Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Февраль 2025, 09:50

Яныбай Хамматовҡа арналған конверт сығарылды

Иҫтәлекле конверт 50 мең дана тәшкил итә

Яныбай Хамматовҡа арналған конверт сығарылдыЯныбай Хамматовҡа арналған конверт сығарылды
Яныбай Хамматовҡа арналған конверт сығарылды

Мәғлүм булғанынса, быйыл республикала күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу киң билдәләнә. Рәсәй почтаһының Башҡортостан бүлексәһе лә был датаға үҙ өлөшөн индерҙе – яҙыусыға арналған конверт сығарҙы.

Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала конверт менән таныштырыу һәм махсус почта штемпеле һуғыу сараһы үтте. Унда Рәсәй почтаһының республика идараһы директоры Ленард Шафиҡов, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, китапхана етәксеһе Айгөл Әминева, БР халыҡ яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова, Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Илнур Вәлиев, әҙәби ижадсылар ҡатнашты. Йола буйынса, ҡунаҡтар конвертарға махсус штемпель, автограф ҡуйҙы.

А. Баймөхәмәтов Рәсәй почтаһына әҙиптәргә иғтибары өсөн рәхмәт әйте. “Республикала Яныбай Хамматовтың исемен мәңгеләштереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк тип иҫәпләйем”, – тине ул.

Конвертҡа күренекле яҙыусының портреты, “Төньяҡ амурҙары” әҫәренән өҙөк һәм иллюстрация төшөрөлгән. Штемпелдә инде баҫыу машинкаһы, ҡулъяҙма биттәре, китап өйөмө һәм рус телендә “Я.Х.Хамматов.Тыуыуына 100 йыл” тигән яҙыу баҫылған. Конверттың ҡәҙимге почта маркаһы бар, уның хаҡы Рәсәйҙә ҡабул ителгән тарифтарға ярашлы. Конверт 50 мең дана итеп сығарылған.

Милли китапхананың төп корпусында Я. Хамматовтың 100 йыллығына арналған “Башҡорт тарихының йырсыһы” тигән күргәҙмә лә ҡуйылған, виртуаль күргәҙмә лә эшләнгән.

Фотолар – БР Яҙыусылар союзынан.

bashgazet.ru

 

Яныбай Хамматовҡа арналған конверт сығарылды
Яныбай Хамматовҡа арналған конверт сығарылды
Автор:
Читайте нас