Уны юғары уҡыу йорто менән берлектә ЮНЕСКО эштәре буйынса Комитеты ойоштора. Сарала Өфөнөң ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашасаҡ. Дәрестәрҙе ӨФһТУ-ның Тәбиғәт һәм кеше институты уҡытыусылары үткәрәсәк.
Климаттың үҙгәреүе температураның күтәрелеүенә һәм экстремаль һауа торошоноң артыуына килтерә, был экосистемаларға һәм иҡтисадҡа йоғонто яһай. "Уҡыусылар был үҙгәрештәрҙең төбәктең төрлө тармаҡтарына һәм тәбиғәтенә нисек ҡағылыуын аңларға тейеш", - тип билдәләне семинар етәксеһе Рита Камалова.
Программаға учациялар һәм практикумдар инә. Уҡыусылар климат үҙгәреүенең сәбәптәре һәм эҙемтәләре, шулай уҡ уны тикшереү ысулдары менән танышасаҡ.
https://ye102.ru