Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

2025 йылда Башҡортостанда 98 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла

2025 йылда Башҡортостанда республика программаһы буйынса 98 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла. Был хаҡта «Башинформ»ға республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

2025 йылда Башҡортостанда 98 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла
2025 йылда Башҡортостанда 98 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла

«Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса биш йылда 1326 ихатаны тәртипкә килтереү өсөн алты миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был программа 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған.

Программаны ғәмәлгә ашырыуға аҡса башлыса республика бюджетынан бүленә. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа ихаталар уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк була башланы. 2024 йылда 143 ихата төҙөкләндерелгән. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтелгән.

Ихаталарҙы төҙөкләндергәндә хәүефһеҙ резина япмалы балалар майҙансығы, спорт майҙансығы төҙөү, йәшелләндереү, парковка урындарын тәртипкә килтереү, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, эскәмйәләр, урналар ҡуйыу мотлаҡ башҡарылырға тейешле эштәр булып тора.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә 2024 йылға план буйынса йорттарға капиталь ремонт эшләнгән.

https://www.bashinform.ru

2025 йылда Башҡортостанда 98 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла
2025 йылда Башҡортостанда 98 ихатаны төҙөкләндереү планлаштырыла
Автор:
Читайте нас: