Иглин районында йәшәгән Рәйфә Насироваға 103 йәш тулды. Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова социаль селтәрҙәге сәхифәһенә уның менән бер нисә видеояҙма төшөрөп һалған.
Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, беҙҙә һәм сит илдәрҙә барған хәлдәр тураһында хәбәрҙар.
Рәйфә Насирова 1942 йылдың 5 майында фронтҡа китә. Һуғыш бөткәнсе зенитсы булып хеҙмәт итә. Еңеүҙе 23 йәшендә ҡаршылай.
Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы һөйләүенсә, фронтта ул корректировщик булған. Совет һәм дошман самолёттарын еңел генә таный, уларҙың типтарын һәм ҡайҙа осоуҙарын билдәләй ала инем, ти.
Уның һүҙҙәренсә, фашист бомбардировщиктары айырыуса ҙур хәүеф менән янаған. Ветеран «Фокке-Вульф», «Мессершмит», «Хайнкель» немец самолёттарын һаман хәтерләй.
- Ауыр осор ине. Һуғыш бит. Барыһын да күрҙем. Иптәштәрем һәләк булды. Беҙгә аттылар. Беҙҙең батарея Волгала тора ине. Яраландым. 10 көн Әстерханда госпиталдә яттым. Һуңынан контузия булды. Беҙ барыбер иҫән ҡалдыҡ һәм артабан киттек. Өс йыл һуғыштым», — тип иҫенә төшөрә фронтовик инәй. «Сталинградта хеҙмәт итә башлағайным, Одессала тамамланым, — тип иҫенә төшөрә Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы. — Сталинград өсөн барған алыштарҙы бер ҡасан да онотмаҫмын.
Башинформ.