Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар сиктәрендә, Бишбүләк районында тәүге яҙғы өмә үтте. Бишбүләктәге үҙәк майҙанға төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡар таҙартыуға сыҡты. Бишбүләк районы хакимиәтендә эшләгән ир-егеттәр Еңеү паркындағы билдәһеҙ һалдат мемориалы янындағы ҡарҙы таҙартты.
Байрам саралары алдынан мемориалды ҡарҙан таҙартыу мемориалды косметик ремонтлауҙы тиҙерәк башларға мөмкинлек бирәсәк. Ойошмаларҙағы ҡатын-ҡыҙҙар иһә биналар тирәләһендге ҡарҙы ырғытты. Төҙөкләндереү буйынса өмәләр дауам итәсәк.
Фото: Бишбүләк районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
https://vk.com/officialbiz