Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел

Рәсәйҙең барлыҡ тәртип һаҡсыларының hөнәри байрамы — Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө — 10 ноябрҙә билдәләнеп үтелә

Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел
Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел

Бөгөн Рәсәй полицияһында хеҙмәт итеү абруйлы ла, маҡтаулы ла — Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көн-төн граждандарыбыҙҙың ғүмерен hәм именлеген һаҡлай. Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең тәү ҡарашҡа бик үк һиҙелерлек булмаған эше һөҙөмтәһендә беҙ тыныс йоҡлайбыҙ, урамдарҙа хәүефһеҙ йөрөйбөҙ һәм тулы ҡанлы тормош менән йәшәйбеҙ. Шуны билдәләп үтмәй мөмкин түгел, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең эше йәмәғәт йәшәйешендә һәм  үҫешендә  төп нигеҙ булып тора. Эске эштәр хеҙмәткәрҙәре үҙ яҙмыштарын ауыр, әммә героик һөнәр менән бәйләгән. Уларҙың көндәлек көсөргәнешле эшләүенә иң яҡшы баһа — хеҙмәттәрен юғары баһалаусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре һәм ышаныстары.

Рәсәйҙең барлыҡ тәртип һаҡсыларының hөнәри байрамы — Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө — 10 ноябрҙә билдәләп үтелә торған тағын бер дәлил. Бишбүләк районы халҡы белгән hәм хөрмәт иткән кешеләрҙе иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ. 2018 йылдан бүлекте полиция подполковнигы Азат Фәрит улы Хажиев етәкләй. Грамоталы белгес, ихтыярлы кеше, баш хәрефтән начальник, ул бүлексә етәкселәренән алып кесе начальниктар составы хеҙмәткәрҙәренә ҡәҙәр барлыҡ дәрәжәләге хеҙмәттәр араһында үҙ-ара теүәл бәйләнеште тиҙ яйға һалған. Командир ниндәй, батальоны ла шундай! Ә ул — «батальон» — ҡалышмай! Командирҙарының теүәл приказдарын үтәгәндә, хеҙмәткәрҙәр үҙ эштәренә генә түгел, тәү сиратта бергә хеҙмәт итеүселәргә лә бар күңелдәрен бирәләр.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлегендә үҙ функцияларын башҡарыусы бер нисә бүлексә эшләй.

Бер кемгә лә сер түгел, халыҡҡа иң яҡыны — участковый. Ул, ғаилә ағзаһы булараҡ та, йорт психологы булараҡ та, hәр ваҡыт хеҙмәт итә, кәңәш бирә, бәләнән ҡоткара. Эйе, эш еңелдән түгел, хатта хәүефле лә, тик кемгәлер hис шикһеҙ ярҙам итергә кәрәк икән, ҡайҙа бараһың, өҫтәүенә, шул уҡ миҙгелдә. Сухоречка, Айыт ауыл биләмәләре участковыйҙары Вячеслав Тикшаев менән Динар Әхмәтшин тураһында халыҡ ыңғай фекерҙә hәм рәхмәт әйтә. Енәйәттәрҙе асыҡлаусы hәм асыусы, юғалған кешеләрҙе эҙләүсе, шәхестәрҙе асыҡлаусы енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең һәр ҡайһыһы үҙ урынында hәм мөhим эш башҡара! Участок уполномоченныйҙарының берҙәм эшләүе һөҙөмтәһендә йыл дауамында ваҡ һәм ауыр енәйәттәр асылған. Һорау алыу hәм тикшереү. Енәйәттәрҙе тикшереү һәм граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бурыстар тап бына ошо бүлексәләргә йөкмәтелгән. Был офицерҙарҙың профессионаллегенә енәйәтсенең яҙмышы, хатта кешенең ғүмере лә.

Коррупция — ул беҙҙең йәмғиәттең бәләһе. Ләкин уны ла иҡтисади хәүефһеҙлек hәм коррупцияға ҡаршы тороу бүлексәһендә ауыҙлыҡлап була. Полиция капитаны А.Р. Дауытов экономик йүнәлештәге енәйәттәрҙе асыҡлай һәм аса, бүлеп бирелә торған аҡсаларҙың ҡайҙа киткәнен тикшереп тора.

Эске эштәр министрлығының тағын бер хеҙмәте — ул ЮХДДИ. Унан башҡа бер нисек тә булмай. Сөнки hәр машина йөрөтөүсе үҙенең ғәйебе барлығын белә, ләкин, ни өсөндөр, уны танырға теләмәй. Бына шуға күрә ЮХИДИ хеҙмәткәрен ғәйепләй ҙә, йәнәһе, юҡҡа бәйләнә. Ә һеҙ ҡасан да булһа күп кенә фажиғәле хәлдәрҙең бына беҙҙең ваҡ гонаһтарыбыҙ арҡаһында килеп сығыуы тураһында уйландығыҙмы? Уның хаҡы — кеше һаулығы йәки ғүмере. Шулай булғас, ҡасандыр иҫерек кешене туҡтатып, уны — төрмәнән, ә һеҙҙе үлемдән һаҡлап ҡалғаны өсөн әлеге хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерегеҙ. Енәйәтселек hәм хоҡуҡ боҙоуҙар менән көрәштең уңышлы эшләүендә дежур часть мөhим роль уйнай. Ул — енәйәттәр тураһындагы ғаризаларға hәм хәбәрҙәргә тиҙ арала яуап бирә торған, барлыҡ хеҙмәттәрҙең эшсәнлеген координациялаусы бүлексә, конкрет бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелнән берҙәм команда. Һәм әлеге бурыстар эске хеҙмәт подполковнигы Рөстәм Хикмәтов етәкселегендә башҡарыла.

Бишбүләк районы буйынса бүлегендә шәхси состав менән эшләү, тыл менән тәьмин итеү төркөмө, штаб, миграция пункты, административ закондарҙы үтәү hәм башҡа хеҙмәттәр кеүек бyлексәләр шаҡтай ҙур эш башҡара. Иң изге һүҙҙәргә Эске эштәр органдары ветерандары лайыҡ. Уларҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы, әхлаҡи сынығыу, бик яҡшы hөнәри әҙерлекте раҫлай торған ҡаҙаныштар шаҡтай. Уларҙың күбеһе хәҙерге ваҡытта ла йәш коллегаларын патриотик тәрбиәләүҙә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итә, улар менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Yҙ ғүмерҙәренең иң яҡшы йылдарын хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға hәм граждандарҙы яҡлауға бағышлаған Эске эштәр органдары ветерандарына hөнәри байрамдары уңайынан айырым рәхмәт әйтке килә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бишбүләк районы буйынса бүлегендә улар һикһәндән артыҡ кеше. Yҙ яҙмыштарын бындай hөнәр менән бeйләгән кешеләр өсөн иң яҡшы бүләк — был көндә борсоулы шылтыратыуҙар булмау, тыуған ауылдарының урамдарында тыныс булыуын белеүҙер.

Илебеҙҙә лә, беҙҙең ауылдарыбыҙҙа ла ғүмерендә бер тапҡыр ҙа полиция хеҙмәткәрҙәре менән осрашмаған кеше юҡ. Хоҡук тәртибен боҙоусылар өсөн — был афәт, ә тәртипле граждандар өсөн — ярҙам. Таҙа ҡулдар, ҡайнар йөрәк, һалҡын аҡыл —бына полиция хеҙмәткәрҙәренең девизы. Уларҙың эше байрам һәм ял көндәрен белмәй. Полицияла осраҡлы кешеләр юҡ hәм булмаясаҡ та! Форма кейгән кешегә ҡарата талаптар hәр ваҡыт юғары булып ҡалды hәм шулай булып ҡала ла. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре — ул билдәле бер сифаттар йыйылмаһы: үҙ-үҙенә ышаныу, батырлыҡ, төҙ буй-һын, был һөнәрҙә ниндәйҙер етдилек бар. Полицияла хеҙмәт итеүселәрҙең барыһын да альтруизм айырып тора. «Мин булмаһам, кем» — бына шундай төп психологик ҡараш улар менән эштә етәкселек итә.  Улар көн һайын бик күп бурыстар yтәй, hәм ҡатмарлы эштәрҙе башҡарыу манән бәйле командировкалар ҙа бар, был иһә граждандарҙың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ышаныстың юғары дәрәжәһен тағын бер нисә тапҡыр күрһәтә. Улар өсөн үтәй алмаҫлыҡ эштәр юҡ кеүек. Полиция хеҙмәткәрҙәренә юғары ҡиммәттәрҙе — граждандарҙың хоҡуҡтарын hәм иреген яҡлау ышанып тапшырылған. Статистик отчеттарҙың йәнһеҙ һандары артында закон һаҡсыларының көсөргәнешле эше hәм йоҡоһоҙ төндәре тора.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел
Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел
Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел
Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел
Улар өсөн батырлыҡ hәм намыҫ — буш һүҙҙәр түгел
Автор:
Читайте нас: