Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
9 Февраль 2025, 17:16

Саңғыла елдәй елеп...

Бишбүләк ауылында үткән ҡышҡы спорт байрамында кесе йәштәгеләрҙән башлап өлкәндәргә тиклем ҡатнашты. 

Саңғыла елдәй елеп...Саңғыла елдәй елеп...
Саңғыла елдәй елеп...

Боҙ майҙансығында хоккей турниры сәмле барҙы. Уйындарҙа дүрт ир-егеттәр һәм ике үҫмерҙәр командаһы ҡатнашты. Командалар боҙҙа хоккей таяғы менән оҫта идара итеүен һәм берҙәм команда рухын күрһәтте. Көйәрмәндәр уйынсыларҙы ҡеүәтләп, һәр уйынсыны дәртләндереп, еңеүгә өндәп торҙо. 

Турнирҙа Ырымбур өлкәһенең Пономаревка районы хоккейсылары еңеүсе булды. Икенсе урында - Бишбүләк районы командаһы. Өсөнсө урында -Айыт ауылы командаһы. Хоккей уйындары менән бер үк ваҡытта "Рәсәй саңғыһы-2025" старт алls. Төрлө йәштәге һәм әҙерлек кимәлендәге ҡатнашыусылар трассаға сыҡты. Саңғысылар дәрт һәм яҡшы кәйеф тойоп, дистанцияны үтте. Бишбүләктә спорт көнө сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың мөһимлеген һәм бергәләп спорт менән шөғөлләнеүҙең берҙәмлеген раҫлай.

Фотолар: https://vk.com/arturzaripov74?w=wall79722190_4879

Саңғыла елдәй елеп...
Саңғыла елдәй елеп...
Саңғыла елдәй елеп...
Автор:
Читайте нас