфөләге Заһир Исмәғилев һәйкәле, «Ете ҡыҙ» фонтаны һәм башҡалар).

«Һәйкәл асылыуы — бик мөһим ваҡиға. Ул башҡорт халҡының мираҫына һәм традицияларына ихтирам билдәһе булып тора», — тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев.

Шул уҡ көндө ҡурайсының тыуған төйәгендә уға бағышланған китаптың исем туйы уҙҙы. Данлыҡлы ҡурайсы хаҡында яҡташтары, китаптың авторҙаштары — Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Түңгәүер ырыуы башлығы Хөрмәтулла Үтәшев үҙ һүҙен әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөлә Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап-альбом нәшер ителеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

 
 
Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды.
Хәйбуллала күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды. 
Автор:
Читайте нас