Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
10 Сентябрь , 15:39

Атайлы ҡыҙ ине…

Балҡып һүнгән ут Ғимранды ҡараңғылыҡтан йолоп алды ла кире юҡ итте. – Ҡайттыңмы, емтеккә туя белмәгән бирән, – ҡараңғы бүлмәнән сыҡҡан нәфрәтле тауышҡа тағы тертләне ир. – Абау, ҡотто аласы. – Ҡотоңдо түгел, йәнеңде алырмын, аҙау үгеҙе, – үҙе ултырған бүлмәнең утын ҡабыҙып Гөлбикә ханым ишеккә табан атланы.

Атайлы ҡыҙ ине…
Атайлы ҡыҙ ине…

– Ни… – ҡатынының туҙған сәстәрен ялбыратып, йоҙроғон болғап етеп килгәнен күргән Ғимран һүҙен әйтеп бөтә алмай ауыҙын асҡан килеш ҡатып ҡалды.

Уға ҡарап ҡатҡан Гөлнәзирәнең йөҙөн мейестәге ут ялҡыны ғәжәйеп сүрәткә килтергән. Ялҡын телдәренең уйнауы ыңғайына ул йә хур ҡыҙылай һылыу, йә убыр ҡарсыҡтай имәнес төҫ ала. Елпек шәмдең һүрәм яҡтыһы иҙәндә торған ҡыҙ баланы төҫмөрләрлек кенә яҡты һибә.

Бала әсәһенең итәгенән тартып, уға аңҡайып ҡараны:
– Әсәй, атай ҡайттымы әллә? – тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.
Ирҙең йөҙөндә шатлыҡ-бәхет сатҡылары. Табыш менән ҡайтҡан һунарсы, дошманын еңгән батыр, сихырҙы емергән егет, кәсебе уңған сауҙагәр – уның бар булмышында бөтә ауырлыҡтары артта ҡалған кешегә генә хас һиллек…
Гөлнәзирәнең күҙҙәренән йәштәр аға. Ул уны һиҙмәй. Йөрәгендә ҡайнаған мең төрлө тойғо йөҙөнә сыҡҡан: ҡыуаныс та, ҡурҡыу ҙа, тормошоноң бынан ары яҡшыға үҙгәреүенә өмөт тә, был хәлдең хәйерлегә барып бөтөүенә шикләнеү ҙә… Көтмәгәндә, инде тамам төңөлгәс, нисәмә йылдар хәбәр-хәтере булмаған ире ҡайтҡан. Фашист әсирлегенән ҡасып, партизан отрядында һуғышһа ла, еңеү йылының көҙөндә ул ҡулға алынғайны. Һатлыҡ йән мөһөрө һуҡтылар. Ҡатыны менән яңы ғына йәшәй башлағайнылар.
– Әсәй, атай мәллә? – сабырлығын юғалтҡан бала, әсәһенән яуап алмағас, итәкте ебәрмәй генә иргә ынтылғандай итә лә, туҡтап ҡала.
Ул атаһын күргәне юҡ. Уны хөкөм итеп, алыҫ Себергә ебәргәндә тыумай ҡалған. Иҫ белгәндән бирле атаһын көтә. Фотоһүрәтенә ҡарай ҙа уны баһадир, донъялағы иң матур кеше итеп хис итә. Урамда әхирәттәре үсегешкәндә, дошман балаһы, тип орошторһалар ҙа, атаһынан ваз кискәне юҡ. Ул уны ярата, ҡайтыуын теләй, көтә. Атайлы булғыһы килә. Башҡалар кеүек.
– Гөлнәзирә! – һағыш, яратыу тулы ауаз ҡайҙандыр тәрәндән, йәнде тетрәндереп, иңрәтеп яңғыраны. – Мин ҡайттым. Аҡландым.
Ҡатындың ағарынған йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Бар булмышын шатлыҡ ялмап алды. Ул мейестәге уттан да яҡтыраҡ баҙлап киткәндәй булды.
– Бәхтиәр! – ҡатын хәле бөтөп иҙәнгә сүгәләй башланы. Ир бер ынтылыуҙа уны ҡосағына ҡарманы, күкрәгенә ҡыҫты.
– Атай! – Гөлбикәнең был кешенең атаһы булыуына, уның ҡайтыуына шиге ҡалманы.
Бәләкәй өй эсе бәхет менән тулды. Инде ҡышҡы һыуыҡтарҙа утынһыҙ интекмәҫтәр, бесәндең наҡыҫлығынан һыйырҙары яҙға күтәртмәҫ, ямғырҙа йорт түбәһенән һыу аҡмаҫ, ҡыйшайған ҡоймалар рәткә килер, халыҡ дошманы бисәһе, тип кәмһетеү-рәнйетеүҙәр артта ҡалыр, әрһеҙ ирҙәр урап үтер. Гөлбикә атайлы, яҡлаулы ҡыҙ булғас, урамда ғорур йөрөр.
1953 йылдың декабрь кистәренең береһендә Мөхитдиновтар ғаиләһе иң шатлыҡлы мәл кисерҙе. Гөлбикә ханым, ул ваҡытта үҙенә ни бары ете генә йәш булһа ла, атаһы ҡайтҡан мәлдең һәр секундын иҫләй, күңелендә һаҡлай.
Бәхетле йәшәне ата-әсәһе. Айырылышыу ғазабын кисергән ир менән ҡатын ғүмерҙәре буйы бер-береһен ҡәҙер итте. Булғанына шөкөр ҡыла, ҡыуана белделәр.
– Атаһы, йонсоу күренәһең, ятып торһаңсы, – тиер ине әсәһе, ире, көндәлек мәшәҡәттәрҙән талсығып, сәйгә ултырған ерендә ойоп китһә йә, шымтайып, уның өндәшеүенә һүҙ ҡатмаһа.
– Әсәһе, һиңә лә еңел түгел. Көнө буйы тик тормайһың, орсоҡ кеүек өйөрөләһең, аяғыңдың ни йәне ҡалалыр инде. Ҡыймылдамаһаң, донъя баҫып бара бит. Сабыр ҡылмай булмай шул, – тип яуаплар ине атай кеше, зарланыу урынына.
Йәмле ине уларҙың өйө. Күңел йылыһы менән йылытылғайны ул. Ҡустылары, һеңлеләре тупылдап тыуып торҙо. Түлле булды йорт.
Хәҙер һағына. Өҙөлөп һағына бала сағын. Инде етенсе тиҫтәне ваҡлап, бөхтә, бөтә уңайлыҡтары булған ҡала фатирында йәшәһә лә, алыҫта ҡалған ауыл өйөнә ашҡына.
Атайлы булып йәшәргә насип булды уға. Атайҙың да ниндәйе менән бит әле. Һаҡларлыҡ, таянырлыҡ, ярҙамға килерлеге менән!

***
Бынан теүәл егерме биш йыл элек булған ваҡиға ла энәһенән ебенә ҡәҙәр иҫендә Гөлбикә ханымдың.
Ҡаланың тотҡаһы булған тау комбинатында баш иҡтисадсы вазифаһында эшләгән ире, ғәҙәттәгесә, һуңға ҡалды. Гөлбикә, ярһыған күңелен тыя алмай, ут та ҡабыҙмай, ҡәнәфиҙә ултыра. Сабырһыҙланып ишеккә төбәлгән. «Ҡайтып ҡына инһен әле, иманын уҡытам уйнаштың», – мейеһендә тик ошо уй-ниәт кенә өйөрөлә. Асыуы бөтә булмышын биләп алған, башҡа бер ни хаҡында ла уйлай алмай. Йөрәге лә: «Һатлыҡ йән, һатлыҡ йән... Уйнаш, уйнаш…» – тип тибә кеүек.
Бына ишек асылды. Яҡты подъездан ҡараңғы фатирға атлаған ир шәүлә булып күренде. Ят, имәнес. Әйтерһең дә, албаҫты.
– Аһ-аһ, нишләп ҡараңғы? – ҡайтыуына гел гөлтләп торған торлағындағы шөҡәтһеҙ ҡараңғылыҡҡа Ғимран аптыраны. Был тауыш Гөлбикә ханымдың күңеленең әллә ҡайһы ҡылын яҡын һәм яғымлы булыуы менән һиҫкәндереп ебәргәндәй итһә лә, кәйефе үҙгәреүһеҙ ҡалды. «Әйтәм, бөтәһен дә ярып һалам, фашлайым һатлыҡ йәнде», – тип дарҫлап типте йөрәге. Йәне бармаҡ остарында ғына эленеп тора, быулыҡҡан йөрәгенән шунда күсеп, бына осам, бына өҙөлөп төшәм, тигәндәй талпына һымаҡ.
Ғимран ут ҡабыҙам тип яндырғыстың төймәһенә баҫҡайны, лампочка «гөлт» итеп балҡыны ла һүнде.
– Уй, әттәгенәһе, – ир, көтөлмәгән хәлдән тертләп, сүгәләгәндәй итте. Йыш ҡына осрап торған был күренешкә фән теүәл яуап бирә. Лампочканың һыуыҡ тимер сымы юғарыраҡ ҡаршылыҡ көсөнә эйә. Шуға ла ҡабыҙғанда ток талап ителгәндән көслөрәк килә. Металдың йомшарған урындары булыуы ихтимал. Улар тиҙерәк ҡыҙа һәм, ток көслө булғанға күрә, шул мәлдә үк өҙөлөп тә китә – лампочка «гөлт» итеп балҡый һәм эшлектән сыға. Хәс тә кеше тормошондағы кеүек. Юҡҡа ғына, ҡайҙа нескә, шунда өҙөлә, тимәйҙәр бит.
Балҡып һүнгән ут Ғимранды ҡараңғылыҡтан йолоп алды ла кире юҡ итте.
– Ҡайттыңмы, емтеккә туя белмәгән бирән, – ҡараңғы бүлмәнән сыҡҡан нәфрәтле тауышҡа тағы тертләне ир.
– Абау, ҡотто аласы.
– Ҡотоңдо түгел, йәнеңде алырмын, аҙау үгеҙе, – үҙе ултырған бүлмәнең утын ҡабыҙып Гөлбикә ханым ишеккә табан атланы.
– Ни… – ҡатынының туҙған сәстәрен ялбыратып, йоҙроғон болғап етеп килгәнен күргән Ғимран һүҙен әйтеп бөтә алмай ауыҙын асҡан килеш ҡатып ҡалды.
– Етте, түҙемлегем бөттө… Күргем дә килмәй, сығып кит һөйәркәңә... Йәшлегемде, бөтә ғүмеремде аяҡ аҫтына һалып тапаның... Күрә алмайым. Күҙемдән юғал! – Һыҡтау аша нәфрәт менән ташланған был һүҙҙәрҙең айышына төшөнә алмай торҙо Ғимран. Бындай ҡиәфәттә ҡатынын да тәүләп күреүе. Егерме йылға яҡын бергә ғүмер итеп тә Гөлбикәһенең шул тиклем ярһығанына шаһит булғаны юҡ уның.
Бының кеүек ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә уйҙар йәшен тиҙлеге менән йөрөүсән. Ғимран донъялағы иң ҡеүәтле компьютер етеҙлегендә ҡатынының һәр һүҙенә байҡау яһап сыҡты. Хәләл ефете уны оло гонаһта ғәйепләй. Иңе күтәрерлек булмаған ауыр, ҡурҡыныс һүҙҙәр. Ул ғүмер буйы ғәҙел, кешелекле, миһырбанлы булырға тырышты. Үҙенең һирәк осрай торған шундай заттар рәтендә булыуына инанып йәшәй ҙә баһа. Тимәк, яңылышҡан, иң яҡын кешеһе башҡа фекерҙә. Нишләп улай? Ҡайҙа абынды, ҡайҙа яңылышты?
Эштә тырыш, быны күргән хужалар уны яйлап үрләтә барҙы. Биш йыл элек үтә лә яуаплы вазифа йөкмәттеләр – комбинаттың баш иҡтисадсыһы. Эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Пландар, программалар, отчеттар – тауҙан төшкән ҡар ишелмәһе тәгәрләгән һайын нисек ҙурайһа, ҡағыҙ ағымы ла йылдан-йыл тик арта ғына. Кистәрен дә ҡалып эшләй, ял көндәрендә лә сыға. Эйе, ғүмере эшендә үтә, өйҙә лә күп осраҡта шул һандар тураһында уйланып йөрөй. Иләҫләнеүе, ҡырыҫлығы, аҙ һүҙле булыуы, ҡайһы ваҡытта яҡындарына илтифатһыҙланып китеүе лә шунан. Ҡыҫҡаһы, эшендә яна. Кемгәлер яманлыҡ ҡылам икән, тигән уй башына инеп сыҡҡаны ла юҡ. Ҡылынмаған ғәмәл тураһында киреһен раҫларға мөмкинме ни? Ғәмәл йә атҡарылған, йә юҡ. Икеләнеү урынһыҙ. Фәйләсүфтәр ысулы менән хәҡиҡәткә өлгәшеп булмай был осраҡта. «Йәшлегемде, бөтә ғүмеремде ергә һалып тапаның», – тиеүгә Ғимран, баҙап, ни әйтергә белмәһә, бинахаҡҡа зина ҡылыуҙа ғәйепләүгә яуабы оторо булды:
– Ни һөйләйһең, үҙ аҡылыңдаһыңмы һин? Ҡасан, ҡайҙа, кем менән? Күҙеңде ас, уян!
– Беләм! Бөтәһен дә беләм! Байназарова менән эштән бергә ҡайтаһығыҙ урам буйлап, бүлмәңдән сығышмай, тиҙәр, командировкаларға ла ҡушарлап йөрөйһөгөҙ, хатта йыллыҡ ялығыҙ ҙа тап килә. Кеше күрмәй, һөйләмәй, тиһеңме! Күҙем асылды. Нисәмә йыл алданып ғүмер иткәнмен, – ер йөҙөндә ҡырҡ йылдан ашыу йәшәп тә үҙенә ҡарата был тиклем дә дорфа ташланған һүҙҙәрҙе Ғимрандың тәүләп ишетеүе. Көслө инаныу менән әйтелгәндең ялған икәнен нисек аңлатыр, ниндәй һүҙ, дәлил табыр? Һарыҡты ашаһа ла, ашамаһа ла, бүренең мороно ҡанлы. Ашаманым, тип нисек кенә танһа ла – бер кем ышанмаясаҡ.

***
Был кистә Ғимран өйҙә ҡалды. Ҡатынын, төптө яңылыш уйҙа йөрөүендә дүндерә алмаһа ла, тынысландырҙы. Ләкин күңеленең бер өлөшө кителеп төштө лә селпәрәмә килде. Башҡаса ул Гөлбикәгә, йәшлек мөхәббәтенә, донъялағы иң яҡын кешеһенә кеүек мөнәсәбәттә була алмай ине. Бинахаҡҡа битеңә төкөргәнгә нисек йылмаймаҡ кәрәк? Араларында күренмәҫ пәрҙә хасил булды.
Байназарова… Эйе, яҡындан аралаша. Эш буйынса. Башҡа уй башына инеп тә сыҡмай. Ҡатынына быны нисек аңлатһын? Тыңлап та тормаясаҡ. Аҡланаһың, тимәк, ғәйебең бар, тиәсәк.
Тағы ла уны ғәжәпләндергәне: кешегә ғәйеп ташлау ҡайһылай анһат икән. Һатлыҡ йән түгелмен, тип ғәйепләүсенең алдына быны раҫлаусы дәлилде кеҫәнән сығарып һалып булмай бит. Сафлығыңды иҫбатларға теләп, күкрәгеңде йыртып ас, иллә-мәгәр һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Күкрәгеңә лә йыйылып ятмай бит ҡылған йә ҡылмаған ғәмәлең.
Гөлбикә ханым үҙ фекерендә ҡалды. Иренең бер һүҙенә лә ышанманы. Ул ситкә йөрөй – Гөлбикәгә бер кем дә, бер нисек тә бының киреһен тәҡрир ҡыла алмаҫ. Ирҙәр бөтәһе лә йөрөй, уныҡы фәрештәме ни? Тик ул шул тиклем хәйләкәр һәм оҫта эҙ йәшерә – хыянатына бер генә дәлил дә килтерә алмаһа ла, Гөлбикәнең сигенергә иҫәбе юҡ. Тантана итер көнө алда! Барыбер табасаҡ, тотасаҡ, фашлаясаҡ!
Ошо көндән Ғимран ҡаты күҙәтеү аҫтындағы тотҡон хәлендә ҡалды. Эштән һуңлап ҡайтһа – һөйәркәһендә булған, йомош менән ҡайҙалыр йыйынһа – һөйәркәһе менән күрешергә ашҡына, телефондан һөйләшһә – осрашыу тураһында хәбәр еткерә, сәсен тарап, көҙгө алдына баҫһа – һөйәркәһе өсөн яһана... Әсәләренең шашып-шашҡанын күреп йөрөгән балалар аталарын яҡлап бер һүҙ ҡатһа – балаларҙы уға ҡаршы ҡотортоуҙа ғәйепләнә. Хәҙер һәр яңылыш баҫҡан аҙымы, бәләкәй генә кәмселеге – бөтәһе лә микроскоп аҫтына һалып тикшерелә һәм гел бер һығымта яһала: Ғимран – донъялағы иң әшәке, иң булдыҡһыҙ, иң яуыз, үҙен генә яратҡан кеше. Ҡаршы бер һүҙ әйтһә лә:
– Мин беләм! Фәрештәләр үҙҙәре әйтеп тора, – ҡарап тороуға шап-шаҡтай кешенең һүҙҙәре яртаҡылдыҡына тартым. Ир ҡатынының зиһене камиллығына шикләнеп тә ҡуя.
Аяуһыҙ ут аҫтында Ғимран өс йылға яҡын түҙҙе. Тәүҙә балалар хаҡына. Тора-бара Гөлбикәнең зиһене ҡуҙғалғандыр тигән шиге уянды, уны йәлләне. Бәргән хаяһыҙ һүҙҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты. Тик сабыр ҡылыуы зәхмәткә генә юлыҡтырҙы. Йоҡоһо ҡасты, йөрәге йыш сәнсә башланы, бауыры һурылып сығырҙай булып әрнене, хәлһеҙләнде. Яңы ғына бишенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, ул үҙен ҡартайған, йәшәү тәмен юғалтҡан кеше итеп тойҙо. Сираттағы сәбәпһеҙ янъялдан һуң тәүәккәлләне – китергә булды.
Ул ҡатынын күрергә лә, тағы бер тапҡыр үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡларға ла теләмәй ине. Өйҙә кеше булмағанда эшенән машина алып килде лә, иң кәрәкле әйберҙәрен тейәп, комбинаттың дөйөм ятағына күсерҙе. Кейемдән, китап-ҡағыҙҙарҙан башҡаһын алманы ла.
«Мин китергә булдым. Икенсе ҡатынға түгел. «Ана, әйттем бит, һөйәркәһе бар, тип. Дөрөҫкә сыҡты!» – тип шашыныуыңды алдан белеп-күреп торам. Гөлбикә, һин быға тиклем дә яңылыштың, әле лә миңә бинахаҡҡа бәлә яғаһың. Яңылыштың!.. Һәм тағы бер тапҡыр өҫтәйем: һин мине ерле-юҡҡа рәнйеттең, үҙеңдең өҫтөңә оло гонаһ алдың, ғаиләбеҙҙе һин емерҙең. Мин түгел. Һиңә бер ниндәй ҙә яманлыҡ теләмәйем. Тик бәхетле генә бул. Балаларҙы ташламайым. Һинән киттем, балаларҙан түгел», – тигән яҙыу ҡалдырыуҙы кәрәк һананы Ғимран.

***
Гөлбикә ханым теүәл егерме биш йыл элек нәфрәтләнеп ирен көткән ҡәнәфиҙә ултыра. Йәшәгән ғүмеренә байҡау яһай ҙа иҫе-аҡылы китә: ни өсөн ирен шул тиклем йәберләгән? Ҙур урында эшләне Ғимраны, аҡса тапты, етеш кенә йәшәнеләр. Көнләшергә лә, зина ҡылыуҙа ғәйепләргә лә, асылда, сәбәбе юҡ ине лә баһа. Өҫтәренә барып сыҡмағас, тотмағас.
Нишләптер шул осор Гөлбикә үҙен яңғыҙлыҡта ҡалған кеүек тойҙо, тормош уны ситләтеп үтеп бара һымаҡ ине. Ҡырҡтан уҙған, йәшлеге артта ҡалған, баҫып барған йылдар ҙа аяуһыҙ. Көҙгө алдына тороп, һырҙар күренә башлаған битен һыйпай, һәленеберәк торған эйәген һылай, билен ҡапшап ҡарай. Уфтанып ҡуя. Ғимран бер ни булмағандай, бер нәмә лә үҙгәрмәгәндәй, бер ҡалыпҡа һалып алған тормошона ҡәнәғәт булып, йәшәй бирә. Ашай, йоҡлай, көн дә таҙа күлдәген, ойоғон алмаштырып кейә, эшенә барып ҡайта, ял көндәре баҡсаһында булыша, малайҙарын үҙенең янында йөрөтөргә тырыша, тәрбиәләй, йәнәһе. Гөлбикәгә уның тормошонда урын юҡ һымаҡ. Хис-тойғолар тураһында әйтәһе лә түгел. Аралашыу «эйе-юҡ»тан ары үтмәй.
Кеше ҡайһы бер мәл тормоштоң мәғәнәһен юғалта. Ғүмер миҙгелдәренең береһенән икенсеһенә күсеү осоро тип аңлаталар хәҙер был хәлде. Гөлбикә тормошоноң шундай бер дәүерендә, тойғоларына баш була алмай, үҙ ҡулдары менән ғаиләһен емерҙе, бинахаҡҡа яҡын кешеһен йәберләне.
Иренең тоғролоғона шикләнеү ойотҡоһон бисә халҡы араһында була торған ғәйбәт сәйнәү ғәҙәте һалды. Әхирәттәренең ир-ҡатын мөнәсәбәттәре тураһында сафсата һатыуын ул бер ваҡытта ла үҙе менән Ғимран араһына йоғондормай торғайны. Шулай иләҫ-миләҫ йөрөгән бер мәлдә эштә өҫтәлдәре йәнәш торған коллегаһының: «Китсе, Гөлбикә, шул тиклем дә бер ҡатлы булырһың икән, ирҙәр бөтәһе лә ситкә йөрөй», – тигән һүҙҙәренән һуң Ғимранға, уның ҡылыҡтарына, кәйефенең үҙгәрештәренә икенсе күҙлектән ҡарай башланы. Ире тураһында ситтән ишеткән һүҙҙәргә лә әһәмиәт бирҙе. Һуңғы йылдарҙа Ғимрандың үҙенә йомолоуы, ҡырыҫланыуы, эшендә йыш тотҡарланыуы сәйер тойолдо. Ҡайһы кеше бит, уны-быны уйлап тормай, шаян һүҙ йөрөтөргә ярата. «Әйкәйем, ирең ҡалаҡҡа ғына һалып йоторлоҡ», «һинең урыныңда ирем артынан тотам да ҡалмай йөрөр инем, бигерәк достойный Ғимраның» һымағыраҡ һүҙҙәргә элек иҫе китеп бармаһа, хәҙер улар бәғерен үртәй ине. Ғимран бисәләрҙең иғтибарынан ситтә түгел. Ымһыныуы ла бик ихтимал. Үҙе лә, ситләтеңкерәп булһа ла, башҡаларҙан ире тураһында белешкеләй ҡуйыуҙы ғәҙәт итеп алды. Төрлөһөн ишетте. Теләгәнен ишеттерҙеләр! Иренең икенсе йәшерен тормошо бар! Гөлбикәнең шиктәре инаныуға күсте, тормошоноң иң ғазаплы биттәрен асты. Нәфрәт – ошо бер генә һүҙ менән билдәләп була ине уның бар булмышын. Эсе янды, йөрәге ташҡа әйләнде. Ашағаны – аш, йоҡлағаны йоҡо булманы ул осорҙа.
Хәҙер ғәжәпләнә: нишләп әҙ генә булһа ла Ғимранды аңларға тырышмаған, холҡоноң үҙгәреү сәбәптәрен башҡа юҫыҡтан эҙләмәгән. Бергә ятып бергә торған, бер туҫтаҡтан тәғәмләгән, ике балаһының атаһы булған кешене күрмәгән дә, белмәгән дә. Әйтерһең, эргәһендә шәүлә йөрөгән. Үҙенең бөтә кисерештәрен бөгөнгөләй хәтерләй. Ә Ғимран ниндәй халәттә йәшәгән, эргәһендә йөрөгән? Моғайын, ул да ғаиләһе, балалары тип йән атҡандыр, көйөнгәндер, шатланғандыр, бәлки, илаған саҡтары ла булғандыр. Гөлбикә быларҙың береһен дә иҫләмәй. Тик үҙенең хис-тойғолары солғанышында булған. Ире ҡалдырған яҙманы уҡып сыҡҡас, Гөлбикә шаңҡып ошо ҡәнәфигә сүгәләгәйне. Күпме генә битәрләһә лә, йорттан ҡыуһа ла, ҡасандыр бер ваҡыт Ғимрандың уны ҡалдырып китеү ихтималлығы башына инеп тә сыҡмай ине. Шкаф та, диван да тота килеп өйҙән сығып китмәй бит. Ирен шул әйберҙәр рәтендә күргән, имеш.
Әсәһе ниндәй эске йылылыҡ менән бағыр ине атаһына! Ул – ғишыҡ уты атҡан йә иһә хужаһына текләгән тоғро эт, түрәгә ташланған түбәнсел ҡараш та түгел, ә ихтирам тулы саф күҙҙәр. Атай йортонда ир дәрәжәһен йөрәге менән тойоп үҫкән ҡыҙ, нишләп үҙ хәләлен бәҫһеҙләне, уны ергә һалып тапаны, аяғын һөрттө? Йылдар үткәс, ғүмеренең һәр дәүерен энә һиҙәбе аша үткәреп тә, ошо һорауға яуап таба алмай ул.
«Кеше ауырлыҡҡа түҙә, әллә рәхәтлеккә сыҙай алмаймы?» – тип уйлап ҡуя хәҙер, аптырағас.

***
Ғимран, ысынлап та, Байназароваға ла, башҡа бисәгә лә китмәне. Комбинат ятағында япа-яңғыҙ йәшәне. Малайҙары унда барып йөрөнө. Дүрт-биш йылдан ауылдан килгән Фәниә исемле яңғыҙаҡ ҡатын менән ҡауышты. Фатир алып сыҡтылар. Был ваҡытта малайҙары өйләнеп, ейән-ейәнсәрҙәре бар ине инде. Гөлбикә ҡартәсәй, Фәниә ҡартәсәй, тип ике урынға ҡунаҡҡа йөрөй улар хәҙер. Фәниә ҡартәсәләрен нығыраҡ та яраталар кеүек.
Гөлбикә ханым, атайлы ҡыҙ булараҡ, бәхетле бала саҡ кисерҙе, ирһеҙ ҡатын булып ҡартайҙы, хәҙер яңғыҙлыҡта ғүмер ахырын көтә.

Рәсүл БАЙГИЛДИН.

ejansura.ru

 

Автор:
Атайлы ҡыҙ ине…
Атайлы ҡыҙ ине…
Автор:
Читайте нас: