Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Декабрь 2024, 11:29

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында

'Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау проекты дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы 3 декабрҙә уҙған тура бәйләнеш барышында.  -  Скульптураның айырым элементтарын тергеҙеү һәм алмаштырыуҙы үҙ эсенә алған ҙур эш көтөлә'.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһындаСалауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында

Салауат Юлаев һәйкәленең торошо беҙҙе бик борсой, был күп тапҡыр тикшереүҙе һәм етди эш талап итә. Реставрация кәрәклеге 2019-2020 йылдарҙа уҡ билдәле ине, сөнки коррозия уның байтаҡ өлөшөн, бигерәк тә төп көсөргәнеш кисергән урынын, йәғни аттың артҡы аяҡтарын һәм эске структураһын зарарлаған. Реставрацияға яҡынса йыл ярым ваҡыт талап ителә. Һәйкәлде һүтеп, каркасын нығытасаҡтар, ә зыян күргән өлөштәрен алыштырыу ҡарала.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта реставрация проектын әҙерләү өсөн подрядсы ойошма ялланған, ул дәүләт экспертизаһынан ыңғай һығымта алған. Реставрация процесы һәм уның әһәмиәте тураһында фекер алышыу өсөн йәмәғәтселек менән осрашыуҙар һәм өҫтәмә саралар үткәреү планлаштырыла.

Республика бюджетынан тейешле сумма бүленгән осраҡта, эштәрҙе киләһе йылда башлау күҙаллана.

Елена Андреева, Бишбүләк районының ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары:

- Тарихсы булараҡ, республикабыҙҙың милли геройы һәйкәлен киләсәк быуындар өсөн мотлаҡ һаҡларға кәрәк, тип һанайым. Ул сөнки ул илебеҙ халыҡтарының, тәү сиратта, башҡорт һәм рус халыҡтарының дуҫлыҡ символы булып тора. Хәҙерге заманда Салауат Юлаевтыҡы кеүек шәхес сифаттарына ихтыяж бығаса булмағанса ҙур. Салауат Юлаев һәйкәле  — был Рәсәйҙә генә түгел, ә халыҡ-ара кимәлдә лә Башҡортостандың визит карточкаһы тиергә була. Милли геройға һәйкәл  — был кешенең ижади мөмкинлектәренең бөйөклөгө гимны. Йыш реставрация үткәрергә тура килмәһен өсөн, конструкция барышында ниндәй материал кәрәклеген ныҡлап уйларға кәрәк, дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәлерәк ҡулланыу мөһим. Шәхси теләгемә килгәндә, С. Юлаев һәйкәлен, студент йылдарымдың матур иҫтәлеге итеп һаҡлап ҡалыр инем.

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында
Автор:
Читайте нас