Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Ноябрь , 15:05

Борғолар һалдатты йыйынға саҡыра

 Бишбүләк районы хәрби хеҙмeткә саҡырылыусыларҙы тантаналы рәүештә РФ Ҡораллы Көстәре сафына оҙатты

Борғолар һалдатты йыйынға саҡыра
Борғолар һалдатты йыйынға саҡыра

Бишбүләк хәрби комиссариатында ғәҙәти эш режимында хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшенә еткән граждандарҙы быйыл көҙгө саҡырылыш бара. РФ Ҡораллы Көстәренә беренче hәм икенсе ебәреүҙәр быйыл 25 октябрендә hәм 13 ноябрендә уҙҙы. Армияға киләһе оҙатьыуҙар 26 ноябрҙә hәм декабрҙә көтөлә. Район тораҡ пункттарынан бер йыллыҡ хеҙмәт срогына саҡырылыусыларҙың дөйөм һаны быйыл егерменән артыҡ  кеше буласаҡ. Улар барыһы ла Yҙәк хәрби округның хәрби частәрендә хезмәт итәсәк hәм Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашмаясаҡ. 2024 йылдың көҙгө саҡырылыш кампанияһы, РФ Президенты Указы нигеҙендә, 1 октябрҙән 31 декабргә ҡәҙәр уҙа, бөгөн хәрби комиссариаттар алдында ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙең иң ҡыҙған сағы. Быйыл көҙ армияға 18 яштән алып 31 йәшкә ҡәҙәрге 133 000тән ашыу егет хәрби ант ҡабул итeргә тейеш. Хәрби хеҙмәт срогы улар өсөн үҙгәрмәйәсәк һәм 12 ай тәшкил итәсәк.

Хеҙмәткә яңы саҡырылыусыларҙы армияға оҙаталар. Быйыл райондың төрлө ауылдарынан килгән 14 һалдат өсөн 8 ноябргә  тура килгән Призывниктар көнө иҫтәлекле булды. Райондың хәрби комиссариатында быға ҡәҙәр яңы хәрбиҙәрҙе республика йыйылыу пунктынан өс тапҡыр оҙатҡайнылар ине инде. Шуға күрә улар был тантанала бер нисек тә ҡатнаша алманы. Хәрби комиссариатҡа килгәндән һуң, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар Ватанды һаҡлаусылар паркына йүнәлделәр, унда митинг булды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсәьәләләр hәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Алексей Данилов hәм хәрби комиссар ярҙамыһы Владислав Мульдряков сығыштарынан һуң ҡайнар нөктәләрҙә һәләк булған һуғышсы интернационалистар hәм һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар хәтер стелаһына сәскәләр һалды һәм иҫтәлеккә  фотоға төштө. Унан һуң Еңеү паркында 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә хөрмәт кyрһәттеләр. Мәҙәниәт йортоноң тамаша  залында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы йәш армиясылар, район үҙәге урта мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары, ата-әәсәләр, район хакимиәте hәм «Вектор» йәштәр үҙәге вәкилдәре көтөп тора ине..

Бишбүләк районы хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы РФ Ҡораллы Көстәре сафтарына оҙатыуға бағышланған тантаналы сара башланыу менән зал РФ hәм БР Гимндары тауышына аяғүрә баҫты. Район хакимиәте башлығы Артур Зарипов билдәләп үтеүенсә, «Призывник көнөн үткәреү йолаһы районда 2005 йылда барлыҡҡа килде, hәм ул йыл һайын яҙғы hәм көҙгө саҡылыштарҙа дауам итәсәк.

- Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре — иң көслөһө, заманса ҡорал hәм техник яҡтан йыhазландырылған. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, егеттәр, һеҙ Бишбүләк районын яҡлаясаҡһығыҙ. Һеҙ — Рәсәйҙең терәге! Бер йыл лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ. Һеҙҙе өйөгөҙҙә атай-әсәйҙәрегеҙ, яратҡан ҡыҙҙарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ көтә. Барығыҙҙы ла иҫән-һау килеш өйөгөҙҙә көтәбеҙ!, –тине ул.

Йола буйынса, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы hәр кемгә иҫтәлекле бүләк — командир сәғәте hәм буласаҡ һуғышсыларға белешмәләр тапшырылды. Актив тормош позициялы, йәш быуынды һәм йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне, Бишбүләк районы территорияһында тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу буйынса арымай-талмай хеҙмәт иткәндәре өсөн Артур Зарипов район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән сик буйы һаҡсылары Раил Вәлиев, Сергей Григорьев, Валерий Иванов, Геннадий Макеев hәм Георгий Федоровты бүләкләне. Раил Мөхәмулы Артур Зариповҡа улына рәхмәт белдерҙе hәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға намыҫлы хеҙмәт итeргә, ил сиктәренең именлеген һаҡларға ҡушты.

Бишбүләк районынан РФ Ҡораллы Көстәрендә 80-дән артыҡ һалдат һәм матростың анттарына тоғролоҡ традицияларын нисе лайыҡлы дауам итеүҙәре тураһында район хәрби комиссары ярҙамсыһы Владислав Мульдряков һөйләне. Шуныһы ҡыуаныслы, хәрбиҙәрҙең күп кенә ата-әсәләре хәрби частәрҙән Ватанды яҡлаусыларға яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн командирҙарҙан рәхмәт хаттары ала. Әйтелгән һүҙҙәргә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының социаль координаторы Рәмил Мөхтәсимовтың теләктәре ҡушылды, ул, беренсе рәттә ултыручы хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға мөрәжәғәт итеп: «Бөгөн һеҙҙең ҙур hәм мөhим көнөгөҙ. Тиҙҙән һеҙ Рәсәй армияһы хәрбиҙәре сафтарын тулыландырасаҡһыҙ. Һәм һеҙ, hис шикһеҙ, Рәсәй ғәскәрҙәренең лайыҡлы дауамсылары буласаҡһығыҙ!», — тине.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының атаһы, Йылбулактамаҡ ауылында йәшәүсе Филyс Ғатауллин ата-әсәләр исеменән өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Унан һуң барлыҡ саҡырылыусылар зал ҡаршыһына баҫып, өс тапҡыр «Ант итәбеҙ!», тине. Сара БР hәм РФ Гимндары менән тамамланды. Зал ике гимнды ла үҙҙәре йырланы.

Владимир СМОЛОВ,

автор  фотоһы.

Борғолар һалдатты йыйынға саҡыра
Борғолар һалдатты йыйынға саҡыра
Автор:
Читайте нас: