Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Тырыш hәм һөйкөмлө булыуы менән айырылып тора

Ирҙәр коллективына идара иткән район юлсылары диспетчеры Зинира Сәрүәрова үҙ эшен еренә еткереп башҡара

Тырыш hәм һөйкөмлө булыуы менән айырылып тораТырыш hәм һөйкөмлө булыуы менән айырылып тора
Тырыш hәм һөйкөмлө булыуы менән айырылып тора

«Башкиравтодор» йәмғиәте филиалы — Әлшәй Юл төҙөлөш-ремонтлау идараһы Бишбүләк районы участогының, тракторҙар, автомобилдәр hәм юл техникаһы менән яҡшыйыhазландырылған ҙур мобиль юл-төҙөлөш ойошмаһында инде ун бишенсе йыл энергиялы, эшлекле hәм һөйкөмлө Зинира Фәрит ҡыҙы Сәрәүрова эшләй.

— Миңә hәр саҡ ун һигеҙ йәш һәм үҙ хеҙмәтем буйынса ҡартайырға тура килмәй, — ти иртән иртүк район юлдарын ҡар көрттәренән таҙартыу, ремонт-төҙөкләндереү эштәренә билдәләнгән маршруттар буйынса йүнәлтмәләр яҙыусы Зинираә. — «Башкиравтодор» йәмғиәтенең  Бишбүләк ДРСУ филиалында 2011 йылдан эшләй башланым. Кадрҙар эше буйынса белгес булып эшләнем. Хеҙмәт коллективы ул ваҡытта ҙур ине— 104 кеше эшләне. Эшләүе лә күңелле ине. Беҙҙең юлсылар Бишбүләк районынан ситтә лә тырышып эшләне, республикала иң яҡшы юл эштәре оҫталарының береһе булып һаналды. Кyптәрҙең һөнәрҙәре буйынса юғары исемдәре hәм бүләктәре бар ине.

Йәш ҡыҙ Йылбулаҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағас, Туймазы юридик коледжына уҡырға керә. Артабан юғары юридик белемле Шолохов исемендәге заманса гуманитар академияһында «юриспруденция» йүнәлеше буйынса ала.

— Уҡыуҙы тамамлағас, Йылбулаҡтамаҡтан ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүсе  тыйнаҡ егеткә кейәүгә сыҡтым, — ти Зинира Фәрит ҡыҙы. — Йылбулаҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә хәрби учет өҫтәле белгесе булып эшкe урнаштым. 2007 йылдан Бишбүләктә йәшәйбеҙ. БР Бишбүләк районы муниципаль район Советында эшләнем. Беҙҙең ул ваҡытта ике балабыҙ үҫеп килә ине инде. Ҡыҙҙарыбыҙ Ынйы — 11 класта, улдарыбыҙ Данияр 5 класта уҡый. Яраткан ирем уҙған йылдан РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөнө hәм махсус хәрби операцияла ҡатнашты. Ул Өфөнән киткән яҡташтары менән бергә бөгөн Луганск Халыҡ Республикаһын Украина милләтчеләренән азат итә. Беҙ ғаиләбеҙ менән уның өйгә ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ирем быға ҡәҙәр фермер хужалығы етәксеһе булды, иген үҫтереү менән бер рәттән малсылыҡ менән дә шөғөлләнде. Ул өйҙә булмағанда, минең үҙемә параллель рәүештә уны алмаштырырға hәм ир-ат вазифаларын башҡарырға, ауыл хужалығы етештереyе менән шөғөлләнергә тура килә. Эш бара, төшөнкөлөккә бирешмәйем. Көндәлек hәм кисектергеһеҙ эштәр менән мәшғүл булған Зинира Сәрүәрова үҙенең мауығыуҙары менән уртаҡлашты. Йәш ханым сәскәләр үҫтереү менән дә шөғөлләнергә  ярата. Өҫтәүенә, ул татар халыҡ hәм эстрада йырҙарын яҡшыа. Уның тауышы яҡшы һәм көслө. Әсәһенең һәләте улы Даниярға ла күскән. Улар икеһе лә бик матур йырлай hәм hәр ваҡыт ауылда үткән төрлө сараларҙа сығышы яһай. Был талант Зинираның әсәһе hәм Даниярҙың өләсәһе Зилүрә Рауил ҡыҙынан күскән, ул хаҡлы ялда булһа ла, әле лә Йылбулаҡтамаҡ ауылы Мәҙәниәт йортонда эшәй. Улар бөгөн барыһы ла һуғыш тиҙерәк бөтһөн hәм Рәсәй ерҙәрендә тыныслыҡ урынлашһын, тигән хыял менән йәшәй.

 Владимир СМОЛОВ.

Тырыш hәм һөйкөмлө булыуы менән айырылып тора
Тырыш hәм һөйкөмлө булыуы менән айырылып тора
Автор:
Читайте нас