Спорт мәктәбе эшсәнлегенең төп йүнәлештәре ниндәй?
— Бишбүләк ауылының «Елкән» спорт мәктәбе муниципаль бюджет өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшсәнлегенең төп йүнәлеше — спорт төрҙәре буйынса спорт әҙерлегенең федераль стандарттарына тура килтереп эшләнгән спорт әҙерлеге программаларын ғәмәлгә ашырыу. Беҙ спорт әҙерлеге программаларын һигеҙ спорт төрө буйынса башҡарабыҙ: йөҙөү, баскетбол, волейбол, ҡул көрәше, еңел атлетика, алҡалы хоккей, бокс, мас-рестлинг. Спорт мәктәбенең төп өҫтөнлөгө — балалар hәм өлкәндәрҙең спорт менән дөйөм шөғөлләнеүе.
Спорттың барлыҡ төрҙәре буйынса яҡшы күрһәткестәр бар. Спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр спорт разрядтарын еңел үтәйҙәр hәм раҫлайҙар. Төп бурыстарҙың береһе — район халҡын системалы рәүештә физик культура hәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
— Спорт мәктәбенең ҡаҙаныштары менән уртаҡлашығыҙ әле.
— Спорт мәктәбе — күп кенә балалар тормошонда мөhим этап. Унда балаларҙа ныҡлы спорт сынығыуы, ныҡлы характер hәм еңеүгә ынтылыш тәрбиәләнә. Уларҙың ҡайһы берҙәре өсөн ул спорт данына беренсе баҫҡыс булды. 2024 йыл дауамында «Елкән» спорт мәктәбе базаһында илленән артыҡ спорт сараһы уҙҙы. Һәр шәмбe һайын тиерлек төрлө дәрәжәләге спорт ярыштарын ҡабул итәбеҙ. Уҙған йыл спорт ярыштарында 1300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Дөйөм алғанда, 2024 йылда «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12100 кеше спорт менән шөғөлләнде. Был комплекс эше дәүерендә иң ҙур күрһәткес. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, район халҡын физкультура hәм спорт менәөйөм мәғлүмәт сараларында мөhим спорт ваҡиғалары яҡтыртыла, социаль селтәрҙәрҙә һәм «Елкән» спорт мәктәбенең рәсми сайтында буласаҡ ярыштар тураһында халыҡҡа хәбәр итәбеҙ. 2024 йылда Бишбүләк ауылының «Елкән» спорт мәктәбе спорт тармағында цифрлаштырыу күрһәткесе юғары булған иң яҡшы спорт ойошмалары унлығына инде. Тренер-уҡытыусы Онанова Татьяна Михайловнаның армрестлинг буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән спортсыларын билдәләп үткем килә: Владислав Степанов, Евгений Макаров, Арсений Петров, Владислав Емельянов, Станислав Никитин hәм башҡалар. Хоккей буйынса спортсыларҙың тренер-уҡытыусылары — Александр Иванович Михайлов, Азат Ғабдулла улы Сәмиғуллин, Ирина Сергеевна Нуретдинова, Денис Андреевич Яковлев. Шулай уҡ иң актив спортсыларҙы ла атап була: Евгений Сидоров, Ильяс Әхмәдишин, Алмаз Гәрәев, Булат Ихсанов, Илнур Гәрәев, Илшат Шәймәрҙанов h.б. Дим ауылында И.С. Нуретдинова етәкселегендә ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. Шулай уҡ хоккей бүлегенә 2018 — 2016 йылғы балаларҙы йыйыу дауам итә. Бокс Михайловка урта мәктәбе базаһында үҫтерелә. Тренировкаларҙы тренер-уҡытыусы Александр Сергеевич Силантьев үткәрә. Балалар дәрестәргә ҡыҙыҡһынып йөрөй. Артем Азанғолов, Станислав Вуколов, Руслан Максимов, Данил Максимов яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Йөҙөү спорттың дөйөм төрҙәренең береһе булды. Мин үҙем өйрәткән тәрбиәләнеүселәр район hәм төбәк-ара ярыштарҙа еңеүселәр һәм призерҙар булалар. Һөҙөмтәләргә ирешкән hәм тырыш йөҙөүселәр араһында Инесса Павлова, Варвара Атаманова, Геннадий Авакумов, Степан Данилов, Ульяна Варикова, Полина Данилова, Сабина Никитина, Матвей Чернов hәм башҡалар бар. Волейбол буйынса тренер-уҡытыусы Дарья Алексеевна Ғәзизуллина, баскетбол буйынса тренер-уҡытыусы Илhам Вәдyт улы Ғәзизов етәкселегендәге йәш волейболсылар hәм баскетболсылар район, төбәк-ара ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар булдылар.
— Лев Олегович, Бишбүләк районы буйынса ГТО нормативтарын үтәү үҙәге эше тураһында нимә әйтерһегеҙ?
— ГТО структур бүлексәһе өлкәндәр араһында нормативтарҙы үтәү буйынса популярлаша бара. 2024 йылда, 2023 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 30%-ҡа артты.
— Гәзит уҡыусыларыбыҙға нимәләр теләйһегеҙ?
—Тәү сиратта, спортта оҙон ғүмер. Шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк, тормошта беренсе урында сәләмәтлек булырға тейеш, шуға күрә физкультура менән шөғөлләнеү өсөн көнөнә бер сәғәт –сәғәт ярым ваҡыт бүлергә кәрәк. Барығыҙҙы ла «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексына физик культура hәм спорт менән шөғөлләнергә, шулай уҡ ГТО нормативтарын тапшырырға саҡырам.
Владимир СМОЛОВ әңгәмәләште.
Фото Лев Агеевтың шәхси архивынан.