Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Март 2025, 08:59

"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"

Бишбүләк ирекмәндәре Луганскийҙағы госпиталдә эшләне

"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ""Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"
"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"

Илебеҙҙә өсөнсө йыл барған махсус хәрби мобилизация тормышобоҙҙо тамырынан үҙгәртте. Ир-егеттәр үҙҙәренең бурыстарын үтәп, яу ҡырында йөрөһә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарынан килгәнсә, уларҙың хәлен еңеләйтергә тырыша. Февраль айында районыбыҙҙан өс ҡатын-ҡыҙ: Галина Скоробогатова, Анна Захарова, Мария Яковлева һәм Гөлгөнә Садыҡова Луганскийҙа госпиталдә эшләп ҡайтты.

- Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шундай мөмкинлек барлығын белдереү менән, мин ноябрь айында уҡ ғариза яҙҙым һәм анкета тултырҙым. Унан һуң Өфөлә беҙҙе беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәттеләр, йәғни тактик медицина буйынса уҡыттылар. Беҙ, ете ҡатын-ҡыҙ, етенсе заезд менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеү ниәте менән алыҫ юлға сыҡтыҡ. Үҙем менән бер нисә рюкзак тулы носки, футболкалар, эске кейемдәр алдым, минең барғанымды белеп, Боголюбовка, Айыт ауылдарынан да әйберҙәр килтерҙеләр. Үҙем шулай уҡ күп итеп күстәнәс алдым, бауырһаҡ һәм башҡа төрлө тәм-том әҙерләнем. Бер ҡосаҡ әйберҙәрем менән улым Өфөгә илтеп ҡуйҙы, - тип  һөйләй Гөлгөнә Мәрвән ҡыҙы.

Ябай ауыл ҡыҙы мәктәп йылдарында тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай, шулай ҙа Өфөлә тегенсегә уҡыған ваҡытта, спорт түңәрәгенә йөрөгәндә самбо, дзюдо алымдарын өйрәнә.

- Тыуған ауылыма ҡайтҡас, ун өс йыл өлкән йәштәгеләрҙе ҡараным, шунан алты йыл Боголюбовкала “Калинин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (кооперативында) һыйыр һауҙым. Эштән бушаған арала урындағы клубҡа маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөнөм. Былтыр йәйгеһен миңә район ирекмәндәре менән Ҡырымға ял итергә барыу насип булды. Унда саҡта Новосроссийскийҙағы Рәзит улым ейән-ейәнсәрҙәрем менән минең яныма килде һәм беҙ өс көн буйына бергә булдыҡ. Миңә бындай онотолмаҫлыҡ шатлыҡлы көндәр бүләк иткәндәре өсөн, был сараны ойоштороусыларға әле булһа рәхмәт уҡыйым, - ти, әүҙем тормош алып барған ханым.

Гөлгөнә Мәрүән ҡыҙы ғорурланырлыҡ улдар тәрбиәләп үҫтергән әсә. Уның өс улы ла аяғында баҫып ныҡлы тора. Олоһо – Рәмил, хәрби хеҙмәткәр, Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Икенсеһе – Рәзит, өс бала атаһы, бөгөнгө көндә контракт буйынса махсус хәрби операцияла йөрөй. Иң кесеһе – Игорь, Бәләбәй медицина колледжы студенты: ул бер юлы белем дә ала, эшләп тә йөрөй.

- Боголюбовкала алты йыл һыйыр һауҙым һәм беренсе тапҡыр отпуск алып, госпиталдә эшләргә барырға булдым. Әлбиттә, тәүге көндәрҙә бер аҙ ауырыраҡ булды, беренсенән, таныш булмаған ер, икенсенән, минең быға ҡәҙәр бәләкәй яранан башҡа нимә күргәнем юҡ ине. Беҙ йәшәү өсөн фатирға урынлаштыҡ,  ә иртә белән биш ҡатлы госпиталгә эшкә барҙыҡ. Бында эвакуация госпитале урынлашҡайны, яралылар көндә килеп һәм китеп торалар. Коляскала булғандарҙы  регистратуранан уҡ ҡаршы алдыҡ. Беҙҙе, ике ҡатынды,  дүртенсе этажға билдәләнеләр. Мин үҙем икенсе көнөнә үк яралыларҙы бәйләү пунктына керҙем. Һалдаттар төрлө яралар менән килә ине, кемдең ҡулы, кемдең аяғы юҡ, тигәндәй, әгәр ҙә, ҡыйпылсыҡлы яраланыу булһа, ғәҙәттә, уларҙың берәй ере лә һынған була. Күңелгә ауыр булһа ла, уларға һиҙҙермәҫкә тырышаһың, шаяртып һүҙ ҡушаһың. Процедура кабинетында йыш булдым, хатта һалдаттарҙың ҡайһы берҙәре менән дуҫлаштым да, -  ти, изге күңелле Гөлгөнә.

Район үҙәгендә йәшәүсе Марина Яковлева ла госпитәлгә барып, яралыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә алыуына шат булыуын йәшермәй. Сөнки уның үҙенең ире – “Темир” позывнойлы яугир йыл ярым инде махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

- Госпиталдә эшләү өсөн ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар йыйыу тураһында ишеткәс, мин дә барырға булдым. Унда яралылар бик күп, хатта коридорҙа ла яталар, яраланыуҙан тыш, уларҙың башҡа ауырыуҙары ла бар: кемдеңдер ашҡаҙаны ауырта, кемгәлер һалҡын тейгән. Улар бында килгәндә бик арыған була, берәр тәүлек уянмайынса йоҡлайҙар, һуңынан көс йыйып, ашханаға тиклем үҙҙәре бара башлағас, беҙҙең дә һөйөнөсөбөҙ арта. Беҙ яугирҙәрҙе ашаттыҡ, постель кәрәк-яраҡтарын алыштырҙыҡ, һауыт-һаба йыуҙыҡ, шулай уҡ уларҙы процедураларға, МРТ һәм УЗИ-ға йөрөттөк. Бында башҡа поликлиникаларҙан да яраланыусылар күп килә ине, ҡайһы берҙә 40-50 кешнән торған сират теҙелеп китә. Тәмәке тартыусыларҙы көнөн бер нисә тапҡыр урамға алып сығабыҙ, ауыр сирлеләрҙе Ростовҡа оҙатырға ярҙам иттек. Яугирҙар бик сабыр һәм бер-береһенә ярҙам итергә тырыша, - тип, госпиталдәге көндәлек тормош менән таныштыра ул.

Марина Яковлева кескәй улын өләсәһе һәм олатаһы ҡарамағында ҡалдыра, һуңынан улар телефон аша һөйләшеп торалар.  

- Унда мин үҙем менән ноутбук алғайным. Миңә “Торнаҡай” балалар баҡсаһынан кескәйҙәр төшөргән һүрәттәрҙе, Бишбүләк 2-се урта мәктәбе уҡыусылары яҙған хаттарҙы ла биргәйнеләр, уларҙың видео-ҡотлауҙарын яралы яугирҙәргә күрһәттем, барыһы ла бик тулҡынланды, ҡайһы берҙәре хатта иланы, - тип һөйләй Марина. - Ә беҙҙең ирекмәндәр икәнлегебеҙҙе белгәс, сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙеләр, "әгәр һеҙ килмәһәгеҙ, бәлки, беҙ ҙә булмаҫ инек" тинеләр. Ысынлап та, госпиталдә ирекмәндәрҙең ярҙамы ғәйәт ҙур.

Көн оҙоно бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә булып, ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй улар. Кискеһен ҡатын-ҡыҙҙар торған ерҙәренә ҡайтҡас, кистәрен үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашалар.

- Ҡайтып китер алдынан, был - 23 февраль алды ине, беҙ палаталарға инеп, һалдаттарҙы байрам менән ҡотлап сыҡтыҡ һәм үҙебеҙ менән алып килгән бүләктәрҙе тапшырҙыҡ. Улар ҙа, үҙ сиратында, беҙгә рәхмәттәрен белдерҙе. Беҙ, үҙ бурысыбыҙҙы үтәүебеҙгә, бик тә шатбыҙ, - ти Бишбүләк ирекмәндәре.

Һынауҙы уңышлы үткән гүзәл заттар, саҡырһалар, тағын госпитәлдәге яралыларға ярҙамға барасаҡтарын белдерҙе.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Шәхси архивтан алынған фото.

"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"
"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"
"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"
"Яраланған һалдаттарға ярҙам итергә әҙербеҙ"
Автор:Гумерова Л
Читайте нас