Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Октябрь 2024, 10:12

Дөйөм эшкә өлөш индерәләр

Райондың йәш гвардиясылары ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп ителгән, районыбыҙ өсөн әһәмиәтле булған күп кенә хеҙмәт, спорт, мәҙәни сараларҙы һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша

Дөйөм эшкә өлөш индерәләрДөйөм эшкә өлөш индерәләр
Дөйөм эшкә өлөш индерәләр

« Йәштәребеҙҙең шундай булыуына күңел шатлана. Улар иң яҡшы, һәләтле, аҡыллы, матур, заманса ҡарашлы! Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең, Башҡортостандың абсолют патриоттары ла. Улар амбициялы, уҡырға теләктәре ҙур, һәм беҙҙән яҡшы шарттар талап итәләр. Шуға күрә бында кампус төҙөйбөҙ, уның беренсе сиратын тапшырҙыҡ та инде. Үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарын һайлаған йәштәребеҙ яҡшы белем алһын һәм шул уҡ ваҡытта төҙөк республикала йәшәһен, уҡыуҙа ла, спортта ла, музыкала ла үҫешә алһын өсөн, Өфөнө лә, райондарҙы ла төҙөкләндерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров Рәсәй Йәштәре көнөнә бағышланған «Беҙ бергә» фестивалендә. – Тағы ла бер нисә тиҫтә йылдан был егет һәм ҡыҙҙарҙан буласаҡ идарасылар, етәкселәр, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәген төҙөүселәр үҫеп етәсәк.».

Төбәк йәштәре менән асыҡ диалог булдырыу маҡсаттарында 2024 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының төрлө категориялағы йәштәр (эшҡыуарҙар, эшләүсе йәштәр, креатив индустрия вәкилдәре, мәктәп активистары, студенттар үҙидараһы лидерҙары, үҙебеҙҙең төбәктән сыҡҡан студенттар hәм башҡалар) менән осрашыуҙарының берҙәм планы эшләнде. Тематик осрашыуҙар 2024 — 2025 еллар дeвамында булачак. «Бердeм Русиянеn Яшь Гвардияһы» — илдең иң эре йәштәр ойошмаһы. Илебеҙҙең барлыҡ мөйөштәрендә тиерлек «Йәш Гвардия»ның төбәк hәм ерле бүлексәләре эшләй. Әлеге ойошманың маҡсаты — йәштәрҙе  демократик, социаль-ғәҙел йәмғиәт төҙөү процестарына йәлеп итеү, йәштәрҙә үҙ иле өсөн патриотизм hәм ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешен, мәғарифты hәм хеҙмәтте пропагандалау, мәҙәниәтте һаҡлау hәм арттырыу, фән, спорт hәм туризм үҫешенә ярҙам итеү h.б. Ойошма hәм уның эше тураһында хәрәкәт етәксеһе Галина Леонидовна ДАНИЛОВА һөйләй.

— Бишбүләк районында «Йәш Гвардия»ның ерле бүлексәһе 2007 йылда ойошторолдо. Ул саҡта етәксе Әлфиә Дәүләтбирҙе ҡыҙы  Уканеева ине. 2022 йылда хәрәкәт етәксеһе итеп мине билдәләнеләр. Бөгөнгө көндә ойошма сафтарында 370 кеше иҫәплeнә. Былар — Йәштәр менән эшләү белгестәре, йәш депутаттар, уҡыусылар hәм йәштәр хәрәкәте активистары. Райондың барлыҡ ауыл ерлектәре менән системалы hәм яйға һалынған эш алып барылды, — тип һөйләй Галина Леонидовна. Йәш гвардиясылар ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп ителгән, район өсөн әһәмиәтле булгған күп кенә хеҙмәт, спорт, мәҙәни сараларҙа һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Башҡарылған эштәр буйынса ай һайын рейтингтар төҙөлә. Башҡортостан Республикаһының «Берҙәм Рәсәй Йәш гвардияһы»ның 69-сы ерле бүлексәһе араһында Бишбүләк бүлексәһе иң яҡшылар рәтендә тора. Әйтәйек, 2023 — 2024 йылдар йомғаҡтары буйынса Бишбүләк ерле бүлексәһе республиканың иң яҡшы ерле бүлексәләре исемлегенә инә. 2022 йылда «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең XII иҫәп-һайлау  конференцияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Фәнәүис улы Насретдинов Галина Даниловаға Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ерле бүлексә етәксеһе билдәләп үтеүенсә, «Йәш Гвардия» активистары ҡатнаша торған мөhим сараларҙың береһе — һайлауҙар. Һайлау барышында улар һайлау участоктарында күҙәтеүселәр булып торалар.

— «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы» үҙ ағзалары өсөн яҡшы үҫеш бирә hәм карьера баҫҡысынан күтәрелеү өсөн үҙенсәлекле этәргес булып тора. Мәҫәлән, Эльвира Илдус ҡыҙы Тикшаева Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль район Советының 6-cы саҡырылыш депутаты булып Сухоречка 11-се бер мандатлы һайлау округы буйынса һайланды, Альбина Дауыт ҡыҙы ЙЫhаншина — Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Калинин ауыл Советы ауыл ерлеге советының 6-сы һайлау округы буйынса депутат булды. Йәш Гвардия составына ҡабул итеү шәхси яҙма ғариза нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. Яҙма ғариза ҡулдан тултырыла hәм уны беҙҙән  алырға мөмкин. Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө, әммә беҙҙең дөйөм принциптарыбыҙ — эш, ҡыйыулыҡ, ышаныс hәм бурыс. Беҙ бөйөк тарихы hәм традициялары булған илде һаҡлаусылар. Беҙ Рәсәйҙең яңы тарихын төҙөүселәр, — тип билдәләп үтә Галина Данилова. — «Йәш Гвардия» сафтарында хәрәкәт ойошторолғанҙдан бирле торам, — тип һөйләй Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһенең йәштәр менән эшләү белгесе Рәшиҙә Латипова.  — Ҡыҙыҡлы hәм күп яҡлы эш. Барлыҡ сараларға ла йәштәрҙе йәлеп итeргә тырышабыҙ. Уҡыусыларға акцияларҙа ҡатнашыу оҡшай. Был ваҡытта улар яуаплылыҡ hәм ғорурлыҡ хисе тоя, бигерәк тә «Тәмәкене кәнфиткә алыштырабыҙ», «Бишбүләк районы йәштәре наркотиктарға ҡаршы» hәм башҡа акциялар үткәргәндә. Бик күп патриотик, экологик саралар, лекциялар уҙғарабыҙ.

Наилә СӘБӘХОВА яҙып алды.

Фото Галина Данилованың шәхси архивынан

Дөйөм эшкә өлөш индерәләр
Дөйөм эшкә өлөш индерәләр
Автор:
Читайте нас