Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Иң күп эш хаҡы ҡайҙа?

Башҡортостанда иң юғары һәм түбән эш хаҡы булған муниципалитеттар аталды

Иң күп эш хаҡы ҡайҙа?
Иң күп эш хаҡы ҡайҙа?

2024 йылда башҡортостан халҡы айына уртаса 67 576 һум алған. Был 2023 йылдағы уртаса эш хаҡынан 18,3 процентҡа күберәк. Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда иң юғары эш хаҡы Өфө районында теркәлгән. Бында йәшәүселәр уртаса айына 90 381 һум алған, был уҙған йылға ҡарағанда 120,1 процентҡа күберәк. Шулай уҡ Өфөлә (87 313 һум), Учалы (81 713 һум), Хәйбулла (79 129 һум),

Благовещен (75 715 һум) райондарында һәм Салауатта (73 748 һум) юғары эш хаҡы теркәлгән. Бынан тыш, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса юғары эш хаҡын Тәтешле (72 519 һум), Борай (71 323 һум), Ҡалтасы (66 702 һум) райондары, Шулай уҡ Октябрьский (68 419 һум) һәм Стәрлетамаҡ (65 444 һум) халҡы алды. Шул уҡ ваҡытта былтыр иң түбән эш хаҡы Бөрйән районында теркәлгән – 37 911 һум. Шулай уҡ Стәрлебаш (42 737 һум), Баҡалы (43 415 һум) Ейәнсура (43 741 һум). 

https://belizvest.ru

Иң күп эш хаҡы ҡайҙа?
Иң күп эш хаҡы ҡайҙа?
Автор:
Читайте нас: