«Һеҙҙең иҫәптәрегеҙ менән кемдер ҡуллана, аҡсағыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ашығыс рәүештә ышаныс ҡағыҙына ҡул ҡуйығыҙ», — тип талап итә мутлашыусылар.
Был схемала төп инструмент – Дәүләт хеҙмәттәрендәге профиль һәм электрон ҡултамға өсөн ҡушымта – Дәүләт асҡысы.
Ҡағиҙә булараҡ, алдау өсөн мутлашыусылар пенсионерҙарҙы һәм урта йәштәге кешеләрҙе һайлай. Шылтыратҡанда енәйәтсе үҙен Дәүләт хеҙмәттәре вәкиле йәки эске органдар хеҙмәткәре тип таныштыра.
Енәйәтселәрҙең сценарийы нисек төҙөлгән:
⃣ Улар Дәүләт хеҙмәттәрендә шәхси кабинетҡа инеү мөмкинлегенә эйә була. Бының өсөн мутлашыусылар иҫке сим-карталар һатып ала йәки үҙҙәрен элемтә операторы тип таныштыра һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша килешеүгә ҡул ҡуйыуығыҙҙы һорай. Улар сайтҡа портал рәүешендә ялған нотариаль ышаныс ҡағыҙын беркетә, йәнәһе документ кешенең бөтә иҫәптәренә идара итергә мөмкинлек бирә.
2⃣ Ҡорбанға «органдарҙан» шылтыраталар һәм уның бөтә мәғлүмәттәренең интернет селтәренә эләгеүен хәбәр итәләр. Аҡсағыҙҙы ҡотҡарыу өсөн ашығыс рәүештә ышаныс ҡағыҙына электрон ҡултамға ҡуйырға кәрәк. Бының өсөн Дәүләт асҡысына инергә тәҡдим була. Әгәр кешенең Дәүләт асҡысы булмаһа, уға асҡысты ҡуйыу буйынса күрһәтмә ебәрелә.
3⃣ Кеше ышаныс ҡағыҙына ҡул ҡуя, һуңынан уға тағы шылтыраталар – был юлы органдарҙан «ысын» хеҙмәткәр борсой. Ул һеҙҙең мутлашыусыларҙың тоҙағына эләгеүегеҙҙе хәбәр итә һәм аҡсағыҙҙы ҡотҡарыу өсөн уларҙы ашығыс рәүештә «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсереү кәрәклеген белдерә. Әгәр кеше ризалашһа, уның аҡсаһы енәйәтселәргә эләгә.
✅ Үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек һаҡларға?
▫ Шылтыратып, үҙен Дәүләт хеҙмәттәре хеҙмәткәре тип таныштырыусылар менән һөйләшмәгеҙ, шунда уҡ телефонығыҙҙы һалығыҙ. Портал хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да һеҙгә шылтыратмаясаҡ.
▫ Шәхси кабинетҡа инеү өсөн үҙегеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ: шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе үҙегеҙ әйтмәһәгеҙ, енәйәтселәр аккаунтҡа инә алмаясаҡ.
▫ Һеҙҙең иҫәп һәм шәхси мәғлүмәтегеҙ менән идара итергә хоҡуҡ биргән документтарға ҡул ҡуймағыҙ. Нотариаль ышаныс ҡағыҙын кешенең шәхси ҡатнашлығынан тыш рәсмиләштереп булмай — Дәүләт хеҙмәттәренә индерелгән был документ юридик көскә эйә түгел.