Учалы ҡалаһы, «Урал батыр юлы». Проект концепцияһы нигеҙенә «Урал батыр» эпосы һалынған. Бында ваҡиғалар зонаһын яңыртыу, спорт майҙансыҡтарын тулыландырыу һәм балалар өсөн уйын майҙансығын тулыһынса үҙгәртеү көтөлә.
🌳 Салауат ҡалаһы, «Салауат: өн аралаш ете төш». Проект дөйөм концепция менән берләштерелгән биләмәләрҙе, ҡалалағы йәмәғәт киңлектәрен, торлаҡ райондар, мәҙәниәт һәм мәғариф объекттарын төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.
🌳 Нефтекама ҡалаһы, «Нефтекама: ваҡыт күсәре». Проекттың концепцияһы Ленин урамындағы аллеяны «ваҡыт күсәре» булараҡ интерпретациялай, унда ҡала үҫешенә бәйле барлыҡ темалар берләшәсәк.
🌳 Бәләбәй ҡалаһы, «Новаторҙар бульвары». Проект биләмәне тулыһынса үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота. Уға ярашлы, бульвар һәм майҙан кеше тормошо һәм үҫеше метафораһын, шулай уҡ ҡаланың сәнәғәт тарихын һынландыра.
🌳 Благовещен ҡалаһы, «Воскресенск рәттәре». Проект тарихи ҡиммәттәр, визуаль образдар һаҡланған, халыҡтың ихтыяждары, шулай уҡ ҡаланың үҫеш йүнәлеше сағылдырылған уңайлы һәм заманса урам булдырыуҙы күҙ уңында тота.
📌 2019 йылдан Башҡортостандан конкурста ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәрелгән, 34 проект еңеү яулаған. Республика конкурста еңеүсе проекттар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Татарстан һәм Мәскәү өлкәһенән һуң 3-сө урынды биләй. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4 миллиард һум йүнәлтелгән.