Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Ноябрь , 18:45

Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова 3-cө класта асыҡ дәрес үткәрҙе

Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте

Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә башҡорт телен уҡыусылар дәүләт теле һәм туған тел булараҡ та өйрәнә. Улар төп фәнде уҡыуҙан тыш, шиғыр бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.

Хеҙмәт стажы утыҙ йылдан ашыу булған беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Мөхтәсимова әҙерләгән асыҡ дәрес “Мин һәм ғаиләм” тип аталды. Уҡыусылары өсөн дәрес тел шымартыу күнекмәләренән башланып китте. Дәрес барышында уҡыусылар туғанлыҡ темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе әйтте, тапҡырлыҡҡа һынау булған уйын формаһындағы заданиеларҙы үтәне. Кластағы ун баланың һәр ҡайһыһы дәрестә әүҙем ҡатнашты тиерлек, айырыуса Хафизова Ранелия, Вәлиуллина Зинира, Иҫәнғолова Яҙгөл, Фәйзуллина София кеүек тырыш балалар ҡул күтәреп, уҡытыусы апайҙарының һорауҙарына ҙур теләк менән яуап бирҙе.

Дәрестә заманса технологиялар ҙа ҡулланылды. Уҡыусылар йәшеренгән һүҙҙәрҙе табыу буйынса сканворд систе, хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашты.

- Уҡыусылар, беҙ бергә ғаилә усағын ҡабыҙып ебәрҙек. Ғаилә ныҡлы булһын өсөн нимәләр кәрәк тағын?- тип малай һәм ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итте Эльза Марс ҡыҙы.

Һәм улар карточкалар араһынан “һаулыҡ”, “тоғролоҡ”, “изгелек”, “берҙәмлек”, “татыулыҡ” кеүек һүҙҙәрҙе табып, таҡтаға беркетеп ҡуйҙы.

Йомғаҡлау өлөшөндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе  етәксеһе Раушания Салауат ҡыҙы Тихонова яҡшы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ул текст өҫтөндә эшләүҙе һәм методика алымдары төрлөлөгөн, дәрестең һәр этабы уйланып эшләнеүен билдәләне, шул уҡ ваҡытта үҙенең тәҡдимдәрен дә еткерҙе.  Хәйер, асыҡ дәресте ҡараған барлыҡ уҡытыусылар ҙа ошо фекерҙә ине. Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы Илфина Рәис ҡыҙы Кинйәбаева ла дәрестең йәнле үтеүен, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Cеминарға килеүселәр өсөн Хафизова Зәлифә Марат ҡыҙы “Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу” тигән оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Кластан тыш сара “Һыу буйында киске уйын” һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Сараның һуңында мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлназ Дамир ҡыҙы Фәйрушина киләсәктә уҙғарыласаҡ саралар планы менән таныштырҙы.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотолары.

Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Айыт урта мәктәбендә туған тел уҡытыусыларының район семинары үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас: