Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәнәғәт һәм социаль өлкә өсөн кадрҙар әҙерләү сәйәсен эҙмә-эҙлекле рәүештә хуплай hәм был йүнәлештә маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Урта профессиональ белем сифатлы hөнәр алыу өсөн мөмкинлектәр аса, был социаль мобиллеккә hәм тормош дәрәжәһен яҡшыртыуға ярҙам итә.
Бәләбәй механизация hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалында 275 студент hөнәр ала. Былар — ашнаҡсы һәм кондитер эше, ауыл
хужалығы техникаһын hәм ҡоролмаларын эксплуатациялау hәм ремонтлау кеүек белгестәр. Шулай уҡ ауыл хужалығы производствоһында тракторсы-машинист, ауыл хужалығы производствоһында электр ҡорамалдарын ремонтлау hәм хеҙмәтләндереү буйынса электр мастеры, дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы кеүек hөнәрҙәр буйынса белем алалар. Уҡыу йорто етәксеһе Ринат Әфләтүнов әйтеүенсә, студенттарға колледжда уҡыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Республика Башлығы үҙенең бер сығышында колледждарҙа уҡыуҙың абруйлы булыуын билдәләп үтте. Уларҙы Башҡортостанда 9-сы класты тамамлаусыларҙың 60
проценты һайлай: «Беҙҙең бурысыбыҙ — йәштәргә сифатлы белем hәм кәрәкле hөнәр алыу өсөн шарттар тыуҙырыу», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
— 2021 йылдан алып Бәләбәй колледжы филиалында ашнаҡсы - кондитерлыҡҡа уҡыйым. Миңә шунда уҡ дөйөм ятаҡтан урын бирҙеләр. Бында шарттар бик яҡшы. Комендант менән тәрбиәсе беҙгә hәр ваҡыт ярҙам итә, кәңәштәр бирә, бының өсөн мин уларға бик рәхмәтлемен. Колледжда уҡыуға килгәндә, миңә бында барыһы ла оҡшай. Уңайлы шарттарҙа уҡыйбыҙ. Тейешле кимәлдә белем алыу өсөн барыһы ла бар. Иң мөhиме, бында бик яҡшы уҡытыусылар hәм директор, — тип һөйләй колледж студенты Карина Михайлова.
— Теоретик белем биреү өсөн филиалда 250 уҡыусыға иҫәпләнгән уҡыу корпусы hәм 105 уҡыусыға иҫәпләнгән уҡыу оҫтаханаһы бар. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн спорт hәм тренажер залдары бар. Филиалдың матди базаһы ла мөмкин ҡәҙәр нығый: оҫтаханалар ҡоролмалар һәм инструменттар менән йыһазландырыла, уҡыу кабинеттарында электрон уҡыу әсбәптары, компьютер техникаһы урынлаштырыла. Уҡыу практикаһын үтеү өсөн, техник уҡытыу саралары һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған оҫтаханалар һәм лабораториялар бар. Студенттарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булған дөйөм ятаҡ бирелә, — ти Ринат Зөфәр улы.
Наилә СӘБӘХОВА.
«Студенттарыбыҙ өсөн уңайлы мөхит булдырыу бик мөhим. Әгәр ҙә яҡшы дөйөм ятаҡтар, заманса ҡорамалдар, төрлө ял итеү саралары булһа, егет-ҡыҙҙарыбыҙ рәхәтләнеп уҡыясаҡ».