2023 йылда ҡалала яр буйын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башлана. Объектта йөрөү зонаһы, йәйәүлеләр өсөн юлдар һәм уңайлы эскәмйәләр, заманса яҡтыртыу һәм хәүефһеҙлек өсөн видеокүҙәтеү системаһы, шулай уҡ популяр фотозонаға әйләнгән «Теләк ағасы» арт-объекты менән яңы пирс барлыҡҡа килә.
2024 йылда яр буйындағы төҙөкләндереүҙең икенсе этабында йәйәүлеләр зонаһы оҙайтыла, шулай итеп, халыҡ пляжға тиклем үтә ала. Дим яры ла төҙөкләндерелә: төбөн таҙарталар, ҡом түшәлә, сисенеп-кейенеү өсөн кабиналар эшләйҙәр, карап рәүешендәге арт-объект төҙөлә. Дим йылғаһын төҙөкләндереү процесында урындағы халыҡ та әүҙем ҡатнаша, улар тауыш биреү юлы менән объекттың дизайн-проектын һайлай. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яр буйы күркәм ял зонаһына әйләнә.
Йәмәғәт киңлеген яҡшыртыу буйынса эштәр 2025 йылда ла дауам итәсәк.
#Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана