Еңеүҙең юбилей датаһына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә дйөм халыҡ байрамдарының береһен лайыҡлы ҡаршылауға әҙерлек бара. Урындағы ауыл хәкимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирина Сабирова Сухоречка ауыл Советы биләмәһендә нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләй.
- Беҙҙең ауыл советының үҙәк усадьбаһында ҙур Еңеү паркы урынлашҡан, - ти Ирина Рим ҡыҙы. – Уға районда совхоз төҙөлөшө булған саҡтак уҡ нигеҙи һалынғайны. Ул саҡта Сухоречка ауыл Советы башлығы булып Мәғниә Әхмәтвәли ҡыҙы Хәкимуллина эшләй башлағайны. Ә Сухоречка совхозының управляющийы Әғләнур Кәрим улы Бәшәров ине. Ул тормош иптәше Зилә Сағман ҡыҙы менән Борайҙан зәңгәр шыршы үҫентеләрен алып ҡайтып ултыртҡайнылар. Был парк шулай барлыҡҡа килде. Хәҙер шул шыршыларҙың бейеклеге егерме метрҙан артыҡ. Һуңынан бында урта мәктәп уҡыусылары һәм Сухоречка ауылының актив халҡы көсө менән ҡайын, шыршы, миләш һәм балан ҡыуаҡтары ултыртылды. Паркта хатта ҡурай еләге ҡыуаҡтары ла ла бар, һәм бында кешеләр йыш ҡына йәйгеһен-көҙгөһөн бәшмәк йыя. Владимир Владимирович Вдовин Сухоречка ауыл Советы ауылы биләмәһе башлығы булып эшләгән осорҙа Еңеү паркы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Бында метр ярым самаһы ҡырсынташ түшәлгән йәйәүлеләр юлы барлыҡҡа килеү менән ауылдың күренеше ныҡ үҙгәрҙе. Хәҙер бында сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусыларсыларҙы йыш күрергә була: скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүселәр күп. Ауыл ерлегенең сик буйы ветерандары ҡуйған матур обилиск парктың дөйөм интерьерына бик яҡшы тура килә. Беҙ ауыл Советының барлыҡ пунттарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлегенә теүәллек индереү өсөн ҙур эш башҡарҙыҡ. Еңеү паркына инеү юлында, Бишбүләк ауылындағы Еңеү паркындағы кеүек, йондоҙ формаһында ҙур ҡапҡа урынлаштырырға ниәтләйбеҙ. Бының менән хәҙер беҙҙең оҫталар Александр Исаев һәм Валерий Овсянников эшләй. Сухоречка паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемдәре яҙылған яңы оюелиск шулай уҡ ваҡыт уҙыу менән барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ Кавказдағы һәм МХО-лағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветерандарға ла обелиск урынлаштырырға теләйбеҙ. Паркта матур фонарҙар, эскәмйәләр ҡуясаҡбыҙ. Быны беҙ әүҙем ауылыдаштар һәм бағыусылар ярҙамында башҡара алырбыҙ, тип уйлайым.
Владимир СМОЛОВ,
Автор фотоһы.