Ҡыш ҡыш инде, барыбер үҙенекен итә, ярай әле еле юҡ. «Бисара, бынауы төн ҡараңғылығында ҡайҙа юғалды икән?» – тип уйлай хафалы ҡарсыҡ, тирә-йүнен байҡап. Бер йән эйәһе күренмәй. Вокзал биҫтәһе ыҙалы, мәшәҡәтле көнөнән һуң талсығып йоҡлай. Ҡала ситендәге айырым ауыл һымаҡ ултырған биҫтә хәс тә асыулы ҡатын: өнһөҙләнеп, тынып ҡалған, минең тыныслығымды боҙаһы булмағыҙ, тип иҫкәртә төҫлө.
Тайфа улай баҫты, былай баҫты: теге зат бер ҡайҙа ла юҡ. «Әллә ҡасып сығып киттеме икән?» – тигән уй башынан үтте.
Утын һарайы яғына бара бирһә, түмәр өҫтөндә ултырған ҡарасҡыны шәйләне. Шул, Хәмдиә үҙе бит! Бисара зат күлдәксән көйө генә түмәргә сүгәләгән. Ялан аяғына резина калуш эләктергән.
– Хәмдиә, нишләп ултырыуың былай?
– Ә... Тайфа апай, һинме?
– Һыуыҡ тейҙерәһең бит, әйҙә, өйгә!
– Хи, Тайфа апай, чепуха! Ха-ха-ха... – Хәмдиә ирҙәр ише башын артҡа ташлап шарҡылдап көлә. Тайфа ҡарсыҡ, бөршәйеп, ни тиергә лә белмәй торҙо. Хәмдиәнең ыҫмалаға мансылғандай ҡара оҙон сәстәре битенә, түшенә төшкән; ваҡыты-ваҡыты менән ул уларҙы артҡа һыпырып ҡуя. Башын эйгән һайын улар, бихисап ҡамсы остары шикелле, аҫҡа төшөп күҙҙәрен ҡаплай.
– Тайфа апай, һин кемде көтәһең? – Бисара һаман көлә. – Миңә өйҙә тынсыу, бында саф һауа. Рәхәт.
– Ҡуй, юҡты һөйләмә. Әйҙә, өйгә!
Тайфа ҡарсыҡ нисек кенә ялбарһа ла, теге тыңламай, һаман шаярыуын белә. Йөҙө әллә һалҡындан, әллә тулҡынланыуҙан алһыуланып-ялҡынланып киткән, күҙҙәре осҡонланып яна, маңлайы ла ҡайнар һымаҡ. Һутлы ирендәре тағы ла һутлана, ҡабара төшкән. «Сибәр ҙә һуң үҙе, суҡынғыр», – тип уйланы ҡарсыҡ.
Бер аҙҙан алдындағы ҡыҙҙың һылыулығы төҫһөҙләнә башланы. Бешкән сейәләй ирендәре ситенән ҡайнар тын бөркөлә. «Әллә шайығы аға инде» тип аптырай ҡарсыҡ. Хәмдиәнең күҙҙәре, эскән кешенекеләй, төпкә батып киткән. Тура ҡараһа, быяла йөҙөләй йылтырай. Һутлы ирендәре ситенән өҙлөкһөҙ быу сыға. «Әһә, бының йоҡоһо килә, иҫнәй башланы», – ти ҡарсыҡ эсенән.
– Әйҙә, Хәмдиә ҡыҙым, инәйек, таңға саҡлы шулай ултырмаҫһың бит.
Хәмдиә, иҫерек ирҙәр һымаҡ, айҡала-сайҡала баҫып, өйгә табан ыңғайлай. Хужабикә, башын эйеп, арттан эйәрә.
Таңға саҡлы йыраҡ әле. Тайфа ҡарсыҡ, ыҙалы йән, уны көтөп зар-интизар булды. Таң атһа, азатлыҡ тыуасаҡ. Ҡайһылай итеп тынысланып, барса хафалары онотолоп, еңел тын алыр ине. Исмаһам, был бәләнән ҡотолор.
Ана, әле Хәмдиә урынына ятҡан булды ла – оҙаҡҡа тиһеңме, әҙерәк түҙер ҙә тағы... Ай, шулай ҙа аяуһыҙ булды уға был төн. Аяҡ өҫтө үтәнән-үтә йөрөп сыға лаһа!
Бер туған Нуретдин ағаһы ҡаланың икенсе осонда йәшәй. Кисәге Хәмдиәнең хәлен белешеп, диспансерға барған. Табиптарҙың күҙенә салыныуы була, тегеләр йүгерешә башлай. Хәмдиә үҙе лә шул арала ашығып йөрөп, төйөнсөктәрен төйнәргә тотона.
– Ҡайтам, бабай, ҡайтам. Һинән ҡалмайым. Бында төрмәләге кеүек бикләп тоталар, әстәғәфирулла... – Кейенә, үҙе һөйләнә. Ҡыуанысынандыр инде, бахырың. Нуретдин ҡарт ни, бер нәмә лә ҡыла алмай, өнһөҙ ҡатып тик тора. Шул ике арала бүтән бүлмәләрҙән дә оҙон халатлы, сәс-баштары туҙған ҡатындар коридорға тулған. Хәмдиә ҡыҙы уларға кәмит күрһәтәме ни: ҡабаланып әйберҙәрен тоҡсайына тултыра, алан-йолан ҡарана. Коридорға теҙелешкән ҡатындар Нуретдингә хәс тә арестанттар һымаҡ тойолдо: бөтәһе лә бер иштән кейенгән, сырайҙары йоҡоло, күҙҙәрендә нур сатҡыһы юҡ. Хәмдиә менән Нуретдингә сәйерһенеп, нәфрәт менән ҡарайҙар. Бисараларҙың шундай хәлдә булыуы өсөн Нуретдин хатта үҙен ғәйепле тойоп тора икән. Шунда табип ҡартҡа Хәмдиәнең документтарын да килтереп тоттора.
– Бына, ағай, – ти, хафаланып. – Нисә ҡат ауылына хәбәр иттек, яуап юҡ. Ҡыҙҙары хаҡында уйлап та бирмәйҙәр, тындары сыҡмай. Ярай, һеҙ килдегеҙ. Зинһар, гражданканы Бишҡуян ауылына илтеп ҡуйығыҙ. Ошо урынға имза һалығыҙ ҙа...
Нуретдин ҡарт ауыҙына һыу уртлаған, Хәмдиә ҡыҙы юл буйына тәтелдәй генә:
– Нисек һәйбәт иттең әле, бабай. Шул арестант өйөнән ҡотолор көнөм дә бар икән. Хәҙер ҡайтҡас та уйнарға сығам, ауылды бер итеп йөрөйөм. Клубҡа ла, магазинға ла барам. Юл ыңғайы бер-ике керәндил алып сығам әле, әтү өйҙә гел ләс икмәк. Менә... – Хәмдиә йәнәшенән өнһөҙ генә атлаусы ҡартҡа усын күрһәтә. – Менә, бабай, аҡсам да бар. Шуға керәндил, перәник апсығам. Магазин артында иптәш малай-шалай көтә торған. Артҡы яҡта, магазин нигеҙенә теҙелешеп ултырып, бүлешеп ашайбыҙ. Хи-хи-хи... Малайҙар – дуҫтар, һыйлағанды ярата. Ҡайтҡанды көтөп интеккәндәрҙер инде.
...Нуретдин ҡарт түрьяҡ бүлмәлә йоҡлай. Иртәнсәк Хәмдиәне поезға алып төшәсәк. Тайфалар вокзал биҫтәһендә йәшәгәс, ҡыҙ менән бында ғына ҡундылар.
Тайфа ағаһының ҡылығына ныҡ көйөндө. Бер ҙә оҡшатманы был эште. Нуретдингә ҡыҫылып йөрөмәҫкә ине. Ярай, диспансерға ла барһын, ти, хәл дә белешһен, тик ниңә Хәмдиәне ҡуҙғатырға? Был эште Фәрихә апаһы оҡшатамы-юҡмы?..
Тайфа апай уйҙары осона сыға алмай урынында әйләнеп-тулғанып ятты ла ойоп китте. Төшөндә лә Фәрихә апаһын күрҙе. Ул ҡыҙы Хәмдиәне килтергәнгә Нуретдин ҡартҡа ләғнәт уҡый, имеш... Ҡолағына йоҡо аралаш Фәрихә апаһының әрләшкәне – өҙөк-өҙөк ауаздар ишетелгәндәй итте, әммә ул уларҙы аңғара, ыҙалы йоҡоһонан арына алманы. Арыуы еткәйне шул. Көн буйы йүгереп ныҡ йонсоғайны.
Хәмдиә, апаһына эйәреп ингәс тә, тынысланманы. Өҙлөкһөҙ һөйләнде, әйләнде-тулғанды, ыңғырашты. Аңларлыҡ түгел ине уны: түшәгендә әллә эттәй шыңшып, әллә сабыйҙай көлөп, әллә эсенән генә мөңгөрләп кемделер һүкте. Әллә күптән йыуынмауҙан ҡысыныпмы, арҡаһы сәнсә, әллә йомшаҡ карауатты диспансерҙың ҡаҡ һикеһе күреп, малай-шалай кеүек тулай ине. Өҫтәүенә, үҙ алдына аңлайышһыҙ көйөн көйләй. Тағы тынып ҡала ла, оҙаҡ ҡына өнһөҙ ятҡас, кинәт бәүелә башлай. Әллә хәсрәт бәндә, был карауатты ирмәк уйынсыҡ күрә, әллә асыуынан түҙә алмай.
Бер заман соландағы тауышҡа Тайфа апай уянып китте. Унда шылтырап нимәлер иҙәнгә ҡолап төштө.
Соланға сыҡһа, Хәмдиә иҙәндә ултыра. Сәсе-башы туҙған, өҫтө ярым-яланғас, эске күлдәге түшенән йыртылып киткән. Бисараң туң иҙәндә лыпын ултыра. Әллә үҙе ултырғыстан осҡан, әллә шкафтағы иҫке һауыт-һабаны төшөргән. Тайфа апай тегенең нисек тоҡандырғысты табыуына аптыраны. Бисараң утты тоҡандырған, әллә ҡайҙан теге резина калушты эләктереп алған. Ике усын йоҙроҡлап иҙәнде төйөргә йыйынған бәндә ҡиәфәтендә. Иғтибарлап ҡараһа, ҡарсыҡ ҡыҙҙың бите йәшле икәнен абайланы. Ике яҡ бит алмаһынан өҙлөкһөҙ күҙ йәштәре аға, ҡулбаштары уҡмашҡан, сыбалған. Һутлы ирендәрен йәмһеҙ итеп бәлшәйткән; әленән-әле танауын тарта. Тешләнә, ахырыһы: ара-тирә урттарын, ирендәрен ҡымтый. Тайфа ҡарсыҡтың баш осонда тороуын шәйләмәйме, әллә шәйләргә теләмәйме – һаман һыны ҡатып, бар донъяһынан ваз кискән бәндәләй, эт һымаҡ шыңшып ултыра.
Ҡарсыҡ та аҙап ҡалған, күрәһең: тәүҙә ни тиергә лә һүҙ тапманы. Ауыҙын да асып ҡарай – өнө сыҡмай; яҡыныраҡ килеп ҡыҙына эйелергә итә, быуындары тыңламай. Хәмдиә һымаҡ әллә һалҡынды ла тоймай инде – баҫҡан килеш ҡатҡан.
Ниһайәт, ҡарсыҡҡа күҙ нурҙары ярҙамға килде. Улар, күрәһең, ҡарсыҡты ҡыҙғанып ҡабындылар ҙа, иҙәндәге йән эйәһенең мейе ҡабығы аша үтеп, зиһененә һуҡтылар. Шунда ғына Хәмдиә башын ҡалҡытты. Бисара ҡарсыҡ үҙе лә артҡа сигенде: сәсе-башы туҙған ҡыҙҙың күҙҙәрендә ғәрәсәт, ығы-зығы күренеше яҙылғайны. Хәс тә ғәрәсәт ҡубып, донъяның аҫты-өҫкә килгән. Кешеләр аҡырыша, йорттар емерелә... Ҡайғы-хәсрәт менән тулы ҡараштарҙан алйыпмы, ҡарсыҡ ситкә боролорға йыйынғайны инде, Хәмдиә күҙҙәрендәге күренештәр юғалды, бисара үҙе үкһеп иларға тотондо.
– Эһе... Һе... Әсәй, ниңә мине бында ҡалдырып киттең? Ниңә? Ниңә мине йылы өйөңә индермәйенсә, эт аранындай соланда тотаһың – малмы ни мин?
– Хәмдиә, Хәмдиә ҡыҙым...
Бисара ҡыҙ ҡарсыҡты ишетмәне. Бумалаға оҡшап ҡалған башын сайҡап, бихисап сыбыртҡы остарын хәтерләткән сәстәрен туҙҙырып, илауын белде.
– Әсәй, әсәй...
– Хәмдиә ҡыҙым, әйҙә, өйгә! Һине бер кем дә ҡыуманы, карауатҡа һалғайным да, үҙең сығып киткәнһең. Әйҙә!
– Юҡ, юҡ, мине соланға сығарып ташланың, ен. Мине шунда – ҡаҡта туңып үлһен, тиҙерәк ҡотолорбоҙ, тип уйланың. Тормайым да, инмәйем дә... Һин үҙең ен, һин мине ҡыуалайһың. Хәҙер бына торам да ауылға йәйәү ҡайтып китәм, көтмәйем поезығыҙҙы; өйөгөҙ ҙә, йылы түшәгегеҙ ҙә кәрәкмәй. Ҡатағыҙ ҙа, мә... – Ҡыҙ аяғындағы калушын сисеп алды ла ярһып ишеккә бәрҙе. – Ялан аяҡ көйө ҡайтам.
– Хәмдиә, Хәмдиә ҡыҙым... – Хафалы ҡарсыҡ инәлеүен, ялбарыуын белде. Бисара ҡыҙ һаман башын сайҡап ултырҙы. Ҡарсыҡ уны яланғас беләгенән алып һөйрәкләй башлағайны инде, тегеһе, көслөрәк нәмә, ысҡынып китте лә ике усы менән иҙәнде төйөргә кереште.
– Юҡ, юҡ, бер ҡайҙа бармайым. Кәрәкмәй миңә бер нәмә лә. Хәҙер йәйәү ҡайтып китәм.
Ике арала алыш-айҡаш оҙаҡ дауам итте. Ниһайәт, ҡарсыҡ, арып, бер яҡ ситкә барып ултырҙы. Һурылып килгән беләктәрен һалындырып, кәмһенеп, әрнеп ултырҙы; аҡтыҡ көсөнән яҙып, бар донъяһын ҡарғап, теленә килгән доғаларын уҡыны. Шунда, әйтерһең дә, Хоҙай ҡөҙрәте менән, оло өй ишеге асылып китте, Нуретдиндең йоҡоло, хәсрәтле сырайы күренде. Ул артынан ишекте япты ла урынында ҡатып ҡалды. Тыны ла, өнө лә юҡ. Гүйә, ишекте астылар ҙа ике бисара араһына дәү имәнде килтереп баҫтырҙылар. Хәмдиә лә нәҡ шуны ғына көткән тиерһең: сәсе-башы туҙып, күлдәксән көйө иҙәндә һуҙылып ятҡан еренән йәһәт кенә ҡалҡынды ла, албаҫтылай сәсен, эске күлдәге остарын елберләтеп, ҡартҡа ташланды.
– Ҡотҡар, бабай, ошо ендән! Ҡотҡар! – Нуретдин ҡарт, ярым шәрә бәндәнән сирҡаныпмы, түшенә килеп һырылған ҡыҙҙы этәрергә иткән хәрәкәт яһаны. Был күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ҡыҙҙы оторо ярһытты.
– Бабай, ташлама мине! Шул ен-пәрейҙән аралай күрсе! Бабай! – Хыялый, ҡарсыҡтан ҡасҡандай, тағы бер тына ҡарттың кәүҙәһенә ышыҡланып торҙо ла ҡапыл ишек тотҡаһына үрелде. Ауыр ишек еңел генә асылып китте, албаҫты ҡыҙ күҙҙән юғалды.
Ағалы-һеңлеле ҡарт менән ҡарсыҡ ҡаңғыр-көңгөр бер-ике һүҙ ҡаттылар ҙа ҡыҙ артынан эйәрҙеләр.
Өй эсендә йәнә хафалы тынлыҡ урынлашты. Инде төн уртаһы күптән ауышҡайны. Бигерәк күп ваҡыт үтте. «Таң атмай ҙа атмай», – тип үрһәләнде Тайфа ҡарсыҡ. Самалауынса, күптән яҡтырырға тейеш. Исмаһам, ошо ыҙанан ҡотолор ине. Ҡасандан бирле йәне һыҙлай, инде тамам ҡаңғырып бөттө ләһә.
Тайфа ҡарсыҡ хәҙер әйләнмәй ҙә, тулғанмай ҙа, йоҡоһо осто. Һаҡ ҡына ята, шылт иткән тауышҡа ла ҡалҡынырға әҙер. Өй эсендәге һәр шәүләне, һәр мөйөштө күҙәтә, ҡолағы һаҡ. Һәр ауаз һиҫкәндерә. Инде башы һеңкеүе лә баҫылды, зиһене ап-асыҡ булып ҡалды. Хатта үҙенең ҡан тамырҙары тибешен, йөрәге ҡағышын ишетеп ята. Бисара Хәмдиә лә талсығып ойоп китте, буғай. Бер ауаз ишетелмәй өй эсендә. Өнһөҙлөктә ҡан тамырҙары тибә лә йөрәге ҡаға.
Күҙ алдындағы был яфаларҙан бигерәк Тайфа ҡарсыҡтың йәнен хәтирәләр талай, әрнеүле үткәндәр язалай. Хәтәр ваҡиғаларҙа үҙе ҡатнашмаһа ла, ҡатнашҡан, шунда арала буталып йөрөгән һымаҡ. Үҙ күҙҙәре менән күрмәһә лә, ул аҙапты тойған, кисергән төҫлө.
* * *
Тайфа ул көндәрҙә ҡалала сыбыҡ осо ағаларында йәшәй, заводта эшләй ине. Ауылға юлға йыйынды. Байтаҡтан ҡайтҡаны юҡ. Уңай сәбәбе лә сығып тора: туған апаһы йөклө ине. Күптән инде. Хәҙер бәпесе туптай тулайҙыр. Һаман өйҙән хәбәр-хәтер юҡ, хәлдәрен белешер, күрер бәләкәсте – ҡурсаҡты. Бәпес ни һөйөнөс кенә! Тайфа, юҡ аҡсаһын бар итеп, уйынсыҡтар алды. Яҡын да булғас, ял көнөндә, шул ҡиммәтле төргәген йөкмәп, Бишҡуянға ҡайтып төшкәйне, ҡыуаныстары, кинәнестәре сикһеҙ ине.
Ҡайтһа, апаһының өй эсе буп-буш. Бер тауыш, бер өн юҡ. Ҡайҙа ул тәтәй-уйынсыҡҡа оҡшаш бәпәй ауазы? Ике яҡ мөйөштә ике бер туған апай – Фәрихә менән Бибиямал ултыра. Тайфа эскә үтте лә аптырап ҡалды: тауышы ла сыҡмай, ары атларға аяғы ла тартмай. Гүйә, был өйҙән яңы ғына мәйет сығарғандар.
– Үт, – тип танау аҫтынан ғына өндәштеләр. Тайфа иһә һаман иҫенә килә алмай, ниҙер һиҙенеп, шаңҡып тора. Бәпесте мунсаға-фәлән алып киткәндәр тиһәң, ике апаһы ла өйҙә; түрьяҡ уртаһына өрлөккә бишек тә эленмәгән, мейес өҫтөндә бәпестең йүргәктәре лә күренмәй. Аптырағас, Тайфа үҙе һораны:
– Ә бәпәй ҡайҙа, Фәрихә апай?
Апалы-һеңлеле тертләп киткәндәй итте, икеһе бер юлы, уға текләп, ҡатып ҡалды. Шулай ҙа береһе лә телгә килмәне. «Әллә ысын телдән яҙғандар, әллә ауыҙҙарына һыу уртлағандар», – тип уйлап алды Тайфа, бер ҡатлылығына барып. Әммә шунда күңеленең ҡайһылыр тәңгәлендә шик-шөбһә тыуғанын шәйләне.
– Апай!..
– Сеү! Уҙ, туғаным, улай...
* * *
Бала иһә тыуа ла, тыумай ҙа. Фәрихә ҙур ҡайғыға ҡала. Ярай, заманы имен-аман торһа, ул саҡта сабыйы ла иңгә артыҡ йөк тойолмаҫ ине. Әле тирә-йүндә үлеш-ҡырылыш, афәт-ғәрәсәт, донъяһы әйләнеп-түңкәрелеп бара, кемдеке алыры, кемдеке аҫта ҡалыры ла билдәһеҙ. Әллә үле ҡалабыҙ, әллә тере булабыҙ тигәндәй, белгән эш юҡ. Һуғыш һәр йортҡа тынын өрә. Ул үле, ул ғәрип хәбәре алмаған ғаилә ҡалманы. Фәрихәнең иренән дә хәбәр-хәтер килмәгәнгә ни ғүмер. Әллә тере көйө ҡайта, әллә юҡ... Аптыраны-йөҙәне Фәрихә. Үҙе лә һантый инде: шундай ғәрәсәт, ҡырылыш заманында бәпәйләп ятмаһа. Кемгә хәжәт ул артыҡ тамаҡ?!
Өҫтәл өҫтөндә йыш ҡына тәғәм ризыҡ булмай. Үҙҙәре ас бүре ише ултыра. Урамға сығып олойһо йә хәйерселәп йөрөйһө генә ҡалды.
Фәрихә һуңғы арала кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыша. Бары бер нисә тапҡыр, әҙәм аяғы һил булғас, артҡы яҡ урамдан ғына Бибиямал апаларына барып ураны. Йылға аръяғындағы өйҙәре икенсе ауылда тиерһең – йыраҡ. Шунда кәртә аша һикереп сыҡҡанда ауыры төшөп кенә китһә, исмаһам, бер юлы ҡотолор ине. Бәлә. Тәҡәте генә ҡороно. Тағы төрлө дарыуын да йотто, ауыр әйберҙәр ҙә күтәрҙе – ҡыланмағаны ҡалманы инде. Биргәс, бирә икән Хоҙай. Ахыры әмәлһеҙ көндө көттөләр. Үҙ ыңғайы менән килгәс, шунда бер яйын табырҙар.
Ул көндө Бибиямал иртүк хәл белеште. Фәрихә (йәшәгере!) етешкәйне инде. Бибиямал апай ишекте япты, келәләрҙе нығытты, төпкө яҡтың тәҙрә ҡорғанын да төшөрөп ҡуйҙы. Был мәлдә һеңлеһен тулғаҡ тота, ул ярҙамға саҡыра ине. Бибиямал оло ялғашҡа саҡ һыу ҡойоп өлгөрҙө. Беләктәрен, язалаусылай, терһәгенәсә төрөп ебәргәс, йүгереп барып үтәнән-үтә күренмәле аҡ мендәрҙәй йомғаҡты ҡабул итте лә тура шул һыулы ялғашҡа төшөрҙө.
Әсә асы итеп ҡысҡырып ебәрҙе, ә үтәнән-үтә күренмәле аҡ мендәр эсендәге ит киҫәге был донъяға яр һалып өлгөрҙөмө-юҡмы – кендек әбей һиҙмәне, эше менән мәшғүл ине.
Һуңынан Фәрихә йыш ҡына уны төшөндә күрҙе. Төш нимә әле, ҡайһы берҙә теп-тере көйө күҙ алдына баҫа. Эй ғазапланды. Йәнәһе, ул Бибиямал апаһына киткән. Юрый оҙаҡлап ултырып ҡайта. Шул ғүмер эсендә, исмаһам, тегеһе сәсәп тонсоғоп та ятмай, бер юлы ҡотолор ҙа ҡуйыр ине. Ни саҡлы оҙаҡлап йөрөй, теге мәхлүк һаман тубырсыҡтай (әсәгә ул малай булғандыр һымаҡ тойола) тулышып-тулап, тамшанып ята. Нисек һалып киткән, шул көйө «Эһ» тә итмәгән. Уянмаған да хатта, тағы йоҡо аралаш башын ян-яҡҡа тәгәрәтә. Хәстрүш, асығып, имсәк эҙләйҙер, моғайын.
Икенсе ҡат хәтәр төш күрҙе. Имеш, Фәрихә өйөнә апаһын эйәртеп ҡайтҡан. Тышта аяҡ тауыштары баҫылғас, ишек-тәҙрәләрен бикләп алдылар ҙа эшкә тотондолар. Тәүҙә, аптырағас, әсә бәпәйгә икмәк бирҙе. Теге, ҡошсоҡтай талпынып, ҡомһоҙланып йомолдо тәмлегә. Һуңынан ойоп китте... «Үҙем тыуҙырған, үҙем...» – тип һөйләнде лә «бисмилла» һүҙе менән эшен дә бөтөрҙө Фәрихә.
Бибиямал, икенсе яҡҡа сығып, тәҙрә ҡапҡасы ярығынан урам буйын күҙәтте. Сабый мышнап йоҡлай ине. Фәрихә, тиҙ генә ҡыланып, сабыйҙың йөҙөнә тауҙай мендәрҙе ҡапланы ла шуға бар кәүҙәһе менән таянып тынды. Шулай күпме ғүмер уҙғандыр. Мендәр аҫтындағы йән бер нисә тапҡыр көсһөҙ генә тыпырсынды ла шымды. Әсәгә мендәр аҫтында хәс тә йылан тыпырсынғандай ғына тойолдо...
Бисара тиргә батып уянды. Бөтә тәне лысма һыу. Урынынан тора алмай интегә, башы шаулай, тәне таралып-ҡойолоп төшөп кенә килә... Ә ул ваҡытта Фәрихә үҙенең шулай ҙа яфаланырын, ғүмер баҡый ыҙаланырын башына ла килтермәгәйне. Тыныс ине йәне, башы һау, зиһене яҡты, ҡулдары ныҡ кеүек ине.
...Ошо ваҡиғанан һуң, аҙна-ун көн тирәһе уҙғас та ҡайтып төшкәйне Тайфа ауылға. Ул көндө (ихтимал) апайҙары сабыйҙың етеһен уҙғарғандыр. Сырайҙары төндәй ҡараңғы ине.
Ысынлап та, Тайфаның еҙнәһе тейеш кеше һуғыштан ҡайтманы. Тағы Фәрихә лә көймәне: икенсегә кейәүгә барҙы. Уларҙың берҙән-бер балалары Хәмдиә тыуҙы. Сибәр, ҙур күҙле ҡыҙ ине ул. Тайфа уның кескәй сағын асыҡ хәтерләй. Муйылдай сылт ҡара күҙҙәре, ыҫмалаға мансылғандай йылтыр оҙон сәс толомдары... Һоҡланып туймаҫлыҡ һылыу бала. Фәрихә, ҡаты ҡуллы бәндә, шуны ла ныҡ ҡаҡты, буғай. Бәләкәс башта һап-һау ине; һуңынан, мәктәпкә төшкәс, ауылда уны «алйот ҡыҙ» тип һөйләп сығарҙылар. Ул шулай ҙа бер сама, үҙ ыңғайына йөрөй ине әле, юғары кластарҙа тамам ауырыуға һабышты. Уҡыуын ташлатырға тура килде.
Атаһы уны ҡайҙарға ғына алып барып, кемдәргә генә күрһәтеп ҡараманы – бушҡа ғына. Хәҙер Хәмдиә оло ҡыҙ йәшендә инде, күптән утыҙы өҫтөндә; ара-тирә ҡалалағы диспансерҙа ятып сыға. Унда ла оҙаҡ тотмайҙар, ҡайтарып ебәрә һалалар. Ә өйҙә Фәрихә апай үҙе тындырмай. Ире үлгәс, оторо ҡатыланды: йәне көйһә, өйөнән ҡыуа ла сығара. Теге китә урам буйлап, өйҙән өйгә һоранып. Бер көн – береһендә, икенсе көн икенсе туғанында ҡуна.
Апаһы ҡайғыра, тип тә ишеткәйне Тайфа. Имеш, Фәрихә Бибиямалға: «Исемһеҙ баламдың ғына ҡарғышы төшә миңә», – тип әйтә була. Йәнәһе, теге исемһеҙ сабый ҡон ҡайтара. Миңә яҙмағас, Хәмдиә һеңлемә лә яҙмаһын!
Ауылдан шулай яҙа-йоҙа килеп торҙо хәбәрҙәр. Фәрихә хәҙер ныҡ үкенә икән, ҡулым менән ҡылғанымды иңем менән күтәрәм, яҙмыш мине ныҡ язаланы, күнәм, тип әйтә була. Былай осрашҡанда Фәрихә үҙе уны-быны һөйләмәне. Әллә тағы сиселәһе килмәнеме икән?
Хәмдиә хәҙер ике арала һуғылып йөрөй. Бер ҡарағанда, арыу ғына һымаҡ, икенсе ваҡытта яңылыша башлай. Уны яңынан диспансерға һалалар. Хаҡ, ауылда әсәһен дә туйҙыралыр инде ул. Тайфа уныһын ғына аңлай. Бындай бәләне туғаныңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен! Ныҡ интегә апаһы.
Тайфалар һирәкләп булһа ла дауаханаға барып тора, аш, тәм-том йөкмәп алалар. Ҡыҙҙары булмаһа ла, үҙ туғандары бит, ҡан тарта. Ана, Нуретдин ағаһы ла хәл белешергә генә һуғылған икән – таҡҡандар ҙа ҡайтарғандар. Меҫкен бәндә, үҙ әсәһенә кәрәкмәгәнде, кемгә хәжәт.
Тайфаның үҙе алдында шәфҡәт туташтары улай ҡылана алмай әле – ҡатын кешенән әҙерәк ҡыйынһыналар, ә ир кешегә – ярай. Ир заты бөтәһен дә күтәрә. Уныһы ла ярай әле, бына Фәрихә үҙе был илселәрҙе нисек ҡаршы алыр? Асыуланмаҫмы? Һорамай-эҙләмәй донъяма ҡыҫылып йөрөйҙәр, тимәҫме?
Тайфа ҡарсыҡ барыһын да самалай. Ир кешегә ни ул барыбер, алдын-артын уйламай-нитмәй эшләй.
Күҙҙәрен йоҡо алманы Тайфа ҡарсыҡтың. Төнө буйы керпек тә ҡаҡманы, таңғаса шулай һаҡ килеш уйланып ятты. Ни эшләптер, әллә ныҡ арыуынан, Хәмдиә ҡыҙы таңға табан ғына иҙерәп йоҡлап китте.
Иртәнсәк ул һап-һау кешеләй һин дә мин йөрөп ятты. Тайфа ҡарсыҡ үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Әйтерһең дә, ҡаршыһында кисәге килбәтһеҙ бәндә түгел... Хушлашҡан саҡта ғына йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Хәмдиә йәнә әүәлге бисара затҡа әүерелде бит. Өҙлөкһөҙ тәтелдәй, теленә ни килә, шуны әйтә:
– Ярар, Тайфа апай, зоопаркта уйнап туйҙым, ауылға ҡайтам. Унда малайҙар көтәлер, – ти бисара. Апаһының күҙҙәренә туп-тура ҡарап киткән, көлмәй ҙә, исмаһам. – Улар минһеҙ магазин янындағы һикертмәкте ватып бөтөргәндер, кәрәктәрен бирәм әле. Менә шулай... – Хәмдиә төлкө ише йылт итеп ҡарсыҡтың ҡултығынан эләктереп тә ала. Ҡарсыҡ, өркәк аттай, ситкә тайшана.
– Кит, кит, Хәмдиә! Ни ғәләмәт былай ҡыланыуың?
Ярай, Хәмдиә күндәм ҡыҙ, кире сигенә.
– Теймәйем, ҡурҡма. Мин бит һиңә самбо ғына күрһәтәм. Ха-ха-ха...
Тайфа ҡарсыҡ менән Нуретдин ҡарт, баштарын эйеп, шаҡ ҡатып тора.
– Ҡайтҡас, имандарын уҡытам мин уларҙың, һикертмәкте ватып ҡына ҡараһындар... Ярар, хуш, апай. Үҙең дә кил, бергә уйнарбыҙ. Юғиһә, унда миңә төшкә тиклем иптәш юҡ. Малайҙар уҡыуҙа була. Бергә уйнарбыҙ...
– Ярай, ярай. Поезға һуңлайһығыҙ, барығыҙ!
– Апаҡайым, берүк кил беҙгә, әтү миңә күңелһеҙ. Тик һинең менән генә уйнағым килә. Һин яҡшы, көлмәйһең. Малайҙар, әнә, бергә уйнайҙар ҙа үсекләшеп ҡасалар. Мин арттарынан баҫтыра төшәм. Кил, йәме, апай! Һинең менән рәхәт. – Хәмдиә ирҙәрҙеке кеүек дәү, көрәктәй яҫы устарын ҡарсыҡтың иңбашына һалып торҙо ла, ауыр ишекте тибеп тиерлек асып, тышҡа атланы.
– Хәмдиә, ҡыҙым, мә, шарфың! Тышта һыуыҡ – иҙеүҙәреңде ҡаптыр! – Бисара ҡарсыҡ, өтәләнеп, ҡыҙ артынан соланға йүгереп сыҡты. Тегеһенең иҫе лә китмәй: пальтоһы төймәләре эләктерелмәгән, иҙеүҙәре асыҡ, шәле башында саҡ эләгеп тора. Ирҙәр ише эре аҙымдар менән ҡаты итеп баҫып бара, уға эйәреп тә булмай ине.
Тайфа, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, урындығына һеңеп шымды. Нуретдин ағаһын ауылда нисек ҡаршылауҙарын күҙ алдына килтерҙе.
Хәмдиәне күреү менән Фәрихә башын тотто. Гүйә, өйгә ҡыҙын түгел, ә кәмит күрһәтеү өсөн йөрөтөлгән мәхлүк йән эйәһен алып инәләр... Апаһы Бибиямал ҡарсыҡ та шунда икән. «Һа-а, Нуретдин, Хәмдиәне елтерәтеп килтереп тә ултыраһың да. Әсәһе уны яңы ғына илтеп ҡайтҡайны. Вәт әй, гонаһ шомлоғо, вәт, һиңә бала ҡарғышы!» Ҡарсыҡ тәсбихен тартып ултырған ыңғайы үҙ алдына һөйләнде.
...Фәрихә, инеүселәрҙе күргәс, тәүҙә ҡаушаны. Йөн тетә ине. Ҡымшанмайынса, шаңҡыған кеше һымаҡ ултырҙы. Әллә бер минут, әллә бер ғүмер уҙҙы. Унан яй ғына ҡалҡынды ла, ҡоластарын йәйеп, алға ташланды.
– Ҡыҙым!.. – Балаһын йөрәгенә ҡыҫҡан бисара ҡатындың күҙ йәштәре тыйылмайынса аға, ҡулбаштары өҙлөкһөҙ дерелдәй, ярылған, кибеп бөтөп барған бармаҡтары ҡалтырана ине.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Ринат КАМАЛ.