Һауа шарттары яҡшырыу менән беҙҙең игенселәр бөтә көстәрен урып-йыйыуға hәм уңышты һаҡлап ҡалыуға йүнәлтте. Киров исемендәге кооператив йыл һайын урып-йыйыу эштәре темптары буйынса алдынғылар рәтендә. Сиҙәкбаш игенселәренең тырышлығы менән 844 гектар майҙанда иген культуралары сабылған, 744 гектар майҙанда һуҡтырғандар, шул иҫәптән: ужым боҙайы — 103 гектарҙа, арпа — 453 гектарҙа, арыш — 288 гектарҙа. Бөгөнгө көнгә 10900 центнер иген йыйылған, уртаса уңыш — гектарына 15 центнер. Бында һыйыр малы өсөн сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә айырым контролдә тора. Малдарҙы ҡышлатыу өсөн 50 гектар майҙанда силос кукурузы йыйып алынған, тағын 68 гектарҙа йыяһы ҡалған. Тулайым йыйым 619 тонна тәшкил иткән. Киләһе йылдың уңышы тураһында уйлап, сиҙәкбаштар бер үк ваҡытта көҙгө культуралар сәсә. 2025 йыл уңышы өсөн 278 гектар ужым арышы сәселгән.
Арыш баҫыуына барып етәбеҙ. Комбайндар яҫмаларҙы һуҡтыра. Киров исемендәге кооператив аграрийҙарының мөhим ауыл хужалығы кампанияһы бара — иген культураларын йыялар
Бункерҙарҙың иген менән тулыуын көтөп, сиратта КамАЗдар тора. Беҙҙең машинаны күреп, 30 йыллыҡ эш стажы булған комбайнсы, Киров исемендәге кооператив етәксеһе Александр Маркелович Тихонов рация аша барлыҡ механикалаштырылған звеноға сафҡа теҙелергә команда бирә. Барыһы ла бер миҙгелдә үтәлә. Дөйөм фото яһаныҡ — hәм барыһы ла яңынан үҙ эш урындарына йүнәлде, hәр минут иҫәптә бит.
— Һауа шарттары арҡаһында урып-йыйыу эштәрен әле генә башлап ебәрә алдыҡ. Юғалтыуҙар, әлбиттә, ҙур, ләкин ошо аяҙ көндәрҙә уңышты йыйып алып өлгөрөргә кәрәк, — ти Александр Маркелович. — Кемдер Тoөьяҡта, кемдер башҡа ойошмаларҙа эшләүсе, ләкин әлегә буш ваҡыттарында игенселәр менән бергә баҫыуҙа беҙгә ярҙам иткән ауылдаштарыма ҙур рәхмәт. Хужалыҡтың ауыр хәлдә ҡалыуын аңлайҙар. Афарин, егеттәр. Әгәр hауа торошо шулай торһа, бындай эш темпы менән беҙ көн һайын 100 гектар уңыш йыя аласаҡбыҙ. Бындай эш темпында урып-йыйыуҙа ҡатнашыусы механизаторҙарыбыҙҙың күрһәткән хеҙмәте ҙур. Иген культураларын ТВЗ-7-лә Егор Ефремов менән Андрей Федоров, «Massey Ferguson» комбайнында Дмитрий Иванов саба. «Дон-1500» комбайнында Александр Тихонов, Сергей Васильев hәм Евгений Филиппов өсәүләп яҫмаларға һалынған теҙмәләрҙе йыйып, һуҡтыралар, «Акрос» комбайнында Геннадий Тихонов эшләй. Ашлыҡты КамАЗ машинаһы менән ындыр табағына шоферҙар Сергей Тихонов, Максим Захаров, Иван Волков hәм Сергей Лапшин ташый. Баҫыуҙан килгән иген таҙартыу, сорттарға айырыу процесы уҙа. Артабан уңышты һаҡлау өсөн келәттәргә һалалар. Әлеге яуаплы эште хужалыҡтың баш агрономы Олег Рузаков менән хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бишбүләк районының Маҡтаулы гражданины Владимир Абрамов башҡара. 86 йәшлек Владимир Николаевич тыуған хужалығына 65 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Бөгөн дә ул ауыл хужалығы кооперативын ҡайғыртып йәшәй. Барлыҡ уңыштың иҫәбен Марина Степанова алып бара. Быйыл хужалыҡ яңы ЗМ-40 агрегаты һатып алған, КЗС25те яңыртҡандар. Элек ашлыҡты эшкәртеү өсөн соҡорға (Зав) бер генә машина бушатыла ала ине, ә хәҙер — биш машина, был өҙлөкһөҙ эшләүгә һиҙелерлек йоғонто яһай.
Сиҙәкбаш хеҙмәтсәндәренең эш кәйефе яҡшы. Уңышты йыйып алыу өсөн улар иртә таңдан алып ҡараңғы төшкәнсе эшләйҙәр, республиканың аҙыҡ-түлек үҙ өлөштәрен индерәләр. Иң мөhиме, hауа торошо ғына боҙолмаһын..
Ирина Фомина.
Артур Амур улы Ғәлиев, Бишбүләк районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, райондың ауыл хужалығы идараһы башлығы:
— Дәүләт ауыл хужалығы етештереүселәренә әүҙем ярҙам күрһәтә, тәжрибәле hәм йәш аграрийҙарға төрлө субсидиялар рәүешендә бирелә. Айырым алғанда, Киров исемендәге кооператив субсидиялар — конкрет маҡсаттарға сығымдарҙың билдәле бер өлөшөн компенсациялаy рәүешендә финанс ярҙамы ала: мәҫәлән, ауыл хужалығы техникаһы, минераль ашламалар һатып алыу, тупраҡтың уңдырышлылығын hәм сифатын арттырыу өсөн.