Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
19 Сентябрь 2024, 16:59

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән

Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон яугиҙәре дуҫлыҡтың ҡәҙерен белә

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән

Бөгөн МХО-ла төрлө категориялағы хәрбиҙәр хеҙмәт итә. Был, тәү сиратта, 2022 йылда мобилизацияның беренсе тулҡынына эләгеүселәр. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ хәрби подразделениелар шәхси составының күбрәген контрактсылар тәшкил итә. Улар араһында үҙҙәре теләп китеүселәрҙең айырым категорияһы ла бар.

— Уҙған йылдың 14 июнендә мин Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм һәм шунан бирле Махсус хәрби операцияла йөрөйөм, — ти яраланғандан һуң дауаланыу ялында реабилитация үтеүсе Бишбүләк егете. — Район үҙәгенән икәү һәм Сиҙәкбаш  ауылынан тағын бер егет киткәйнек. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙ теләп киттек — республиканың ирекле формированиеһында, Рәсәй Геройы Минеғәли Шайморатов исемендәге батальонда ҡатнаштыҡ. Беҙ башта Һамар өлкәһендә Рощинскийҙа әҙерлек үттек. Артанбан беҙҙе Донецк hәм Луганск республикалары араһындағы сиктәге алғы һыҙыҡҡа ебeрҙеләр. Мин гранатометсы булдым. Һуңынан мине взвод командиры урынбаҫары итеп билдәләнеләр.

Бишбүләк  1-се урта мәктәбен тамамлағас, яҡташыбыҙ Боғорослан нефть колледжына уҡырға инә. Артабан икенсе курстан һуң сроклы армия хеҙмәтенә алына. Краснодар крайынвң Крымск ҡалаһында Хәрби-hауа көстәренең гвардия дивизияһында гвардия кесе сержанты званиеһында взвод командиры урынбаҫары вазифаһында бер йыл хеҙмәт итә. Армиянан һуң ул колледжды, бер аҙ һуңыраҡ Ҡазан энергетика университетын тамамлай. Төньяҡта ПТО (сәнәғәт-техник хеҙмәт күрһәтеү) инженеры булып эшләргә өлгөрә.

— Минең менән бергә яҡын дуҫтарыма әүерелгән яугир иптәштәрем хеҙмәт итә, — тип дауам итә отпускта булыусы. — Улар минең Башҡортостандан яҡташтарым. Даими һуғышсан оператив хәл һуғышсыларҙы берләштерә. Барыһы ла аңлай: һуғыш ҡырында бер  генә һуғышсы була алмайһың.  Мин Приют, Миәкә районы, Өфө, Стәрлетамаҡ егеттәре менән ныҡ дуҫлаштым. Беҙ яҡашлығыбыҙҙы hәм армия туғанлығының ҡәҙерен беләбеҙ. Мине Шайморатов батальоны урынлашҡан урындан уҡыу үҙәгенә өс аҙнаға пилотһыҙ осоу аппараттарының оператор-саперы булырға уҡырға ебәрҙеләр. Быйыл 17 февралдә бер штурм ваҡытында аяғым ҡаты яраланды. Ике ай ярым Мәскәүҙә Бурденко исемендәге хәрби госпиталдә дауаландым. Хәҙерге ваҡытта 60 көн больничныйҙа hәм әле лә улыһынса аяҡҡа баҫманым: аяғым ауырта, ләкин тиҙ тереләм.  

Гранатометсы hәм СВО оператор-саперы йортон ремонтлау, түбәләрҙе ямау менән шөғөлләнә, мунса өсөн утын әҙерләй, улдары Дима hәм Роман менән рәхәтләнеп ваҡыт үткәрә. Ул шайморатовсылар менән хәбәрләшеп тора. Штурм ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн командование уны һуғышсан бүләк  — «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйәсәген алдан белгән. Тиҙҙән бүләк үҙ  геройын табасаҡ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән
Автор:
Читайте нас