Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
9 Декабрь , 07:17

Яңы йылда - яңы закондар

"Больничный"ға йыш китеүселәр өсөн үҙгәрештәр индерелә

Яңы йылда - яңы закондар
Яңы йылда - яңы закондар

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2025 йылдың 1 сентябренән больничныйҙар биреүҙең яңы тәртибен индерергә теләй, ул йыш ауырыусыларға ҡағыласаҡ.  Приказ проекты норматив хоҡуҡи акттар порталында урынлаштырылған.

Приказ текстына өстәмәнән күренеүенсә, киләһе йылдың 1 сентябренән ярты йыл дауамында эшкә яраҡһыҙ тип дүрт һәм унан да күберәк тапҡыр танылған рәсәйҙәр өсөн сикләү индереләсәк. Был граждандарға хеҙмәткә һәләтһезлек ҡағыҙы өс календарь көнгә ҡәҙәр биреләсәк, уны бары тик табиптар комиссияһы ҡарары буйынса ғына оҙайтырға мөмкин. Бөгөнгө закондар нигеҙендә, дауалаусы табип — 15 көнгә ҡәҙәр, стоматолог һәм фельдшер 10 көнгә ҡәҙәр больничный бирә.

Шул уҡ ваҡытта үҙгәрештәр ғаилә ағзаһын ҡарау буйынса дауаханаларға, медицина реабилитацияһына, социаль әһәмиәтле ауырыуҙар йәки алмаштырғыс бөйөр терапияһын талап иткән осраҡтарға ҡағылмаясаҡ. 

Сығанаҡ: lenta.ru

Яңы йылда - яңы закондар
Яңы йылда - яңы закондар
Автор:
Читайте нас: