Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
23 Февраль 2025, 10:31

"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"

Аҙнай ауылында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантаналы митинг үтте 

"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай""Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"

Йылдағыса был байрам көнөндә ауыл халҡы Үҙәк урамдағы обелиск янына йыйылды. Унда Ватан алдындағы хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәгән ир-егеттәр, шулай уҡ өлкән йәштәге апайҙар, ауыл ирекмәндәре ҡатнашты. Ауыл китапханасыһы Алевтина Әхмәтова байрам уңайынан йыйылыусыларҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. 

Эйе, Ватанды һаҡлаусылар көнө ҡаһарман атай-олатайҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу көнө лә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил азатлығы өсөн ата-бабаларыбыҙ яу ҡырында башын һалған, инәй-әбейҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ көндө-төнгә ялғап йәшәгән. Әлеге обелискыға яуҙа һәләк булған һәм тыныс тормошта йәшәп, баҡыйлыҡҡа күскән ветерандарыбыҙҙың исемдәре уйып яҙылған. Һуғыш йылы балалары ла аяуһыҙ йылдарҙы хәтерләп, артабан тыныс тормошта йәшәһәк ине, тип белдерҙе. 

Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә лә ил-көндәр тыныс түгел. Махсус хәрби операция бара, ауылдаштар ҡулдарынан яугирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Ирекмәндәр йылдан ашыу инде МХО-лағыларға маскировка селтәрҙәре үрә, посылкалар йыя. Был турала Лилиә Ҡадир ҡыҙы Халиҡова һөйләп үтте. 

Тиҙҙән илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығын ҡаршылаясаҡ. Ватан именлеге өсөн ғүмерҙәрен аямай, тыуған ер өсөн һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың исемдәре мәрмәр ташҡа уйып яҙылған. Уларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ һәм обелискка сәскәләр һалдыҡ. 

 Һәр кемдең күңелендә ил-көндәр тынысланып, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһа ине, тигән теләк йәшәй. Киләсәктә Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙ тыныс шарттарҙа хеҙмәт итһә ине. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары. 

"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
"Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай"
Автор:Гумерова Л
Читайте нас