Ҡайҙа нимә аунап ятҡанын да аңламаҫлыҡ, эскеселәр һаҫығы сығып торған тығырыҡ ҡына йорт эсендә, яҙҙан уҡ яғылмаһа ла йәй уртаһына тиклем ятҡан утындан ҡойолоп ҡалған ҡайыры-ҡойоро, тапсыҡтар өҫтөнә ташлап ҡуйылған һәләмә араһына килеп төшөп, тәүге ауазын һалды сабый.
- Йәнә бер бәхетһеҙ донъяға килде, - тине уның кендеген киҫеп, оҙонса тас өҫтөндә ауыҙынан ғына һыу ағыҙып сайындырып, иҫке итәккә төргән әбей. Аңлай, һөйләшә белһә, “ниңә улай тинең”, тип һорар ине бала, ә әлегә йылы булһын өсөн өләсәһенең ауыҙынан сығарып ҡаптырылған аҡ май менән балды ирендәрен сәпелдәтә-сәпелдәтә һурыуын белде.
Бер аҙҙан ишек асылып, сайҡала-сайҡала ир кеше килеп инде, алам-һалам араһында ятҡан төргәкте күргәс, телен саҡ әйләндереп:
- Кем? – тип һораны.
- Мала-ай, - әбей бошонҡо тауыш менән һуҙып ҡына шулай яуапланы.
Һаҡал баҫҡан йөҙҙә шатланыу ғәләмәте сағылып ҡалғандай булды, һәр хәлдә уртында таш тәгәрәткәндәй көрмәлә-көрмәлә:
- Шәп! Әсәй, һөйөнсөһөнә - бер ярты! – тип әйтергә ҡеүәт тапты, шунда уҡ иҙәнгә гөрһөлдәп ауып, ғырылдап йоҡлап та китте.
Аҡбуры ҡойолоп, сит-ситтәре ҡупҡан мейес артынан иҫерек тауыш ишетелде:
- Ҡәйнә, шешәлә ҡалған булһа, ҡойоп бир әле, хәл индерергә. Бала ла яҡшыраҡ йоҡлар.
Иҫкереүҙән төҫһөҙләнгән күлдәк кейгән әбей ямаулы яулығын башынан һыпырып төшөрҙө лә, асыулы тауыш менән:
- Юҡты һөйләп ятма, ана, мунсаның кисәңге йылыһы бөтмәгән әле, йыуынып-сайынып ҡайт, мин ятҡыңды һарай артына күмеп киләм, - тип яуапланы һәм, ҡулына иҫке биҙрә тотоп, ихатаға йүнәлде.
Мейес артынан сәс-башы туҙған, күп эсеүҙән йөҙө шешмәкләнгән йән эйәһе тәнтерәкләп килеп сыҡты, стенаға ҡағып ҡуйылған һауыт-һаба кәштәһенә, кистән йыйылмай ҡалған, себендәр мыжғып торған өҫтәлгә ниндәйҙер хайуани ҡомһоҙлоҡ менән ҡараш ташлағас, иҙәндә тракторҙан былай тырылдап ятҡан абышҡаға тибеп ҡуйҙы:
- Ятма бында һуҙылып, ҡайҙа минең өлөш?
Тегеһе йоҡоһонан да, бөгөн иртән генә башына еткән “сәмсиниса”һынан да айный алмай, ниҙер мығырҙаны ла һауа һелкетеүен дауам итте.
- Ятма, мин һиңә, панимайыш, малай табып бирҙем, ә һин эшем кешеһе булып хырылдап ятаһың, тор, ҡалған булһа, ҡойоп бир!
Ниһайәт, атай тейешле бәндә ауырлыҡ менән ҡалҡынды, уны янына тартып ултыртып, биленән ҡосаҡланы:
- Һай, шәп минең бисә! Малай! Малай! Маладис.
Шунан артығына уның хәле ҡалманы, йәнә иҙәнгә ҡапланып та өлгөрмәҫтән тәҙрә быялалары зыңларлыҡ йәмһеҙ ауаздар өйҙө тултырҙы. Яңы ғына баланан ҡотолған ҡатындың башында бәпесенә күҙ һалыу түгел, тиҙерәк баш йүнәтеү ҡайғыһы ине - өҫтәл артында, кәштә аҫтында тәртипһеҙ теҙелгән шешәләрҙән әжәл дарыуылай тамсылап һығып, стакан төбөнә күпмелер шыйыҡса йыйылғас, күтәреп эсте лә бала янына барып ауҙы. Донъяға яңы килгән был кеше әсәһе килеп ятҡанын нисек аңлағандыр, башын борғослап, тамшанып имсәк эҙләне. Эштәрен атҡарып килеп ингән өләсәһе һуҡрана-һуҡрана килененең түшен һыулап һөрткөләне лә сабыйға ҡаптырҙы. Яҡты донъяға килгәс әсәһе менән тәүге танышыуы шулай булды Абриктың. Быны ул иҫләмәй, әлбиттә.
Артабан ғаиләһендәге тормош кинола күргән урыҡ-һурыҡ ҡына ваҡиғалар теҙмәһе кеүек булып иҫендә ҡалған малайҙың. Өләсәһен ҡайҙалыр балнис тигән ергә оҙаҡҡа алып киткәндәр ине, апаһы, һеңлеһе менән өсәү генә ҡалып, һыуыҡ өйҙә дерелдәшеп ултырыуҙары, ашарға бер ни тапмағас, стенаға һыланған балсыҡты ҡуптарып кимереүҙәре… Ниндәйҙер ят апайҙар килеп, ни ғиллә менәндер өйҙә булып сыҡҡан атаһы менән әсәһен асыуланыуҙары, балаларығыҙҙы алып китәбеҙ, тип янауҙары… Әсәһенең ҡыҙҙары менән Абрикты ҡосаҡлап алып, бирмәйем, үҙем ҡарайым, тип илауҙары… Ят кешеләр менән китеүҙән ҡото осто малайҙың, ҡурҡыуҙан һыуынып, күгәренеп ҡатҡан кескәй ҡулдары менән донъялағы иң һөйөклө кешеһенә сытырҙатып йәбешеп, әсәкәйем, бирмә мине бер кемгә лә, тип шарылдауы...
Ул хәлдәрҙән һуң атаһы менән әсәһе күпмелер ваҡыт айныҡ йөрөнөләр ахыры.
Өләсәһе лә ҡайтты дарыу еҫтәре сығарып. Шунан әсәһе юғалды. Атаһының башын тотоп, мыштым ғына мейес буйындағы ҡаҡшауҙан шығырҙап торған эскәмйәлә ултырғаны, әбейҙең оҙаҡ итеп һыҡтай-һыҡтай нимәлер һөйләгәне иҫендә малайҙың.
- Алма шул никтыуҙыны, көнкүрмәҫ заттан тип күпме әйттем һиңә, тыңламаның. Яҡшынан тыуған яман, атайың ҡәберендә лә тыныс ята алмайҙыр инде, мәрхүм, һинең өсөн көйөнөп, ғәрләнеп. Пенсиям үҙемдең ҡулға ла эләкмәй ҡала бит. Бисәң ыңғайына үҙең сәрхушҡа әйләнеп бөттөң. Ана, йөрөй ил өҫтөндә иләнеп, ҡайтып та инмәй, бынау бәхетһеҙҙәрең мин үлһәм нишләр инде?!
Абрикты алдына ултыртып һөйөп:
- Һын-һыпатың да тас олатайың мәрхүм, шайтан ҡатнашҡан иҫерек орлоҡтан тыуып ҡына әрәм булдың инде. Бер заман шайтаның тартып әпкитмәһә ярар ине. Апайың да ана уҡыуын ырата алмай, холҡо бик сыбар, - тигәнен балалығы менән аңламаһа ла, аҙаҡ гел иҫенә төшөрҙө.
Иртәгәһенә “ҡалым”ға киткән еренән атаһы ла ҡайтманы. Ҡайҙалыр торба һалабыҙ тигәйне киткәндә.
Өләсәһе тыныс ҡына ултыра алмай, төнгә хәтле ишекле-түрле йөрөнө, исмаһам, кемдәр менән эшләгәнен дә әйтмәне бит, барып һорар инем, тип һыҡранды. Бала бала инде, йоҡлап киттеләр. Уянғанда өйҙә яҡтырған, ә атаһы теге шығырҙаҡ эскәмйәлә ултыра ине.
- Ҡайҙа йөрөнөң, йәнем сыға яҙҙы бит, әйтмәй-нитмәй, ҡайҙа ҡуна ҡалдың?! - өләсәһе асыуланһа, ултыра белмәй, шалтыр-шолтор һауыт-һаба йыуа башлай, йә иҙән һеперергә тотона. Әле лә һаплы һеперткеһенә таянып, һорау артынан һорау яуҙырҙы.
Атаһы иҫе китмәгән төҫ менән кетерҙәп көлөп, һөйләй башланы. Абрик быныһын нишләптер һүҙмә-һүҙ тиерлек отоп ҡалған. Йор һүҙле ине шул атаһы, ауыҙына ҡаратып ултыртып ҡуя торғайны.
- Йылытыу торбалары һала инек яңы балнисҡа. Сашка менән кискәрәк әҙерәк төшөрөп алғайныҡ, икебеҙгә берәр яртынан ғына, “ҡалым”дың тәпәйен йыуып. Эҫе ине бит, етмәһә, һыуһынға бива ла эселгәйне, - башҡа йүгергән. Бригадир сыразы әйтеп ҡуйҙы, мастерҙың күҙенә эсеп күренмәгеҙ, бөтәбеҙҙең дә аҡсаны ҡырҡалар алайһа, тип. Ауыҙына май тулғыры, торбаларҙы тигеҙләй генә башлағайныҡ, “мастер килә”, тип ҡул болғай бригадир. Мин ни – торба эсенә ин дә ят! Ята торғас, йоҡла ла кит! Бер заман уянып китһәм, - ҡараңғы; ҡалҡынайым тиһәм, баш нимәгәлер “шаңҡ” итеп бәрелде. Кире яттым. Ятҡан ерҙән тирә-яҡты һәрмәйем, бер ек тә юҡ! Үлгәнмен икән, табуттамын ахыры, тип уйлайым үҙем. Шунан тағы шигәйәм – үлһәм, ниңә иҫемдә юҡ, мин әйтәм. Ҡысҡыра башланым – шылт иткән тауыш та юҡ. Шунан бик ҡаты уйға төштөм: мин үлгән булһам, ошо ятҡан ерем табут булһа, нишләп башым ауырта? Ызнашит, мин тере. Тере булғас, табуттан сығырға кәрәк! Йәнә һәрмәнәм – ек таба алмайым. Әллә ҡурғаш табутҡа һалып, паять итеп күмделәрме икән тигән уй килде башҡа. Улайһа, бер хәл дә юҡ, тереләй үлергә генә ҡала, мәйтәм. Ҡарлыҡҡансы, ҡолаҡ тонғансы ҡысҡырҙым-ҡысҡырҙым да кеҫәне һәрмәп ҡараһам, эсеп бөтөлмәгән шәкүшкә ята. Шуны һуҡтым да, илап ята торғас, йоҡлап киткәнмен. Иртән малайҙар табып, уятып сығарҙы. Һуң, шыуышып ҡараһаң булманымы, тип көләләр. Аныһы ҡайҙан башҡа килһен инде, торбала йоҡлап киткәнем онотолғас…
Өләсәһе бот сапты, нишләптер артыҡ әрләмәне лә, көрһөнә-көрһөнә өй йыйыштырыуын белде. Шунан йәнә һеперткеһенә таянып, бик ҡәтғи тауыш менән:
- Теге бисураң ҡайтһа ла өйгә индермәйем. Тағы ауырлы тип әйтәләр, ҡайҙа йөрөгән, шунда тапһын, - тип ҡуйҙы.
Атаһы ҡапыл кесерәйеп ҡалғандай тойолдо Абрикҡа. Башын йоҙроҡтарына терәп ултыра биргәс:
- Әсәй, һин беҙҙең араға ҡыҫылма, йәме, - тине.
Әбей бүлмә уртаһында туҡтап ҡалды ла, ауыҙын асалаҡ-йомалаҡ итеп бер аҙ шаңҡып торғандан һуң улына һепертке менән һелтәнде:
- Бар, үҙең дә сығып кит һөйрәлкең менән!
Урындыҡ өҫтөндә ултырған малайҙың кескәй йөрәге ҡурҡышынан лепер-лепер килде, атаһы сығып китер ҙә, бүтәнсә ҡайтмаҫ кеүек тойолоп, илап ебәрҙе. Өләсәһе ейәнен йәлләп һәр ваҡыттағыса ҡосағына алып һөйөргә булғайны ла, малай уға тибеп ебәрҙе. Ҡалғанын хәтерләмәй Абрик.
Күпмелер ваҡыттан, бәлки бер-нисә көндәндер, атаһы менән әсәһенең бергә ҡайтып инеүе, мейес башынан бал төшөрөп, икәүләп ултырып эсеүҙәре күҙ алдында. Әсәһен үлеп һағынғайны Абрик, тик ул балалары яғына боролоп та ҡараманы. Күпмелер стаканды түңкәргәс, кинәттән күңеле нескәргәндәй ишара итте, улын эргәһенә ҡармап ултыртҡан булды. Әсә иркәһе күрмәгән сабыйҙың ошо хәрәкәттән генә лә түбәһе күккә тейҙе, йәнә ташлап сығып китмәһен өсөн балаларса берғатланып, уға ярарға тырышып хәбәр һалды:
- Өләсәйем һине никтыуҙы тип әйтте.
Был һүҙҙең мәғәнәһен үҙе лә аңламай ине ул, тик өләсәһе һуҡранғанда ҡулланғанлыҡтан, хөрт мәғәнәһе барлығын һиҙемләй ине. Әсәһе был ваҡытта урынынан ҡуҙғала алмай ауырып ятҡан ҡәйнәһе яғына йыртҡыс күҙе менән ҡарап, урынынан һикереп торҙо. Ныҡ ҡына иҫергән ир ҡатынын тотоп ҡалды, стаканына бал ҡойоп бирҙе, ҡартлығы еткән инде, теймә, тип тыйған рәүешле итте. Йәнә бер аҙ ултырғас, һүҙ артынан һүҙ китеп, һуғыштылар ҙа, атаһы сығып китте. Килене бар асыуын ҡәйнәһенә төшөрҙө. Өлкәндәр зыҡ ҡубыша башлау менән һеңлеһен эләктерә һалып, апаһының сығып йүгергәнен дә абайламай ҡалған Абрик мөйөшкә һырышты. Әсәһе сүмес менән бал һоҫоп алып һемерә лә, хәрәкәтһеҙ әбейҙе туҡмай:
- Күрһәтәм әле мин һиңә никтыуҙыны, үҙеңде ниңә тыуған көнгә төшөрәм мин һине!
Өләсәһенең үгеҙ кеүек үкергәне һәм:
- Туҡта инде, үлтерәһең бит! – тип йән асыуына ҡысҡырғаны ғына иҫендә малайҙың.
… Ҡәйнәһен үлтергәнсә туҡмаған киленде төрмәгә ултырттылар, Абриктарҙы балалар йортона тапшырҙылар. Башҡаса уларға хоҡуҡтан мәхрүм ителгән атаһы менән күрешергә насип булманы – ҡышын иҫереп ҡарҙа ятып үлгән тигән хәбәр ишетелде.
Һеңлеһе бик бәләкәс булғас, башҡа ергә ебәрҙеләр. Балалар йортона бирер йәшкә еткәс, уларҙы бергә ҡушып, икенсе ҡасабаға оҙаттылар. Бында бер туғандар бергә йәшәй ала икән. Тик үҙ-ара нишләптер һыйыша алманылар, апаһы менән гел боҙолошто ла торҙолар. Малай дәрестән һуң яңғыҙы ғына ҡасаба буйлап йөрөргә яратты. Бер көн магазинға барып ингәйне,.. өләсәһен күреп, тертләп китте хатта. Ул шым ғына әбейҙең артынан сыҡты, өйөнә тиклем эйәреп барып, ҡайҙа йәшәгәнен белде. Бәлки өләсәйем үлмәгән булғандыр, икенсе яҡҡа ҡасып сығып ҡына киткәндер, тип уйлап та ҡуйҙы малай. Был хаҡта апаһына ла әйтте. Ул иһә ауыҙын ҡыйшайтып көлөп кенә ҡуйҙы.
Иртәгәһенә өҙмәй ҙә ҡуймай, апаһын шул йортҡа алып килде Абрик. Әбейҙең урамға сығыуын оҙаҡ ҡына ҡарауылланылар, әммә ул күренмәне.
- Кемде көтәһегеҙ, балаҡайҙар? – Көтөлмәгән яҡтан килеп сыҡты әбей.
Балалар ни әйтергә лә белмәне. Абриктың апаһы әрһеҙерәк тә уҫалыраҡ та:
- Бына, ҡустым һеҙҙе өләсәйебеҙ менән бутап, күрһәтергә әпкилде лә.
- Шулаймы, һеҙ әллә балалар йортонанмы?
Танышып китеүҙәре шул рәүешле булды Әйшә инәй менән. Апаһының әйтеүенсә, өләсәләренә әллә ни оҡшамаған да, әммә Абриктың хәтерендә ул нишләптер тап шундай булып ҡалған. Ҡыҙ бүтәнсә килеп йөрөмәне, һеңлеһе лә апаһы һүҙенән сыҡмай ине, әммә малайҙың кендеге беректе лә ҡуйҙы игелекле был йортҡа. Ял булдымы, өләсәһе янына осоп ҡына килә Абрик, ул бешергән тәмле күмәстәрҙе, туҡмаслы ашты яратып ашай, үҙе ҡул араһына ла инергә генә тора. Ҡушҡанды ла көтөп тормай, мал аҙбарын да таҙарта һала, утын алып инә, аш-һыу яраштырышырға ла йыбанмай. Башта инәй уның артынан ул-был юғалмағанмы тип күҙәткеләй торғайны - йәшерен-батырыны юҡ, балалар йортоноҡолар араһында һирәк осрай тип әйтеп булмай - һынағас инде пенсия аҡсаһын да йәшермәй һалып ҡуйыр булып китте.
Баштан уҡ “өләсәй” тип өндәшкән ихлас, нескә күңелле баланың яҙмышы менән ныҡлап танышҡас, үҙ ейәнендәй итеп тәрбиә бирергә тырышты, ҡыштың оҙон кистәрендә һөйләгән фәһемле әкиәттәр, дини риүәйәттәр аша уны үҙаллы тормошҡа әҙерләне, хатта доғалар ҙа өйрәтте. Ярай, ҡиәмәтлек ейәнем булырһың, тине уға. Балалар йортон тамамлаусылар йыш ҡына ата-әсәһе юлын ҡыуа, енәйәткә лә бара, яман ғәҙәттәргә әүәҫләнә. Үлтереште күргәндән һуң тотлоғоп ҡалған малайҙы тиҫтерҙәре ирештереп, үртәп, ҡыйырһытҡан саҡтарында ла өләсәһе, яҡлаусыһы барлығын тойоу арҡаһында бәғере ҡатманы, илгәҙәк булып ҡала бирҙе.
Абрик ҡиәмәтлек өләсәһенең йортонда бер ҡасан да иҫерткес күрмәне. Мәктәптәштәренән берәү эсеп, үҙенә ҡул һалғас, уны йәлләп, хәсрәтләнеп ултырған ейәненә Әйшә өләсәһе былай тине:
- Йә инде, сабыйлығы мәхшәр эсендә уҙып, ата-әсәһеҙ үҫкән, мәктәпте тамамлағас та эсеп йөрөп донъя матурлығын күрмәгән, хәҙер инде ахирәттә бындағынан да нығыраҡ яфаланасаҡ бит был бала. Үҙенә ҡул һалғандар мәңге тамуҡ утынан сыға алмай. Ата-инәһе эскән балалар шунда уҡ алкоголикҡа әйләнә шул, үҙен тота алыусылар һирәк.
Был һүҙҙәр үҫмерҙе тетрәндерҙе.
- Балаҡайым, хатта тәмләп ҡарар өсөн генә лә ауыҙыңа ла ала күрмә хәмерҙе. Ни тип өгөтләһәләр ҙә, мыҫҡыллаһалар ҙа, хатта ҡурҡытып маташһалар ҙа., - тип дауам итте өләсәһе. - Ундайҙарҙан алыҫ торорға тырыш, дуҫым, һабаҡташым тип ышанып та барма, үҙең күрәһең бит, ниндәй булып сыға күптәре.
Эскән кешеләрҙе былай ҙа яратмай Абрик, һалмыштарҙы күрһә, күңелендә үҙе лә аңламаған нәфрәт, асыу тыуа. Апаһы ауылға ҡайтып кейәүгә сыҡҡайны, еҙнәһе менән таныша барғанда икәүһенең дә ҡыҙмаса икәнен күреп, ҡапҡа төбөнән үк боролоп ҡайтып китте, башҡаса уларға аяҡ та баҫманы. Артынса апаһы асыулы хат ебәрҙе: “Танауыңды сөйөп, әллә кем булып йөрөмә, һинең арҡала өләсәйһеҙ ҡалдыҡ, әсәй төрмәгә ултырҙы”. Бына ниҙә булған икән бала саҡта борсаҡтары бешмәүенең сәбәбе!
Һеңлеһе мәктәпте тамамлау менән апаһы янына барып, бер эскесе менән бәйләнде, үҙе лә шул юлға төшөп бара инде. Әйшә өләсәһенә уны күпме саҡырып ҡараны – юҡ, апаһы һүҙен генә һүҙ итте, тыңламаны ағаһын. Әсәләре төрмәнән ҡайтып төшкәс, улар йәшәгән йорт притонға әйләнгән, тиҙәр…
Мәктәпте тамамлауға олоғайған Әйшә инәйҙе улы Алмас икенсе ауылға күсереп алды. Бәхетенә, был йортта ла ҡиәмәтлек ейәнде ихлас ҡабул иттеләр. Төҙөүселеккә уҡып сыҡҡас, шөғөл таба алмай ҡаңғырып оҙаҡ йөрөмәне, Мәскәүҙә вахта менән эшләүселәрҙе осратты ла, уларға эйәреп сығып китте. Эш хаҡын да әрәм-шәрәм итмәй, әбекәйҙең пенсияһы ятҡан кәштәгә килтереп һалып торҙо, затлы бүләктәр алып ҡайтты. Әйшә инәйҙе ысын өләсәһе икәненә үҙен инандырып, балалыҡ ғәйебен йолорға тырышыуы ла булманымы икән шулай өҙөлөп тороуында…
Мәскәүҙә яҡшы түләнеләр башта, һуңғараҡ кризисҡа һылтанып, көнәркәштәр ҡыҫырыҡлай, тип, эш хаҡын ҡырҡтылар. Мәгәр вагончикта йәшәһәләр ҙә йәшәр шарттары түҙерлек, көнөнә өс тапҡыр ашаталар ҙа етмәһә. Бының өсөн айына дүрт мең генә тотоп ҡалалар. Пластик һауыт-һабаны йыуып тороу юҡ, бер тотоноп ҡына ырғыта ла ҡуялар.
Тырыш, намыҫлы егетте эш биреүселәре ифрат оҡшатты. Бригадир итеп ҡуйҙылар хатта. Шуның байына ул үҙенә бер-ике мең өҫтәп яҙа ала ине, әммә бер ваҡытта ла башҡаларҙан артыҡ алманы. Бүтән бригадаларҙа башлыҡтарын хәрәмләшеүҙә ғәйепләп ығы-зығы сығып ҡына торғанда, уныҡылар татыулығы менән өлгө булды. Башҡорт егеттәре лә бар ине араларында, йәш айырмалары ҙур булмаһа ла, Абрикты ағалары кеүек күрҙеләр. Бригадирҙары эсеүҙе өнәмәгәс, башҡалар ҙа рюмкаға үрелеп барманы.
Уйлап ҡараһаң, ун дүрт меңгә ҡалған хеҙмәт хаҡы ғаиләнән айырылып айҙар буйы ситтә йәшәргә мәжбүр булған ир-егет өсөн аҡсамы ни инде! Уныһын да әле һуңлатып ҡына түләйҙәр. Әлегә ғаиләһе булмағас, Абрик әллә ни бошонманы – хужалары аҙаҡ, көрсөктән сыҡҡас, еткерә түләнмәгән өлөштө ҡайтарырға вәғәҙә итә, өйләнһәң, кәләшеңде лә алып кил, уға ла эш табырбыҙ, тип үк ебәрҙеләр. Ышана инде, ышанмай ҡайҙа бараһың. Өләсәһе лә, бер урында ғына эшләргә тырыш, оҙон аҡса артынан ҡыума, тип кенә тора.
Бер ярты йылдан ғаилә ҡорорға ниәтләнеп йөрөгәнен әйткәйне шул хужаларына. Үҙе артынан ер сигенә лә китергә әҙер торған һөйгән ҡыҙы - Сабираһы - бар бит, Әйшә өләсәһе лә бик оҡшата уны. Бер көн бик аҡыллы кәңәш тә бирҙе әле ейәненә. Оло юлдан йыраҡ, мәктәп ябылды, тип, күрше ауылдан йәштәр китеп бөтөп бара, йорттар бик арзанайған.
- Икәүләп барып, ҡарап ҡайтығыҙ әле, йорт белешегеҙ, - тине ул ейәненә. - Өйләнешкән ыңғайы, бала-сағалы булып, һабаҡҡа төшөр йәшкә еткәнсә, ярап торор. Йәштәр иренсәк шул, оло юлдан ун саҡрым йыраҡмы ни инде! Һин барыбер вахталап эшләйһең, көн дә йөрөйһө түгел дә.
Сабира ла шатланып риза булды был тәҡдимгә. Осһоҙға ғына матур өй таптылар, күршеләр ҙә алсаҡ икәнлеге күренеп тора. Быны ишеткәс, Әйшә инәй, күҙ тейә күрмәһен, баланың бәхете асыламы әллә, Алланың рәхмәте, тип ҡат-ҡат уҡынып та алды.
Яңы йылға өйләнешергә һүҙ ҡуйыштылар. Ҡыҙҙың ата-әсәһе “дитдум балаһы” тип башта ҡырыныраҡ ҡарағайны ла. Атай кеше –бәһлеүән кәүҙәһе өсөн Айыу Хәблетдин ҡушаматы тағылған мыҡты ир - юҡ йомошон бар итеп, вахтанан бер ҡайтҡанында килеп инде. Өләсәһенә ни кәрәген күҙ сите менән генә абайлап, һикерә һалып тороп ярҙам итергә тороуы ошоғаса ҡыҙын ҡыҙғанып эстән янып йөрөгән ирҙең күңелен нисектер нескәртә биреп ҡуйҙы. Бергәләп һәүетемсә генә һүҙ сурытып, Мәскәү күстәнәстәре менән сәй эскәндә лә кейәүе булырға ниәтләп йөрөгән егетте энә күҙәүенән үткәрҙе. Ҡаҡса ғына үҙе, ошо йәштән алғы тештәре юҡ.
Тешенә ҡара ла, эшенә ҡара, ти торғайны ҡарттар. Үҙен дә тәрбиәләп тота алмаған ир нисек ғаилә ҡарар икән?!
Уратып-суратып тормай, тотто ла әйтте:
- Ниңә теш ҡуйҙырып алмайһың, Мәскәүҙә выраш юҡмы әллә?
Егет ҡаушаманы, буш ҡаҙналарын күрһәтеп көлөп ебәрҙе лә:
- Ҡуйҙырырға әҙерләнеп йөрөйөм, яраһы төҙәлеп бөтмәйсә ярамай, тиҙәр ҙәһә. Бригадамдағыларға “чучмяк” тип бәйләнгәйнеләр, яҡлашып, тәпәләшеп алырға тура килде. Мин бит спорт менән шөғөлләнеп, көрәшергә өйрәнеп үҫкән кеше, көтмәгәндәр ине, күрәһең, кәрәген алырҙарын. Малайҙар иҫән ҡалды, ағай, теште үҫтерәбеҙ ул уны.
Эсендәгеһе тышында икәне күренеп тора үҙенең – дитдум балаһы ла шулай булһынсы, тип уйланы ҡыҙҙың атаһы.
Ҡыҙы янында икенсерәк кешене күргеһе килгәйне лә… Төҫкә-башҡа үҙе юрағандан ҡайтышыраҡ булһа ла, һөйкөмлө һөйәге бар егеттең, ихласлығы, иптәштәрен ҡурсалап утҡа-һыуға инергә тороуы ла оҡшаны.
Ниһайәт, яңы йыл алды вахтаһы тамамланды, хужалары Абрикҡа туйлыҡ тип байтаҡ өҫтәү ҙә биргән булды, премия яҙҙы. Егеттең иҫәпләүҙәре буйынса, йыйған аҡсаһы өй алыуға ла, туйға ла етәсәк. Шатлыҡлы хистәр менән Өфө вокзалына килеп төштө. Автовокзалға ыңғайлағас, туҡталышта көтмәгәндә һабаҡташы Тимерәсте осратты. Уның менән мәктәпте тамамлағаны бирле күрешкәне юҡ – һис үҙгәрмәгән дә, элеккесә йылғыр, етеҙ, күҙҙәре уйнап тора. Нисек кенә булмаһын, балалар йорто – бер ғаилә бит. Яҡшыһына ла, яманына ла күнәһең, күнегәһең, бер-береңә эҫенәһең. Шуға ла һабаҡташын күреүенә яҡынын осратҡандай һөйөндө.
Абрик шуҡлығы өсөн оҡшата, уның менән һәүетемсә уртаҡ тел таба торғайны; тик бер эйәртеп килгәс, Әйшә өләсәһе нишләптер дуҫын өнәмәне һәм башҡаса килтермәүен һораны. Үҫә төшкәс, әҙ ыҙалатманы уны Тимерәс. Үҙҙәренән 4-5 йәшкә оло Шаман ҡушаматлы малай менән дуҫлашып алып, дөрөҫөрәге, бик теләп уның йомошсоһона, малайҙар әйтмешләй, “шестерка”һына әйләнгәс, тиҫтерҙәренә көн ҡалманы – гел бер этлек ҡылырға ғына торҙо. Абриктың тыуған көнөнә бер мәл Әйшә өләсәһе күп итеп кәнфит әҙерләп ҡуйғайны:
- Ҡаптағыһын апайың, һеңлең менән бергә ашарһығыҙ, ә бынау ялтыр ҡағыҙлыларын тәрбиәсе апайыңа бир, дитдум балаларының һәр береһенә икешәрҙән таратып сыҡһын, - тип, малайға һәлмәк кенә тартҡан матур пакет тотторҙо.
Паке-ет! Кәнфиттәрҙән бигерәк, шыптырға күҙе төштө уның. Бына хәҙер мәктәпкә ул ошо матур пакетҡа һалып йөрөтәсәк алмаш аяҡ кейемен! Ул саҡта пакет та “әйбер” ине бит.
Ҡаплы кәнфит өсөн дә һөйөндө - ғүмерендә беренсе тапҡыр уға шундай кәнфит бүләк иттеләрсе! Ә матур ҡабын апаһына бирер - әйҙә ваҡ-төйәген шунда һаҡлаһын. Юҡһа, гел юйма менән ручка юғалта ла йөрөй. Тик Шамандың күҙенә салынмаҫҡа! Шатлығынан күстәнәстәренең ауырлығын да тоймай йүгерә-атлай ҡайтып барғанда уны шул уй ҡалдырманы.
Тимерәс күреп ҡалды уның әллә ҡайҙан диҡҡәтте йәлеп итеп торған сағыу һүрәтле пакет менән ҡайтып килгәнен. Ялп итеп янына килеп тә баҫты:
- Һо, өләпсәңдән ҡайтып киләңме? Ҡайҙа күрһәт әле, нимә һалды?
- Бөтәгеҙгә лә бүләк итергә кәнфит һалды, - тине күңелһеҙ тауыш менән Абрик. Белә инде – күстәнәстәр хәҙер уның үҙенә генә түгел, Шаман тирәһендә уралғаланғандарҙан башҡа бер кемгә лә тәтемәйәсәк. Тәүгегәме ни?!
Шулай булып сыҡты ла. Тимерәстең һыҙғырыуына бер-бер артлы Шамандың ҡуштандары пәйҙә булды, ҡаршылашып пакетты йыртып ҡуймаһын өсөн Абриктың ҡулын һығып тотоп, күстәнәстәрҙе эләктергәс, ихаталағы ҡыуаҡтарға инеп юғалдылар. Пакет бер аҙ ваҡыт Шаманға хеҙмәт итте лә, буяуы юйылып, бер тотҡосо өҙөлгәс, Тимерәскә күсте. Тегеһе тотҡосто ҡалын еп менән эре-эре атлатып тегеп ҡуйып, йәнә бер аҙ йөрөттө әле.
Бер кемгә лә өндәшмәне Абрик, ошаҡсылыҡ тәрбиәләнеүселәр араһында хурлыҡлы ғәмәл һанала, бала сағындағы әсе һабаҡ та ғүмере буйы үҙен онотторманы. Яңы килеүселәр ғәҙеллек эҙләп тәрбиәселәренән яҡлау эҙләргә маташҡанда Шамандың тос йоҙроғон татып төшөнә барҙы был тәртипкә. Өләсәһе барыбер һиҙенде, иртәгәһенә ейәне янына үҙе килде, тәрбиәсенән кәнфит таратылмағанын белгәс, яңынан күстәнәстәр һатып алып, тараттырҙы. Ә ейәнен балалар йортонан алыҫ түгел мәҙәниәт йортондағы көрәшселәр секцияһына яҙҙыртты. Түләүле булһа ла, пенсияһынан өлөш сығарыуҙан тарһынманы. Өлкән синыфтарҙа үҙен яҡлай ала ине инде Абрик, Шаман да мәктәп тамамлап сығып китте. Тимерәс көрәшселәр араһында таныла башлаған үҫмергә, эс-бауырына инә яҙып, ялағайланып йөрөй башланы. Тик өләсәһе гел киҫәтә килде - яҡын йөрөтмә, ышанма: бер һынағанды йөҙ һынамайҙар; мосолман кеше шул булыр – бер оянан сыҡҡан йыландан ике тапҡыр сағылмаҫ. Балиғлыҡ йәшенә еткәс, инәй оҙон-оҙаҡ нәсихәттәр менән башын ҡатырманы үҫмерҙең. Ошо рәүешле, теләмәһәң дә ятҡа бикләнеп ҡала барған ҡыҫҡа ғына йор һүҙ, йә мәҡәл, йә ҡарһүҙ әйтеү менән сикләнде.
Ваҡыт үҙенекен итә икән, әле бала саҡ үпкәләре лә, өләсәһенең киҫәтеүе лә онотолоп, бары туғандарса йылы хистәр тулҡыны ғына сорнаны Абрикты.
- Һо-о, гадук, шатмын һине күреүгә, - тип яурынынан ҡағып алды Тимерәс. – Ҡайҙа китеп бараһың, Мәскәүҙә эшләйһең тип ишеткәйнем.
Ай-вайына ҡуймай, ятағына алып ҡайтты уны һабаҡташы. Бүлмәлә уларҙы… Шаман ҡаршы алды. Үҫмер сағында уҡ горилланы хәтерләтеп торған һын-һыпаты тағы ҡалыная, ҡаштары ла ялбырлана төшкән, башын себен тайып йығылырлыҡ итеп ялтыратып ҡырҙыртҡан. Уны “яңы урыҫтар” араһында бурыс ҡайтарттырырға яллайҙар, аҡсаны арыу һуға тип ишетелгәне бар ине. Һимеҙ һурпа ашап, һөртөргә онотҡандай ялтырап торған ҡалын ирендәрен ялай-ялай, йөҙөнә бик шат ҡиәфәт сығарып, ҡунаҡты ҡосаҡлап, арҡаһынан һөйгән булды.
Тиҙ-тиҙ генә табын хәстәрләй башланылар. Абрик Мәскәү күстәнәстәрен өҫтәлгә ҡуйҙы. Башҡараҡты көткән яҡташтары мәғәнәле итеп тамаҡ ҡырғылағас, ни әйтергә теләгәндәрен аңлап, аҡланған булды:
- Егеттәр, мәктәптән үк минең эсмәгәнде беләһегеҙ, әле лә мисәтен ҡуптарған юҡ.
Тегеләр үҙҙәренекен сығарҙы. Ҡыҙмаса булып алғансы Абрикты өгөтләп маташҡайнылар, бер яртыны йыҡҡас, асыу менән:
- Ултырма әллә кем булып, табылған бында фәрештә, - тип бәйләнә башланылар. – Туйға әҙерләнә имеш берәү.
Йәнә ярты сығарҙылар. Егет эштең яман яҡҡа ыңғайлағанын тойоп, бер арала сумкаһын эләктереп сығырға уҡталғайны, ебәрмәнеләр. Береһе ауыҙын шаҡарып тотто, икенсеһе араҡы ҡойҙо. Иҫерттеләр. Төнгө ресторандан өҫтәү алып килергә аҡса таптырҙылар. Егет үҙен яҡлар хәлдә түгел ине, йортлоғо ла, туйлығы ла мәктәптәштәре ҡулына күсте. Унан инде … һис ҡасан башына ла килмәгән ҡот осҡос хәл башланды. Ике әзмәүерҙәй иргә нисек ҡаршы тора алһын аҡса йыйыр өсөн аслы-туҡлы йөрөгән, ауыр эштән арып ҡайтып килгән, етмәһә тәүге тапҡыр иҫергән ҡаҡса ғына егет! Беҙ һиңә туйҙы үҙебеҙ яһайбыҙ, беҙгә кәләш булырһың, тип хахылдашып, ҡысҡырырға бирмәй, ауыҙын баҫтылар. Йән көсөнә ҡаршылашып, бер-ике тапҡыр ярҙам һорап ҡысҡырып та өлгөрҙө, дөбөр-шатыр килделәр – уйлап ҡараһаң, төнгө тауыш әллә ҡайҙа китә, әммә һис бер кем ишек тә шаҡыманы хатта.
Теш араһына йәнә нимәлер ҡойҙолар Абриктың. Шунан һуң ул ни булғанын иҫләмәй. Аңына килгәс, ҡайҙа икәнлеген төшөнә алмай ятты бер аҙ. Башы ауырта, тәне һыҙлай. Янында сыр яланғас Тимерәс ята. Ул ҡапыл тертләп һикереп торҙо һәм, ниһайәт, ни хәлгә ҡалғанын аңлап, ҡара тиргә батты. Аяғы тотмаҫ булып, ҡалтыранды. Кеҫәләрен ҡапшаны, сумкаһын тикшерҙе – аҡсаларҙан елдәр иҫкән! Ярай, мобильнигы куртканың түш кеҫәһендә ята. Тегеләр уяныуҙан ҡурҡып, йәһәт-йәһәт кейенде лә, урамға атылды егет. Ни эшләргә лә белмәй, ғәрлегенән, ҡайғыһынан бар көсөнә аҡырғыһы, аҡырып илағыһы килде. Үҙ һөйләшендә “никтыуҙы”, йәғни, ниңә тыуҙы, тип һуҡрана торғайны өләсәһе уның әсәһенә. Ә бына мин ник тыуҙым да, ниңә йәшәнем?
Сабираһы янына ошо хәлдә нисек ҡайтһын, өләсәһенең күҙенә нисек күренһен, ошо хурлыҡ менән, тапалған йәне, ерәнгес ҡағылыуҙарҙан ытырғанған тәне менән нисек йәшәһен!
Юҡ, йәшәй алмай ул был хәлдә! Ҡалтыранған, тыңлауһыҙ бармаҡтары менән хаталы итеп “тимерәс арҡаһында бәхил бул” тигән һүҙҙәрҙе йыйҙы ла Сабираның номерына оҙатты. Аңлатып тороуҙы кәрәк тапманы, ғөмүмән, ошо рәүешле хурлыҡҡа төшөүен кемдеңдер белеүен дә теләмәне, ғәрләнде. Телефонын элемтәнән өҙҙө. Кеҫәһенә тыҡты. Тиҙерәк, тиҙерәк, тип ашыҡтырҙы үҙен ҡайҙалыр. Тынысланаһы урынға шаңҡыуы арта ғына барҙы, ҡайҙа барғанын да, ниҙәр ҡылғанын да аңламаны. Күпме ваҡыт уҙғандыр, ниндәйҙер ҡайын янында уянып киткәндәй булды. Билендәге ҡайышын сисеп элмәк яһаны. Фани донъя менән бәхилләшеп, тәне тартҡылашҡанда, йәне анталашҡанда Әйшә өләсәһенең әйткәндәре ҡолағында яңғыраны:
- Ни күрһәң дә үҙеңә ҡул һалма. Теге донъялағы михнәттәр янында бындағыһы ожмах ҡына булып тойолор ундайҙарға, тиелгән Изге китаптарҙа.
Шунан үҙ өләсәһе пәйҙә булды:
- Бер заман шайтаның тартып әпкитмәһә генә ярар ине тип теләгәйнем дә.
Ауылында бәхилләшеү һүҙҙәрен уҡып, шылтыратып уны ала алмаған Сабираһының, ҡыҙ ғына көйө тол ҡалырға тейешле Сабираһының: “Абри-и-ик, китмә-ә-ә!” – тип ҡысҡырғанын ишетте. “Ни эшләп мин китергә тейеш әле был донъянан, - тигән уй килде ҡапыл уның башына. – Теге әҙәм аҡтыҡтарына был ерҙә урын булмаҫҡа тейеш! Үҙ йәнемде алғанса, ниңә уларҙы дөмөктөрмәнем икән, төрмәлә ултырыр ҙа сығыр инем, үлһәм дә үс алып үлер инем! Ә улар хәҙер бер ни булмағандай йәшәйәсәк, ҡара эштәрен дауам итәсәк”.
Аяҡтарының утта янғандай ауырта башлауына сыҙай алмай, ике донъя сигендә тыпырсынған Абриктың инерле-сығырлы аңында ҡайышты бушатыу, башын элмәктән сығарыу теләге уянды, тик ҡулдары инде уға буйһонманы.
Алыҫта кемдәрҙер йүгереп килгәне күҙенә салынып ҡалды ла аңын юғалтты.
… - Егет-егет, ишетәһеңме мине?! – кемдер уны сикәләй, йөрәген һытып сығарырлыҡ итеп күкрәгенә ауырттырғансы баҫа. Ул ауыр ҡабаҡтары аҫтынан баштүбән торған кеүек күренгән кемдәрҙеңдер ҡайнашҡанын күрә, алыҫтан, томан эсенән генә ишетелгән кеүек тауыштар ҡолағына сағылып ҡала. Йәнә бушлыҡҡа убыла.
Күпмелер ваҡыттан ҡар өҫтөндә ятҡанын самаланы егет. Ни булғанын аңлай алмай ятты. Шунан үҙен белештермәй бар көсөнә аҡырып ебәрҙе. Оҙаҡ аҡырҙы… Ҡайғы-хәсрәт, ғазаптар тулы ҡыҫҡа ғына ғүмеренең ошоғаса баҫып ҡалдырып килгән бар әрнеүҙәре алҡымына килеп тығылып, тышҡа урғылып сыға ине булһа кәрәк. Ул арала килеп еткән “тиҙ ярҙам” машинаһынан төшкән аҡ халатлы кеше уның бүре олоғандай тауышын дарыу ҡаҙап ҡына туҡтата алды. Ҡалды… Ошо мең хәстәрле, мең хәсрәтле донъяға кире ҡайтты. Был – яңы ғүмер – уға кәрәкме? Ниҙәр көтә унда? Иҫе инәрле-сығарлы булып шулай аунағанда ҡапыл ниңәлер ғүмерҙә лә күрмәгән олатаһы һыны пәйҙә булды. Тотош ап-аҡтан үҙе, ә күҙҙәре шундай моңһоу; Әҙәм ғәләйһиссәләм донъяға килгәне бирле бер нигә ҡарамай, бынан да ҡурҡынысыраҡ хәлдәрҙә өҙөлмәй килгән сылбырҙы өҙәһең бит, затыбыҙҙы ҡоротаһың, тип шелтәләгән дә кеүек. Тауышы ишетелмәне, ә уйлағаны аңдан аңға ағып ҡына инә ине шикелле. Ғүмер юлы хәүеф тулы: сәнскеле ҡыуаҡтар, шырлыҡтар араһынан уҙырға; йәнең дә, тәнең дә сей яраға әүерелеп, абынып йығылып, аяҡ аҫтарында ла тапалырға тура килә; йәнә-йәнә ҡалҡынырға, күтәрелгәс, кире йығылмаҫҡа көс табырға кәрәк; эсәгең өҙөлһә - эсеңдән ялға, балам, тигәне күңеленең әллә ҡайһы төпкөлдәренә барып етеп, һүнеп барған усаҡҡа ҡуҙ өҫтәгәндәй булды. Олатаһы ейәненә хәҙер инде йылмайып ҡараны ла, монар ғына кеүек ҡалып, бушлыҡҡа инеп ирене. Ул юҡҡа сыҡҡан урында тормоштағынан да сибәрерәк, сағыуыраҡ булып, өҙөлөп һағындырған, донъялағы иң һөйөклө һәм ҡәҙерле кешеһе - Сабираһы ҡалҡып сыҡты. Ҡулына биләүле сабый тотҡан. Абриктың бәләкәс кенә сағындағы фотоһына оҡшап торған шул сабый ыуыҙ ғына бармаҡтары менән эй үрелә, бит остарын соҡорайтып көлә, йомшаҡ йылы усы менән уның битен һыйпай. Үҙ дауамын күкрәгенә ҡыҫып һөйөргә теләп, ул сабыйға үрелде лә … тамам иҫенә килде.
Йәшәргә… Бер нигә ҡарамай – йәшәргә.
“Тиҙ ярҙам” машинаһы ҡыҙыл уттарға ла иғтибар итмәй, ҡайһы саҡ асыулы геүләп, уны халыҡ ҡайнап торған ҡала эсенә алып инеп китте.
Гүзәл СИТДИҠОВА.
https://vatandash.ru/articles/literatura/2023-01-11/i-m-tlek-ey-n-hik-y-3100774