Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
18 Ғинуар 2025, 19:01

Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 327 тонна мал аҙығы әҙерләнгән

Башҡортостанда айырыуса һаҡлаулы тәбиғи биләмәләрҙә ҡырағай хайуандарға ҡышлау өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырылған.

Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 327 тонна мал аҙығы әҙерләнгәнРеспубликала ҡырағай хайуандар өсөн 327 тонна мал аҙығы әҙерләнгән
Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 327 тонна мал аҙығы әҙерләнгән

  Дөйөм алғанда бындай биләмәләрҙә 195  ашатыу майҙаны булдырылған.  Урман хужалары был “ашханаларға” бик теләп йөрөй.   

  — Йыл һайын беҙҙең белгестәр ҡырағай хайуандар өсөн ашатыу урындарын йыһазландыра, миндектәр һәм еләктәр йыя. Ҡаты климат шарттарында уларға үрсеү өсөн был бик мөһим. Һыуыҡтарҙа, күпләп ҡар яуғанда күп кенә хайуандарға аҙыҡ табыуы ауырлаша.   Был осорҙо еңел үткәрер өсөн тәбиғи парктарҙа һәм дәүләт заказниктарында биотехник саралар үткәрелә – ашатыу майҙандарына бойҙай ҡатнашмаһы, тамыраҙыҡтар, бесән, миндектәр һәм еләктәр һалына, – ти республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. 

Уның әйтеүенсә, “Асылыкүл”, Ҡандракүл”, “Ирәмәл”, “Еҙем”,  “Мораҙым тарлауығы” тәбиғи парктарында  йәшәүсе урман йәнлектәренә яҡынса 320 тонна фураж һәм минераль аҙыҡ, шул иҫәптән  130 тоннанан ашыу бесән, 28 тонна тамыраҙыҡ  әҙерләнгән.

ye102.ru

Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 327 тонна мал аҙығы әҙерләнгән
Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 327 тонна мал аҙығы әҙерләнгән
Автор:
Читайте нас