Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
12 Сентябрь , 16:22

Балаларҙа команда рухы тәрбиәләй

Тренер Дарья Ғәзизуллина етәкселегендәге «Елкән» спорт мәктәбе волейболсылары үҙҙәренең иң яҡшы уйындарын күрһәтергә ынтыла

Балаларҙа команда рухы тәрбиәләй
Балаларҙа команда рухы тәрбиәләй

«Беҙҙең бурыс — физкультураға hәм спортҡа мөмкин ҡәҙәр күберәк кешене йәлеп итеү». (Радий Хәбировтың 2022 йылдың 15 декабрендә Физик культура hәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында яһаған сығышынан)

Бишбүләк районында волейбол — иң яратҡан спорт төрҙөренең береһе. Волейболды ауыл биләмәләрендә йәшәүсе балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бик теләп уйнай. «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы күптән инде был спорт төрөн үҙенә йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. Бында район командалары шөғөлләнә, спорт мәктәбе базаһында йыш ҡына волейбол ярыштары уҙа.

Республикала балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу hәм физик әүҙемлекте үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Был физик үҫешкә генә түгел, балалар hәм үҫмерҙәрҙә лидерлыҡ сифаттарын, дисциплина hәм команда рухын формалаштырыуға ла ярҙам итә.
Бишбүләк ауылының «Елкән» спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренеры Дарья Алексеевна Ғәзизуллина — үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Ул уйын техникаһына өйрәтеп кенә ҡалмай, балаларҙа команда рухы ла тәрбиәләй. Уның тырышлығы менән йәш спортсылар ҙур уңыштарға ирешкән инде.
— Мин физкультура-һауыҡтырыу комплексында ете йыл эшләйем, шул ваҡыт эсендә ике — бер ҡыҙҙар hәм бер малайҙар командаһы сығарылды. Хәҙерге ваҡытта беҙҙә «Йәшлек» ҡыҙҙар командаһы hәм «Темп» малайҙар командаһы шөғөлләнә. Малайҙар командаһы бер йыл ғына эшләй һәм районда яҡшы һөҙөмтәләргә иреште! Ҡыҙҙар ҙа ҡалышмай, улар ҙа районда hәр ваҡыт беренсе, икенсе урындар яулай. Күнекмәләр бик һөҙөмтәле уҙа. Миңә балалар менән эшләү оҡшай, улар мине аңлай, мин — уларҙы. Күнекмәләр үткәргәндә балалар янына шулай уҡ уларҙың ата-әсәләре лә килә. Балалар күнегеүҙәрҙе бик теләп башҡара, ике сәғәт һиҙелмәйсә үтә, — тип һөйләй Дарья Алексеевна.
Тренер әйтеүенсә, волейболда көс талап иткән күнегеүҙәргә айырым иғтибар бирелә. Волейбол командалары тренажер залында шөғөлләнә.
Волейбол — командалы спорт төрө, hәм ярыштарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһе команда ағзаларының коллектив тырышлығына бәйле. Әүҙем күнегеүҙәр спортсылар өсөн эҙһеҙ уҙмай. Волейболсылар район ярыштарында hәр ваҡыт уңышлы сығыш яһап, күп тапҡырҙар еңеүсе булды. Уйын ваҡытында еңеүгә ынтылыу уларҙы  коллективта эшләргә өйрәтә, дуҫлыҡ хисе тәрбиәләй. «Елкән» спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр күп кенә ярыштарҙа hәм турнирҙарҙа ҡатнаша hәм hәр ваҡыт иң яҡшы күрһәткестәргә ынтыла. Гел генә беренсе урынды яулай алмаһалар ҙа, иң мөhиме — улар ирешелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмай, ә әүҙем шөғөлләнеүҙәрен һәм алға барыуҙарын дауам итә.
Наилә СӘБӘХОВА.
Фото Дарья Ғәзизуллинаның шәхси архивынан.

Сергей Игоревич ТАЙМАСОВ, Бишбүләк районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы мөдире:

— Волейбол районда иң дөйөм спорт төрҙәренең береһе. Йыл дауамында районда волейбол буйынса төрлө дәрәжәләге 30-ҙан ашыу ярыш үткәрелә, муниципаль, төбәк-ара hәм республика ярыштары. Миҫал өсөн, волейбол буйынса беҙҙең ир-аттар йыйылма командаһы быйыл Башҡортостан Республикаһының ауыл спорт уйындарында республиканың иң көслө 16 командаһы араһында финалда ҡатнашты. Волейбол командалы hәм «аҡыллы» уйын, тап бына шуға күрә уны уйнай торған балалар hәм өлкәндәр һаны арта.

 

Балаларҙа команда рухы тәрбиәләй
Балаларҙа команда рухы тәрбиәләй
Автор:
Читайте нас: