Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
4 Февраль , 08:20

Путин «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсы тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылда «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Путин «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсы тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсы тураһында указға ҡул ҡуйҙы

 Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт баҫтырыу интернет-порталында баҫылған.

Музыкаль конкурс Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә үтәсәк. "Интервидение" халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн ойошторола, тиелә дәүләт башлығы указында.

Документтан күренеүенсә, хөкүмәткә конкурсты әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға, баш ҡала һәм өлкә хөкүмәттәре ҡатнашлығында конкурсты әҙерләүгә һәм үткәреүгә йүнәлтелгән саралар комплексын әҙерләргә ҡушыла. Указға ярашлы, ойоштороу комитеты рәйесе итеп вице-премьер Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде.

Шулай уҡ президент уны үткәреүгә бәйле төп мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн конкурстың күҙәтеү советын ойошторорға ҡушты. Уны РФ президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкләй.

Указ 2025 йылдың 3 февралендә көсөнә инә.

"Киләһе йылда күп яҡлы үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереүгә берлектәге тырышлыҡ һалыу мөмкинлеге буласаҡ. 2025 йылдың сентябрендә „Интервидение“ халыҡ-ара йыр конкурсын үткәрәбеҙ, унда ҡатнашыу өсөн 25-тән ашыу ил, шул иҫәптән Латин Америкаһы илдәре ҡыҙыҡһыныу белдергән», - тине 2024 йылдың декабрендә РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров.

Путин «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсы тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Путин «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсы тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Автор:
Читайте нас: