Дим буйҙары
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
7 Октябрь 2024, 09:01

Яңы эш урындары буласаҡ

«Дельта» тегеү комплексының яңы бинаһы республиканың Бишбүләк районы үҙәгендә төҙөлә. Ул йөҙ эш урынына иҫәпләнгән.

Яңы эш урындары буласаҡ
Яңы эш урындары буласаҡ

«Дельта» тегеү комплексының яңы бинаһы республиканың Бишбүләк районы үҙәгендә төҙөлә. Ул йөҙ эш урынына иҫәпләнгән. Проект былтыр республика Башлығы тарафынан хупланған һәм өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Яңы цех асылыу алдынан хеҙмәткәрҙәр туплау эше әүҙем бара. Эшкә урынлашырға йәки яңы һөнәр алырға теләүселәр Бишбүләк ауылындағы Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы филиалында курстар үтә ала. Әгәр урындағы халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итһәләр, унда бушлай уҡырға мөмкин.

Мәшғүллек үҙәге линияһы буйынса «Дельта» компанияһына уҡытыу һәм артабан эшкә урынлашыу «Демография» милли проектының (национальный проект “Демография”) «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә үтә.

Белем биреү учреждениеларының предприятиелар менән үҙ-ара эш итеүе бизнестың аныҡ ихтыяждарына ярашлы уҡыу программаларын булдырырға мөмкинлек бирә.

Әйткәндәй, быйыл сентябрҙән Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк филиалында «тегеү изделиелары эшләү оҫтаһы» һөнәре буйынса белем алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Уҡыусыларҙы ҡабул итеү 1 ноябргә тиклем оҙайтылған. Уҡыған ваҡытта колледж студенттары «Дельта» тегеү предприятиеһының етештереү машиналарында тегергә өйрәнә башлаясаҡ.

Фото: «Светлый путь» гәзите.

Яңы эш урындары буласаҡ
Яңы эш урындары буласаҡ
Автор:
Читайте нас: