Дим буйҙары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
22 Октябрь , 11:33

Гөлйемеш кемдәргә файҙалы?

Уны нисек әҙерләү яҡшыраҡ?

Гөлйемеш кемдәргә файҙалы?
Гөлйемеш кемдәргә файҙалы?

Гөлйемештә С витамины лимон йәки ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда ла күберәк. Унда фолий кислотаһы, бета-каротин, тиамин, рибофлавин, башҡа витаминдар, калий, марганец, тимер, цинк, баҡыр бар. Гөлйемеш төнәтмәһе иммунитетты нығыта, һалҡын тейеҙән һәм гриптан һаҡланырға ярҙам итә. Йөрәк-ҡан тамырҙарына, бауыр, үт ҡыуығына файҙалы, ашҡаҙан эшен яҡшырта, гемоглобинды күтәрә, көс өҫтәй.

Иң яҡшыһы — төнәтмәне термоста әҙерләү. 1 литр ҡайнар һыуға 100 грамм (йәки 30 емеш) киптерелгән гөлйемеш һалырға һәм төн буйы тоторға кәрәк. Иртән һөҙөп, тәменсә бал ҡушып йәки былай ғына эсергә мөмкин. Термосығыҙ булмаһа, 200 мг ҡайнар һыуға 2 аш ҡалағы киптереп ваҡланған сеймалды һалып, һыулы һауыт өҫтөндә 15 минут йылытырға кәрәк. Унан 3 сәғәт төнәткәс, һөҙөп эсергә.

Гөлйемеш төнәтмәһен ашар алдынан эсергә кәрәк. Әҙер төнәтмәне 7 сәғәттән артыҡ һаҡларға ярамай.

( Халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланғансы, табип менән кәңәшләшеү зарур.)

Фото: Pixabay/Ajale

Гөлйемеш кемдәргә файҙалы?
Гөлйемеш кемдәргә файҙалы?
Автор:
Читайте нас: